Яңы йылдан теләгән һәр кем ауыл мәҙәниәт йортона барып, “Аманат”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Тамаша”, “Аҡбуҙат”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдары менән таныша аласаҡ.
Әминә Шафиҡованың үҙенең тәүтөйәген онотмауына афарин тиергә генә ҡала. Министрҙың рух күстәнәсе Ырғыҙлылар өсөн бик матур Яңы йыл бүләге булды! Рәхмәт һеҙгә, Әминә Ивний ҡыҙы!