Өфө – Инйәр – Белорет юлында кафеһы, ҡунаҡханаһы, фермерҙар етештергән аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү урыны, балалар майҙансығы, мәсете, автомобиль туҡталҡаһы булған комплекс төҙөргә йыйыналар.
Архангел районы биләмәһендәге был юл буйы сервисын «Ҡурай» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөй. Проект Башҡортостан Башлығы үткәргән «Инвестиция сәғәте»ндә тәҡдим ителде. Компания директоры — 32 йәшлек Тимерғәле Ураҙғолов. Бурысҡа аҡса алыу планлаштырылмай, инвестор үҙенең 130 миллион һум аҡсаһын һала. Объект 85 эш урыны булдырырға мөмкин.
Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, компания 1,15 гектар ерҙе ҡуртымға алған да инде, унда проектлау-тикшеренеү эштәре бара.
Инвестор проектты өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индереүҙе һәм транспорт, инженерлыҡ инфраструктураһына сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауҙы һораны. Төҙөлөш эштәрен 2021 йылдың февраль-март айҙарында башлау күҙаллана.
Башҡортостанда юл буйы сервисы объекттарын төҙөү проекты тормошҡа ашырыла. Инвесторҙар өсөн дәүләт ярҙамы саралары булдырылған: паспорттар менән ер участкалары исемлеге әҙерләнгән, Инвестпорталда айырым бүлек бар.