Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2020, 19:00

Рәсәй Геройҙары улар... Тыныс һуғыш Геройҙары

... Бөгөн - Рәсәй Геройҙары көнө. Ә бөгөнгө көндөң төп геройҙары – күҙгә күренмәгән үтә лә мәкерле дошман менән алышҡа сыҡҡан медицина хеҙмәткәрҙәре, минеңсә.

... Бөгөн - Рәсәй Геройҙары көнө. Ә бөгөнгө көндөң төп геройҙары – күҙгә күренмәгән үтә лә мәкерле дошман менән алышҡа сыҡҡан медицина хеҙмәткәрҙәре, минеңсә.
Дошмандың ҡайһы яҡтан, ҡасан һәм кемгә һөжүм итерен иң оҫта разведчик та күҙаллай алырлыҡ түгел. Шуға ҡорбандар ҙа арта... Сирлеләр генә түгел, медиктар ҙа ауа... Был һуғыш сик буйҙарында ғына бармай, ул донъяны тотошлайы менән ялмап алған. Шуға ҡайҙалыр ҡасырға ла мөмкинлек юҡ һымаҡ.

Күп улар, геройҙар. Һуғышта ла, тыныс тормошта ла батырлыҡҡа урын етәһе. Һуғышта илде һаҡлап, ҡаһармандарса көрәшкәндәр, тыныс тормошта иһә һыуға батып барыусыны ҡотҡаралар йә булмаһа ут тоҡанған өйҙән кешеләрҙе алып сығалар, енәйәтсене сираттағы ҡорбанынан яҙҙыралар...

Ә бөгөн иң алғы һыҙыҡта – табиптар, шәфҡәт туташтары. Көндө төнгә ялғап кеше ғүмерҙәре өсөн көрәшәләр... Бөгөн тап улар – Геройҙар, минеңсә...
Шым ғына шыбырлайыҡ: “Рәхмәт һеҙгә, табиптар, шәфҡәт туташтары!”
Читайте нас: