Ағымдағы йылдың 2 ноябрендә Белорет район-ара суды тарафынан Иҫке Собханғол ауылында прокурор юллауы буйынса 15 административ эш ҡаралды. Улар интернет селтәрендә урынлаштырылған ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә таратыу тыйылған тип таныу тураһында.
Прокурор тикшереүҙәре һөҙөмтәһе буйынса, интернетта балаларҙа уларҙың сәләмәтлегенә һәм ғүмеренә хәүеф менән янаған ғәмәлдәрҙе ҡылыуға, шул иҫәптән һаулыҡтарына зыян килтереүгә ҡыҙыҡһыныу уятыуға булышлыҡ итеүсе мәғлүмәт урынлаштырылған сайттар асыҡланған.
Шулай уҡ балалар өсөн тиҙ ауырыу ысулдары тураһында мәғлүмәт ҡуйылған сайттар ҙа булған. Шул уҡ ваҡытта был мәғлүмәт балаларҙың һаулығына һәм үҫешенә зыян килтерә һәм уны балалар араһында таратыу тыйылған.
Бынан тыш, балаларҙа наркотик средстволар, психотроп һәм алйытыусы матдәләр, тәмәке изделиелары, алкоголь һәм составында спирт булған продукцияны ҡулланып ҡарауға теләк тыуҙырыуға йүнәлтелгән мәғлүмәттәр булған сайттар ҙа асыҡланған. Бындай мәғлүмәт тә ҡануниәт менән балалар араһында таратыу тыйылғандар иҫәбендә.
Йәнә хәрби хеҙмәттән баш тартыу ысулдарын тәҡдим итеүсе сайттар ҙа тикшереүселәрҙең күҙ уңына эләккән. Граждандарҙың хәрби хеҙмәт үтеүе – уларҙың дәүләт тарафынан билдәләнгән конституцион бурысы.
Үрҙә аталған сайттарға инеү ирекле, алдан теркәлеү йәки логин һәм пароль талап ителмәй. Интернет менән ҡулланыусы теләгән һәр кем был материалдар менән таныша, шулай уҡ үҙенә күсереп ала йәки электрон вариантта тарата ала.
Прокурорҙың юллау талаптары суд тарафынан ҡәнәғәтләндерелде. Суд ҡарары менән был сайттарҙа урынлаштырылған мәғлүмәттәр Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә таратыу тыйылған тип танылды.
Бәйләнеш өлкәһендә күҙәтеү, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникация буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығына был сайттарҙың электрон сәхифәләрен домен исемдәр реестрына (“Единый реестр доменных имен, указателей страниц сайтов в сети Интернет и сетевых адресов, позволяющих идентифицировать сайты в сети Интернет, содержащие информацию, распространение которой в Российской Федерации запрещено”) индереү бурысы йөкмәтелде.
2020 йылдың 13 ноябренә суд ҡарары законлы көсөнә инмәгән ине әле.