Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2020, 10:00

Йәнә бүреләр!.. йәки тынғыһыҙ һунарсының тоҙаҡ һалғаны, ике бүре алғаны

Бүре бит тоҙаҡҡа эләккәс, тик тормай, тыпырсынып, тулап, торған ерен ҡара ергә әйләндерә. Ағас төбөндә булһа, ике-өс метрға тиклем ағас өҫтөнә һикереп, ботаҡтарҙы һындырып бөтә.

Бүре бит тоҙаҡҡа эләккәс, тик тормай, тыпырсынып, тулап, торған ерен ҡара ергә әйләндерә. Ағас төбөндә булһа, ике-өс метрға тиклем ағас өҫтөнә һикереп, ботаҡтарҙы һындырып бөтә.
Ҡайнап торған заманыбыҙ үҙе шундай көнгә килтерҙе, шикелле, хәҙер аттар, һыйырҙар ғына түгел, урман януарҙары ла әҙәмдән ҡурҡыу белмәй, эргәбеҙҙә генә йөрөйҙәр. Бөрйәндән (район үҙәге) сығып, Билән өҫтөнә ҡалҡҡайным, бер болан юл аша сыҡты, саҡ ҡына ҡалышып, артынан ике бүре эйәргән. Беҙ, ҡаршы килгән машиналағы иптәш менән, тиҙлектәребеҙҙе ҡырҡа кәметеп, тегеләргә юл биреп, аптырашып ултырып ҡалдыҡ.

Икенсе юлланғанда Монасип туҡталышына етәрәк ҙур булмаған айыу юл аша сығып, был яҡта минең йомошом бар, тигәндәй, яйлап ҡына ауыл яғына ыңғайланы. Унан бер мәл Айыуөңөн төшөп килһәм, юл ситендә хәйләкәр йылмайып төлкө ултыра. Юлда барышлай фотоға төшөрөргә тырышҡайным, ағасҡа ышыҡланып йәшенеп тороп ҡалды. Ныҡышып, туҡтап торманым инде, сөнки төлкө танһыҡ түгел, Байназар арҡаһынан үткәндә ҙур яланда ураған һайын күрелә уларҙы.

Таңғы сәғәттәрҙә Яланғастүбә яғынан бүреләр олоуын ишетеү ғәҙәти хәл һымаҡ беҙҙең Һарағыла. Арттырмай әйтәм: төлкөләр ҙә, бүреләр ҙә күбәйҙе һәм ныҡ яҡынланы ауылдарыбыҙға, ә уларҙан зыяндан башҡа нәмә юҡ: төнгөлөккә ныҡлап тыҡшырмаһаң, тауыҡтарға ла, һарыҡтарға ла көн юҡ, һәр яҙ һайын ҡолондарҙы бүреләр ашауы ла беҙҙә яңылыҡ түгел хәҙер.

Шуға күрә лә һунарсыларҙың әүҙемлеге айырыуса мөһим бөгөн, халыҡ уларҙан мал-тыуарҙарын ҡурсалауҙы көтә. Тик ҡайҙа ул ҡурҡыу белмәҫ, ҡомарлы һәм сос һунарсылар?.. Союзда тороусылар, һунарсы исемен күтәреп йөрөүсөләр күп, тик йыртҡыстарға ҡаршы сығыусылар юҡ. Йөрәк эше шул бүрегә һунар итеү. Ана шунан йәнә шул бер һунарсыға әйләнәһең дә бағаһың инде: ҡотҡарырмы бәләнән?.. Ә ундай һунарсы беҙҙең Килдеғолда - Исхаҡов Хәбир Әмир улы. Атаһының исемен телгә алыуым тигенгә түгел, Әмир ағай заманында данлыҡлы һунарсы булды, 60-лап айыу алды, бүреләренең, төлкөләренең иҫәбе-һаны юҡ. Хәбир малай ғына сағынан атаһына эйәрҙе. Әмир ағайҙың дуҫтары - райондың атаҡлы һунарсыһы Бәҙәмшин Бирғәле менән райондың һунарсылар йәмғиәте етәксеһе, үҙе лә оҫта һунарсы Ғибат Йәғәфәров килеп төшәләр ҙә бергәләп һунарға сығып китәләр, бәләкәй Хәбирҙе лә эйәртәләр.

