Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2020, 11:40

Кәрим ағай, Һеҙ – ысын Кеше!

...Ағымдағы йылдың 7 декабрендә Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге яҡташыбыҙ, Әбделмәмәбәт уҙаманы, медицина фәндәре докторы Шәмиғолов Фәнил Булат улы етәкләгән дауахананың, әлегә ваҡытлыса ковид-госпиталдең, баш табибы бүлмәһенә өҫтөнә камуфляж кейем, башына йәшел түбәтәй кейгән кеше килеп инә. Һәм үҙенең шулай дауыл кеүек килеп инеүенең маҡсатын аңлата башлай:

-Мин һеҙгә бал алып килдем. Минең ошо шифалы күстәнәсем һеҙҙең, бөгөнгө заман геройҙарының –һеҙҙең һәм ковидгоспиталь коллективының үтә лә көсөргәнешле эшен әҙерәк кенә булһа ла “шәрбәтләндерһен” ине. Һеҙ был күҙгә күренмәгән тажзәхмәт менән көрәштең алғы һыҙығындаһығыҙ. Һеҙгә көс өҫтәр өсөн хәйер итеп 85 кило бал алып килдем.
Бик тә изге ниәттә йөрөгән мосафир районыбыҙҙың Ҡотан ауылында йәшәүсе умартасы Кәрим ағай Ғәлин булып сыға.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитендә уҡығыҙ.
Читайте нас: