Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2020, 12:00

Иҫән йөрөп, һау ҡайтығыҙ!

8 декабрҙә районда 21 егетте армия сафына оҙатыу тантанаһы үтте. Сара район хакимиәте бинаһы алдында 7 сәғәт 30 минутта башланды. Егеттәрҙе оҙатырға уларҙың ата-әсәләре, туғандары, дуҫтары килгән ине.

8 декабрҙә районда 21 егетте армия сафына оҙатыу тантанаһы үтте. Сара район хакимиәте бинаһы алдында 7 сәғәт 30 минутта башланды. Егеттәрҙе оҙатырға уларҙың ата-әсәләре, туғандары, дуҫтары килгән ине.
Һалдаттарҙы оло юлға оҙатып, Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов:
- Элек-электән Ватанды һаҡлау ир-егет өсөн изге бурыс һаналған. Бөгөн ошо маҡтаулы һәм дәрәжәле бурысты үтәргә районыбыҙҙан 21 егетте әрме сафтарына оҙатабыҙ.
Егеттәребеҙ республиканың, райондың исеменә тап төшөрмәй, тоғро һәм намыҫлы хеҙмәт итерҙәр, тип ышанам. Изге юл һеҙгә, буласаҡ Ватан һаҡсылары! – тине.

Хәрби комиссариаттың хәрби саҡырылыш бүлеге начальнигы Ф. Ҡаһарманова, районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зарипов, Бөрйән районы хәрби-диңгеҙ флоты һәм утлы нөктәләрҙә ил алдындағы бурысын үтәүсе ир-егеттәр ойошмалары ағзаһы О. Ғәлиев та изге теләктәрен еткерҙеләр. Шулай уҡ буласаҡ һалдаттарға район хакимиәте исеменән әҙерләнгән бүләктәр тапшырылды. Борондан килгән йола ла башҡарылды - егеттәр икмәк тешләп, һынығын әсәләренә тапшырҙылар.
Оҙатыусыларҙың барыһының да теләге бер: “Егеттәребеҙ матур хеҙмәт итеп, иҫән-имен әйләнеп ҡайтһындар”.

Эйе, донъялар тыныс булһын. Егеттәргә бары тик шул тыныслыҡ һаҡсылары ғына булырға яҙһын. Ейер ризыҡтары тыуған яҡҡа тартып торһон!
Читайте нас: