Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2020, 11:40

Береһе өсөн береһе кәрәк!

Әлеге хәлдәрендә лә зарланмаҫ-һыҡтамаҫ, һынмаҫ-бөгөлмәҫ заттан бит улар – икеһе лә ауылдың абруйлы кешеләре, йәме, йәне...

Әлеге хәлдәрендә лә зарланмаҫ-һыҡтамаҫ, һынмаҫ-бөгөлмәҫ заттан бит улар – икеһе лә ауылдың абруйлы кешеләре, йәме, йәне...
Эш өсөн генә тыуған Мәһәҙей уҙаманы Рәсүл ағай менән Байназарҙан килен булып төшөп, төшкән еренә таштай батып донъя көткән, егәрлелеге, алсаҡлығы менән дан алған, береһенән-береһе матур, аҡыллы, уңған балалар үҫтереү менән бер рәттән колхоз эшенә мөкиббән бирелгән Һәҙиә еңгәй ҡартлыҡ таңын ошолай икебеҙ ҙә инвалид булып ҡаршыларбыҙ, тип уйламағандарҙыр ҙа. Сөнки әлеге хәлдәрендә лә зарланмаҫ-һыҡтамаҫ, һынмаҫ-бөгөлмәҫ заттан бит улар – икеһе лә ауылдың абруйлы кешеләре, йәме, йәне...
-Һәҙиә апайҙы гәзит биттәрендә күргебеҙ килә. Уның һымаҡ та кеше йәнле, ихлас әҙәм юҡтыр – үҙе аяҡһыҙ ултыра, көн аша 150 саҡырымлыҡ Белоретҡа гемодиализға йөрөй, ә үҙе, үҙ хәлем саҡ, тимәй, дауаханала саҡта беҙгә, ауырып ятыусыларға, ярҙам итә – сәйен ҡайната, яһай, тегеһен-быныһын йомошлай, - тип шылтыраттылар бер көн Байназарҙан...
Һәҙиә еңгәй менән туғыҙ йыл бергә эшләгән һеңлем: “Һәҙиә еңгәй йәйләүҙең, ферманың әсәйе булды. Шул тиклем кеше йәнле, тартымһаҡ, «юҡ» тип әйтә белмәгән кеше инде. Йәйләүҙә саҡта йә сәйең, йә шәкәрең бөтөп, уға инһәң, касаһындағы аҡтыҡҡы шәкәренең яртыһын булһа ла бүлеп ҡойоп сығарыр ине...”
Мәһәҙейҙең Ҡамышаҡ тигән яғында йәшәй Хәсәновтар.
(Материалдың тулырак вариантын "Таң" гәзитенең 4 декабрь һанында уҡығыҙ.)
Читайте нас: