Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь 2020, 11:00

Ҡыуандыра ла, борсолдора ла...

4 декабрҙә район хакимиәтендә коронавирусты һәм ике яҡлы пневмонияны иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы онлайн брифинг үтте.

4 декабрҙә район хакимиәтендә коронавирусты һәм ике яҡлы пневмонияны иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы онлайн брифинг үтте.
Уны асып, район хакимиәте башлығы урынбаҫары М. Ғүмәров, сирҙең артыуын алдан күҙаллап, ваҡытында күрелгән саралар, табиптарҙың грамоталы эш итеүе арҡаһында (үҙҡурсалау, битлек, бирсәткә режимы, дистанция һаҡлау, күп кешеләр йыйылған сараларҙы үткәреүҙе тыйыу, мәктәптәрҙе дистанцион уҡытыуға күсереү һ.б.) районда хәлдең бер ни тиклем тотороҡланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға бәйле, бөгөн район үҙәгендә хоккей майҙансығы асылды, бассейн, футбол-волейбол залдары эшләй.

Район үҙәк дауаханаһының баш табибы И. Фәтҡуллин әйтеүенсә, пандемия башланғандан алып районда 57 кешелә коронавирус раҫланған. Шуларҙың 50-һе йүнәлеп, аяҡҡа баҫҡан, 1 кеше Белоретта дауалана, 5 кеше амбулатор дауа ала.

Ике яҡлы пневмония сиренең иң юғары нөктәһе районда сентябрь аҙағында-октябрь башында теркәлде. Сентябрҙә - 82, октябрҙә 94 осраҡ булһа, ноябрҙә – 48, декабрҙең тәүге 4 көнөндә – 4 осраҡ.

Барлығы 263 осраҡ теркәлгән. Әле 10 кеше Белоретта дауаханала ята. 14 кеше, сирҙәре еңел булғас, амбулатор дауаланыуҙа. 232 кеше һауығып сыҡҡан.
Киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән сирләүселәрҙең дә һаны кәмегән.

-Эпидемия яйлап ҡына кәмей. Ул ҡабаттан артып китмәһен өсөн махсус режим талаптарын (битлек, бирсәткә ҡулланыу, дистанция һаҡлау һ.б.) теүәл үтәүҙе дауам итергә кәрәк.
Хөрмәтле райондаштар! Табиптарҙың тырышлығы ғына түгел, күпселек халыҡтың ошо талаптарҙы теүәл үтәүе лә сирҙең бер ни тиклем кәмеүенә килтерҙе. Һеҙгә ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Әле сирләүселәр кәмеү менән бәйле провизор госпитале ябылды, әгәр ауырыусылар һаны арта башлаһа, уны ҡабат асыу күҙ уңында тотола. Кәрәкле дауалау препараттары етерлек. Ситуацияға ҡарап эш итәбеҙ. Көн һайын хәлде анализлап барабыҙ, - тине баш табип.
Бынан тыш, Илмир Фәнил улы коронавирусҡа ҡаршы вакциналарҙың ошо көндәрҙә килеп етәсәген белдереп, вакциналарға ҡаршы төрлө имеш-мимештәр нигеҙһеҙ булыуын, шулай уҡ ул был сирҙәрҙе дауалау буйынса протоколдарҙың үҙгәреп тороуын, бөгөнгө көндә 9-сы һанлы протокол буйынса дауалауҙарын, сирләй башлағас та табиптарға мөрәжәғәт итеп, уларҙың тәғәйенләүе буйынса ғына дауаланырға кәрәклеген әйтеп үтте. Сөнки сирҙең еңел, уртаса йәки ауыр үтеүенә ҡарап, дауалау ысулдары ла төрлө.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 98-се һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: