Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2020, 16:30

Янғын иҫкәрткес... табаҡ эсендә...

...Әсәйемә, яңғыҙ йәшәгән оло йәштәге кеше, типтер инде, янғын иҫкәрткес ҡалдырып киткәндәр.

...Әсәйемә, яңғыҙ йәшәгән оло йәштәге кеше, типтер инде, янғын иҫкәрткес ҡалдырып киткәндәр.
Әсәйем былтыр ныҡ ҡына ауырығандан һуң ҡолаҡҡа ҡатыланып ҡалды. Шуға, аңлатһа лар ҙа, ныҡлап ишетмәгәндер, күрәһең. Был әйберҙе ҡәҙерләп һыуытҡысының башына һалып ҡуйған.

-Төнөн уянып китһәм, холодильник башында бер нәмә бызылдай. Ҡотом алынды, холодильник янып бара икән, тип. Шунан теге яңы нәмә икәнен аңлап алдым да, апайыңа шылтыраттым (төн уртаһында!). Ул: “Әсәй, ул нәмә шулайтып бызылдай, янып китмәй, ҡурҡма. Үҙе янғынды иҫкәртеүсе”, тип аңлатҡан.

Шулай ҙа әбей кеше тынысланамы һуң инде, был тимер табағын һөйрәп сығарып, теге әйберҙе һыуытҡыс башынан алып, һауытҡа һалып, шунан ғына йоҡларға ятҡан. “Тимер һауыт эсендә янып китһә лә, бүтән нәмәгә тоҡана алмаҫ, исмаһам, тинем”, тигән була.

Бына шулай, янғын иҫкәрткес янғын сығарып ҡуйыр, тип ҡурҡыусылар ҙа бар икән...
Читайте нас: