Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2020, 17:00

“Таң”ға яҙҙырыу эстафетаһын ҡыпсаҡтар ҡабул итеп алды

Хәбәр итеүебеҙсә, “Таң” гәзитен яҙҙырыу буйынса эшҡыуарҙар араһындағы эстафетаны Килдеғол ауылы эшҡыуары Гөлсинә Ҡонафина башлап, эстафета таяғын – ырыуҙар хаҡындағы китапты үҙенең тыуған ауылы Мәһәҙей эшҡыуары Иштимер Сәйәховҡа тапшырғайны.

Хәбәр итеүебеҙсә, “Таң” гәзитен яҙҙырыу буйынса эшҡыуарҙар араһындағы эстафетаны Килдеғол ауылы эшҡыуары Гөлсинә Ҡонафина башлап, эстафета таяғын – ырыуҙар хаҡындағы китапты үҙенең тыуған ауылы Мәһәҙей эшҡыуары Иштимер Сәйәховҡа тапшырғайны.
Иштимер өс ауылдашын “Таң”ға яҙҙырып, үҙ сиратында, эстафета таяғын ҡыпсаҡ ырыуы вәкиленә – Иҫке Монасип эшҡыуары Рәмил Ҡонафинға баярҙаған. Ләкин үҙе урманда эш менән булыу сәбәпле, “таяҡ”тың яҙмышы өсөн яуаплылыҡты Гөлсинә Ҡонафина үҙ иңенә алған. Улар Рәмил менән икәүләп редакцияға килеп, “Ҡыпсаҡтар” тигән китапты Гөлсинә Рәмилгә үҙ ҡулдары менән тапшырҙы. Хәйер, тапшырып ҡына ҡалманы, ике-өс көн эсендә генә уны артабан ебәрергә кәрәклеген дә хәтеренә төшөрҙө.

Шулай итеп, эстафета таяғы түңгәүерҙәрҙән ҡыпсаҡтарға күсте. Рәмил Наил улының да тиҙ арала бер нисә кешене “Таң”ға яҙҙырып, киләһе кешене лә үҙ ырыуының тарихы менән ҡыуандырыуын теләйбеҙ. Ә ырыуҙар тураһындағы китапты “Таң”ға кәмендә өс кешене яҙҙырған кешегә беҙ бүләк итеп бирәбеҙ.

Әйткәндәй, Иштимер ҙә, Рәмил дә күп балалы атайҙар – икеһе лә кәләштәре менән 4-әр бала тәрбиәләйҙәр. Бына тигән ғаилә башлыҡтары, ауылда абруйлы кешеләр. Уларҙың район гәзите өсөн дә йән атып йөрөүҙәре бик ҡыуандыра. Афарин, егеттәр! Юҡ ваҡытын бар итеп, эстафетаны ойоштороп, уның дауамлы булыуы өсөн йүгереп йөрөгән Гөлсинәгә лә ҙур рәхмәт! Һеҙҙең кеүек райондаштарыбыҙ булғанда “Таң” йәшәр һәм һеҙҙең йорттарға тик яҡшы сәләмдәр генә илтеп торор!

Шулай итеп, мәрхәмәтлек акцияһы дауам итә. Бәлки, уға үҙ теләктәре менән сираттан тыш ҡушылырға теләүселәр ҙә булыр. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, район гәзитенең яҙмышына һәм тарихына яҡты бит өҫтәргә ашығайыҡ! Бының өсөн редакцияға телефон аша йәки килеп мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Изге эштә берҙәмлек күрһәтәйек!
Читайте нас: