Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2020, 13:00

Тәбиғәт ҡосағында

Мин – тәбиғәт ҡосағында. Иҫ белгәндән алып тәбиғәт ҡосағында – урман-тауҙар, йылға-шишмәләр, йәнлек-януар, ҡош-ҡорттар янында йәшәгәнемде тойҙом. Ғүмерем буйы ошо гүзәллеккә табындым һәм уны хәлемдән килгәнсә ҡурсаларға тырыштым. Ул ғына түгел, тәбиғәтте тәләфләргә, ҡырырға ниәтләгәндәрҙең юлына арҡыры торҙом.

Мин – тәбиғәт ҡосағында. Иҫ белгәндән алып тәбиғәт ҡосағында – урман-тауҙар, йылға-шишмәләр, йәнлек-януар, ҡош-ҡорттар янында йәшәгәнемде тойҙом. Ғүмерем буйы ошо гүзәллеккә табындым һәм уны хәлемдән килгәнсә ҡурсаларға тырыштым. Ул ғына түгел, тәбиғәтте тәләфләргә, ҡырырға ниәтләгәндәрҙең юлына арҡыры торҙом.
Һүҙ менән дә, гәзит-журналдарҙа донъя күргән мәҡәләләрем аша ла әҙәмдәрҙе үҙебеҙҙе уратып алған мөхиткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға өгөтләнем. Матбуғат биттәрендә баҫылған яҙмаларым йөҙҙән берәүҙе булһа ла уйға һалғандыр, тигән фекерҙәмен.
Кешелек барлыҡҡа килгәндән алып әҙәм балаһы тәбиғәткә һыйынған. Тәүтормош кешеһе һунар иткән, урман ни бирә – шуның менән көн күргән. Тора-бара ул хайуан-ҡоштарҙы ҡулға эйәләштергән, ашарға яраҡлы емеш-еләк үҫтерергә өйрәнгән. Һунарсылыҡтың, шулай итеп, кәрәге лә ҡалмаған. Әммә был ғәҙәт әҙәм балаһының ҡанына һеңгән. Берәй йәнлек, ҡош күргән ир-аттың күбеһе һоҡланып ҡарайһы урынға, их, атырға ине лә бит – мылтыҡ булманы, тип үкенә. Яҙғыһын мөхәббәт тойғоһонан башы әйләнеп, һаҡсыллығын юғалтҡан һуйыр-ҡорҙо ҡырыусылар бөгөн дә етерлек. Мышы-боландарҙы һуғымға өҫтәмә итеп законһыҙ аулаусылар ҙа бар. Һуңғы осорҙа ҡиммәтле йәнлек тиреһе йыйыусы контораларҙың ябылыуына ҡарамаҫтан, төлкө, һыуһар, шәшкеләр һаман да аяуһыҙ ҡырыла. «Урман хужаһы» айыуға ла көн юҡ. Донъя ошолай барһа, тиҙҙән ер йөҙөндә әҙәм заты ғына тороп ҡалырын көт тә тор. Европа халҡы, аңына килеп, юғалыу ҡурҡынысы янаған йәнлек-ҡоштарын үрсетергә, урмандарын үҫтерергә тотондо. Беҙ ҙә уларҙан ҡалышмайыҡ – булған тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ!
Мәҡәләмде «Тәбиғәт ҡосағында» тип атауым юҡҡа түгел. Ары шул һүҙҙәремде иҫбатларға ниәтләйем. Беҙ йәшәгән ер – Иҫке Монасип ауылында, өйөбөҙ Ҡамшаҡ йылғаһы ярында урынлашҡайны. Хәйер, уны йылға тип тә булмай: яҙын ҡар һыуҙары менән тулыланып, ажғырып аға ла, йәйен ҡорой.
Миңә биш-алты йәш самаһы булғандыр, бер көнө иртәнсәк шау-шыуға тертләп уянып киттем. Өләсәйем һөйләүенсә, шул йылға буйлап бер төлкө килгән дә аҙбарыбыҙҙа торған малдарҙы тәләфләп сыҡҡан. Хатта үҙенән бер нисә тапҡыр ҙурыраҡ һыйырға оронорға баҙнат иткән. Райондан килгән кешеләр, төлкө ҡоторған, тигән һығымтаға килгәс, бар малыбыҙҙы атып, яндырҙылар. Хатта бесәй балаһын да минән тартып алып, тере килеш утҡа бырғаттылар. Үҙебеҙ ҙә айға яҡын район дауаханаһында ятып сыҡтыҡ.
Тағы бер хәл күңелемдә ныҡ уйылып ҡалған. Өләсәйем менән ҡайҙандыр ҡайтып киләбеҙ. Көтмәгәндә айырылған бер күс ҡорт беҙгә һөжүм итмәһенме! Ҡасып ҡотолоу әмәле юҡ. Өләсәйем үҙе ныҡ таланды, әммә оҙон итәге менән ҡаплап, мине ҡорттарҙан ҡотҡарып ҡалды.
Яратҡан өләсәйемдең ғүмере фажиғәле тамамланды. Әсәйем һауынсы булып эшләгәс, йәйебеҙ йәйләүҙә үтә торғайны. Ул мәлдә «Ҡыҙыл таң» колхозының Сағанөшөгән йәйләүендә инек. Халыҡ йәйләүҙән апаруҡ ҡына алыҫлыҡта – йылға буйында урынлашҡан дөйөм мунсала йыуына. Бер көндө өләсәйем менән шунда юл тоттоҡ. Өләсәйем миңә тышта көтөп торорға ҡушты ла, үҙе мунсаға инеп китте. Муйыл сәскәһенең еҫенә иҙрәп, тап-таҙа һыулы йылғала йылп-йылп итеп күренеп ҡалған бәрҙеләргә ҡарап һоҡланып торғанда мунса эсендә ҡаты шартлау ишетелде. Бер нисә секундтан һуң үҙәк өҙгөс тауыш сығарып өләсәйем килеп сыҡты. Ул ҡып-ҡыҙыл булып янғайны. Сыҙамай, эргәләге йылғаға һикерҙе. Мин ни ҡылырға белмәй, ҡотом осоп, аптырап ҡалдым. «Улым, мин яндым, бар йәйләүҙән кешеләр алып кил», - тип ыңғыраша-ыңғыраша әйтте өләсәйем. Йән-фарман йәйләүгә саптым.
Баҡтиһәң, мунсалағы һыуҙы флягаларҙа йылытҡандар икән. Шул көндө мунса яҡҡан кеше аңғармаҫтан фляганың ҡапҡасын биккә япҡан. Ә ул, ҡайнап, шартлатҡысҡа әүерелгән. Өләсәйем белмәй-күрмәй, шул һауытты барып асҡан һәм ҡайнаған пар уның ярым яланғас тәненә һирпелгән.
Өләсәйемде ҡотҡарабыҙ тип ергә күмделәр. Ә был янған тәнгә зыян ғына булған икән. Теләһә ниндәй инфекция, микробтар уның тәненә инеп оялаған. Иҫ китмәле наҙанлыҡ бит был! Һыҙланып, үлем менән көрәшеп, йәйләүҙә өс көн ятты өләсәйем. Медицина хеҙмәткәрҙәре күренмәне. Әллә хәбәр ауылға оҙаҡ барҙы, әллә... Ул ваҡытта йүнле юл да юҡ ине шул. Иң яҡын ауылға барам, тиһәң, утыҙ-ҡырҡ саҡрым юл үтергә кәрәк, ә район үҙәге хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Өсөнсө көндә генә ауылдан бер трактор килеп етте. Тик өләсәйем яҡты донъя менән хушлашҡайны инде. Хәйер, был техникаға ултырып медицина хеҙмәткәрҙәре килдеме икән? Юҡ, хәтерләмәйем. Ә бит ваҡытында ярҙам күрһәтелһә, өләсәйемде ҡотҡарып булыр ине. Уның үлер алдынан әйткән һүҙҙәре әле лә хәтеремдә: «Ярай әле, мунсаға инеп өлгөрмәгәйнең. Һиңә бит әле, улым, йәшәргә лә йәшәргә». Кешелә ниндәй ҙә булһа аяныслы хәл алдынан алтынсы тойғо тыуа, тиҙәр бит. Фажиғә буласағын һиҙемләп, мине мунсанан сығарып ебәреп, ғүмеремде һаҡлап ҡалған мәрхүмә өләсәйемә мәңге-мәңге рәхмәтлемен.
Айыуҙы тәүге тапҡыр малайҙар-ҡыҙҙар бергәләп урманға еләккә барғанда осратҡайныҡ. Ҡотобоҙ осоп, бар әйберҙәребеҙҙе ташлап, кемуҙарҙан йәйләүгә шарылдап ҡысҡырып ҡайтып индек. Ата-әсәйҙәребеҙ беҙҙе шунда йәлләү урынына әрләне генә. Ә бер көндө малайҙар менән әрәмәлектә йөрөп ятҡанда йыланға тап булдыҡ. Кемдер йәйләүҙән йүгерә һалып балта алып килде, мин уның баш яғына төҙәп сабып та ебәрҙем. Башһыҙ йылан тыпырсынырға тейеш, ә ул ҡыбырламаны ла. Баҡһаң, йыландың ҡабығы ғына булған икән.
Әсәйем ғүмере буйына ҡош-ҡорттан өҙөлмәне. Йәйләүҙә лә өйрәк-тауык көтөргә тырышты. Уларға ҡарсыға, ҡарғаларҙан көн юҡ ине. Минең көндәрем шул себештәрҙе һаҡлап үтә. Ҡайһы берҙә, уйынға мауығып китеп, уларҙың донъяла барлығын да онотаһың. Ә йыртҡыстарға шул ғына кәрәк. Һәр бер юғалған ҡошсоҡ өсөн миңә ныҡ эләгә ине. Беҙҙән урлап йылға буйында оя ҡороп, йомортҡа баҫырға ятҡан өйрәгебеҙ ҙә шәшкенеңме, һыуһарҙыңмы ҡорбаны булды.
Үрҙә һөйләүемсә, бала саҡ йәйгеһен – йәйләүҙә, ҡышын ҡышлауҙа үтте. Һәүәнәк ҡышлауында йәшәгәндә, бүреләрҙән ҡасып, көпә-көндөҙ өйҙәр араһына бер илек килеп инде. Әҙәмдәрҙән мәрхәмәтлек эҙләгәндер, күрәһең. Ҡышлау халҡы уны ҡысҡырып ҡаршы алды. Шунда уҡ йөрәге ярылып, ергә тәгәрәне бахырҡай. Ә халыҡҡа нимә? Ит булыр, тип ҡыуанды ғына.
Бер көндө ҡыйыҡ башына үрмәләгәндә ҡараштарым урман ситендәге аҡланға төбәлде. Тиҫтәгә яҡын ҡуян бер урынға өймәкләшкән. Уларҙың туй уйыны булдымы икән?
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенән уҡығыҙ.
Читайте нас: