Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2020, 12:00

Йәштәргә торлаҡ асҡыстары тапшырылды

Район хакимиәтендә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир документтары тапшырылды. Өс йәш кеше яңы йорттарҙың асҡыстарын алыу бәхетен татыны.

Район хакимиәтендә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир документтары тапшырылды. Өс йәш кеше яңы йорттарҙың асҡыстарын алыу бәхетен татыны.
Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғ. Хәлитов йәштәрҙе ихлас күңелдән ҡотлап, тормошта үҙ урындарын табып, бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләне.
- Был йорттар һеҙҙең тормошоғоҙҙағы тәүге үҙ урынығыҙ, донъя ҡороуға йылы ояғыҙ булырына, киләсәктә матур ғаиләләр ҡороп, атай-әсәй булыу бәхетенә ирешеп, районға, республикаға кәрәкле шәхес булып йәшәүегеҙгә ышанысыбыҙ бик ҙур, - тине ул.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары М. Ғүмәров та яңы фатир хужаларына уларҙың һәр ваҡыт дәүләт ҡурсауы аҫтында булыуын, торлаҡ менән бәйле төрлө мәсьәләләргә киләсәктә лә ҙур иғтибар бүленәсәген билдәләп:
- Етем балалар өсөн өр-яңы йорттар төҙөлдө. Улар барыһы ла бер тигеҙ. Йорттарығыҙҙы матур итеп ҡарап тотоуығыҙҙы, яуаплы булыуығыҙҙы һорар инем, - тине.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 99-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: