Районда сираттағы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡорола башланы. Был юлы был замана ҡоролмаһы Иҫке Монасип ауылы халҡын ҡыуандыра. Заманса уңайлыҡтарға эйә бина йылы, яҡты буласаҡ.
Әминә Ишдәүләтова - Иҫке Монасип ауылы фельдшеры. Уның яуаплылығында 800-ҙән ашыу кеше. Оло йәштәгеләр, балалар, йөклө ҡатындар, ғөмүмән, сирләүселәр барыһы ла уның күҙенә ҡарап тора. Быйылғы пандемия фельдшерҙарға яуаплылыҡты айырыуса көсәйтте. Шуға ла төҙөлөш ваҡытында медпункт халыҡты ауыл мәҙәниәт йортонда ҡабул итә.
Иҫке Монасип ауылының төпкөлдә, тау-урман араһында урынлашыуы ла модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөшөнә кәртә була алмай. Хатта Ағиҙел йылғаһы аша техника үтерлек күперҙең юҡлығы ла ҡамасауламай. Төҙөлөш материалдарын ташыуға ҡеүәтле техникалар йәлеп ителгән.
Әле бинала эске эштәр бара. Бүлмәләргә ишек-тәҙрәләр ҡуйылған, яҡтылыҡ, йылытыу ҡоролмалары һуҙылған.
Медицина пункты дүрт бүлмәнән торасаҡ. Ошоға оҡшаш заманса ФАП-тарҙы Бөрйән районының башҡа ауылдарында ла асыу күҙаллана. Әйткәндәй, бер нисә ауылда улар күптән халыҡты ҡыуандыра инде.
Иҫке Монасип ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты декабрь аҙағында файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.
Халыҡ сәләмәтлеген һаҡлау юлында сираттағы ҙур аҙым тип ҡабул итә район халҡы был яңылыҡты.