Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2020, 12:00

Брәтәк - “Айыҡ ауыл – 2020” район конкурсы еңеүсеһе!

«Айыҡ ауыл -2020» конкурсының муниципаль этабында районыбыҙ ауылдары ҙур ғына әүҙемлек күрһәтте. Хәбәр итеүебеҙсә, конкурс 2020 йылдың 1 авгусынан 30 ноябренә тиклем Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары ауылдары араһында үтте. Ә икенсе этабы республика кимәлендә - 2020 йылдың 1 декабренән 2021 йылдың 25 мартына тиклем уҙа.

Халыҡ иҫәбе төрлөсә булған ауыл-ҡасабаларҙы ғәҙел баһалау өсөн конкурс һөҙөмтәләре түбәндәге категорияларға бүленеп баһалана:-эре — 3 меңдән ашыу кеше йәшәгән;-ҙур — 1 меңдән алып 3 меңгә тиклем кеше йәшәгән;- урта — 200-ҙән 1 меңгә тиклем кеше йәшәгән;- бәләкәй — 200-ҙән кәмерәк кеше йәшәгән тораҡ пункттар.
Беҙҙең районда үткән муниципаль этапта 1-се урынды үрҙәге бүлем буйынса урта тигән төркөмгә ҡараған йәғни 200-ҙән 1 меңгә тиклем кеше йәшәгән Брәтәк ауылы яуланы.2-се урында - Иҫке Монасип ауылы һәм 3-сө урында - Яңы Монасип һәм Исламбай ауылдары.
- «Айыҡ ауыл −2020» конкурсында һаулыҡ һаҡлауға, эскелекте иҫкәртеүгә, сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән байтаҡ саралар үтте, уларҙа халыҡ әүҙем ҡатнашты. Беҙҙең райондан Брәтәк ауылы финалға үтте, беҙ быға бик шатбыҙ, - тине Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Илшат Сәйфетдинов.
Айыҡлыҡ – ҙурлыҡ, эскелек – хурлыҡ, ти халыҡ әйтеме. Ҙурлыҡ юлында булайыҡ, йәмәғәт.
Читайте нас: