Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2020, 16:00

«Һәр һанын көтөп алабыҙ»

Тәслимә Насырова, Мәһәҙей ауылы.

Тәслимә Насырова,
Мәһәҙей ауылы.
- “Таң”ды бала саҡтан, өләсәйем яҙылған замандан алып уҡыйым. Ғаиләбеҙ менән гәзиттән өҙөлгәнебеҙ юҡ, йыл да ваҡытында яҙылып, килгәнен көтөп алабыҙ. Ҡайһы ваҡыт гәзит өйгә лә инеп өлгөрмәй, уҡый башлайбыҙ. Эштән бушай алмай, өлгөрмәгән ваҡыттарҙа гәзитте өйҙәгеләрҙән алданыраҡ уҡыр өсөн хатта йәшереп ҡуям. Унан тыш, “Аманат”, “Йәшлек”, “Бәрәкәт”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Йәншишмә”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” баҫмаларын да алдырабыҙ. Әйткәндәй, Байназар биләмәһе буйынса 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына иң күп гәзит-журналдарға яҙылыусы булараҡ, Байназар почта бүлексәһе үҙенсәлекле бүләк биреп тә ҡыуандырҙы.

Элекке замандарҙа инәй-бабайҙарҙың ниндәй ауыр шарттарҙа эшләп йәшәүҙәре хаҡында яҙылған хәтирәләрҙе, үҙебеҙҙең яҡташтарҙың шиғыр, хикәйәләрен уҡырға яратам. “Күңел йәдкәре” тигән рубрика оҡшай. Гәзитте нисек бар, шулай ҡабул итәбеҙ, яратабыҙ. Бүләк отоуыма бик шатмын. 5-6 йыл элек тә “Таң” бүләгенә эйә булғайным.
Читайте нас: