Демография
Үткән аҙнала районда 7 сабый тыуған. Бер яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 3 ғаилә тарҡалған, 4 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
02 хәбәр итә
27 ноябрҙән 4 декабргә тиклемге осорҙа район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 63 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә урлашыу (2), шартлатҡыс матдәләр һәм шартлатыу ҡоролмалары тартып алыу (3), ғаилә низағы (1), битлек режимын боҙоу (7), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (6), документтар юғалтыу (2), зыян күреүселәр булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы (2) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәтте һаҡлау нарядтары тарафынан 66 протокол төҙөлгән, шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 39.
2 водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған.