Райондашыбыҙ, Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе һандуғасыбыҙ Сәлимә Ғарифуллина мәшһүр йырсы Фәриҙә Ҡудашева менән уның тормош юлдашы, талантлы музыкант Бәхти Ғайсин иҫтәлегенә ойошторолған “Ике аҡҡош” тип исемләнгән республика музыкаль конкурсында беренсе урын яуланы.
Ул был конкурста башҡорт халыҡ йыры “Баяс”ты һәм Фәриҙә Ҡудашева репертуарынан йырсының ауылдашы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғырына Бәхти Ғайсин яҙған “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” йырын башҡарған.
-Аллаға шөкөр, йәнә беренсе урын! Ойоштороусыларға, жюри ағзаларына һәм минең өсөн янып-көйөүселәргә ҙур рәхмәт! – ти Сәлимә Мәжит ҡыҙы.
Алда ла уңыштар һағалап ҡына торһон үҙеңде, Сәлимә! Киләсәктә лә моңоң менән кешеләр күңеленә рух өҫтәп йәшә!