Оҙонсал буйында шәшке аулайҙар былар бер заман. Шул ваҡытта Бирғәле: - Әмир, был улыңдан бына тигән һунарсы сығасаҡ, - ти, боҙло һыуҙың аҫтын-өҫтөн ҡалдырмай шәшке баҫтырып, ҡамап, зыу килгән сос Хәбиргә ҡарап.

-Мине Ғибат бабай һунарсылар союзына алды, - ти Хәбир. - 38 йыл союздамын, бөтә документтарым бар.
Һунарсы исемен аҡланы, иҫбатланы Хәбир, бөгөн ул районда ла, республикала ла таныулы. Быйыл февралдә мин уның хаҡында матбуғатта мәҡәлә лә сығарғайным, ул мәлдә дүрт бүре алған ине. Бына әле ике бүре алды.

Бына нимә һөйләне Хәбир әлеге һунары тураһында:
– Тик ятылмай бит, көн һайын тиерлек урмандамын, яҙғыһын бүреләр күптәрҙең ҡолонон ашаны. Хәҙер, Мөнир ағай, малға таянып, мал көсө менән йәшәйбеҙ бит ауылда. Күптәр атҡа күсте, йылҡы көтөү менән ныҡлап мауыға башланы. Ҡолонло бейәһен аһырап, яҙға иркенлеккә сығарһа, ҡолонон бүре тота ла ашай, шунан нисек сығырыңдан-сыҡмайһың.

Йән көйөп, үткәндә ауылдан алыҫ китмәй, Әүҙекте буйында тоҙаҡ ҡорғайным, бүреләрҙең юл-йөрөмөн аңғарам бит инде. Тик аттарым артынан йөрөп, тоҙағымды барып ҡарай алмай оҙаҡланым.
Улым Вәли Мәғниттә эшләй, ялға ҡайтҡайны, бар, улым, тоҙаҡтарҙы ҡарап ҡайт, тип урын-ерен өйрәтеп ебәрҙем. Тик ҡушкөбәктең икеһен дә яһап, аңғарып, әҙер бар тоҙаҡ тирәһенә, тинем.

Бүренең береһе муйынынан эләгеп үлеп торған, икенсеһе тере икән. Вәлигә ажғырып ынтылған ыңғайы улым атып үлтергән тегене. Һуңынан ҡараһаҡ, аяғы өҙөлөп бөткән тиерлек, трос теткеләнгән, саҡ ҡына ныҡышһа, тоҙаҡтан ысҡыныу мөмкинлеге лә булған йыртҡыстың.
Бүре бит тоҙаҡҡа эләккәс, тик тормай, тыпырсынып, тулап, торған ерен ҡара ергә әйләндерә. Ағас төбөндә булһа, ике-өс метрға тиклем ағас өҫтөнә һикереп, ботаҡтарҙы һындырып бөтә.

Вәли улым урманды ярата, ялға ҡайтһа, күберәген урманда йөрөп китә.
- Бүре аулау еңел түгел. Төлкөнө хәйләкәр тигән булалар, бүре төлкөгә ҡарағанда ла хәйләкәрерәк, аҡыллы хәйләкәр,— ти Хәбир. —Унан бик йыртҡыс хайуан. Айыу кешегә ташланмай. Кеше айыуҙы күрмәй ҙә ҡалырға мөмкин, ә айыу кешене күреп, яндап үҙ юлынан үтеп китә. Бүре кешегә лә ташланырға тартынмаҫ тап булһаң, бүреләр бүрегә лә бүресә мөнәсәбәттә - тоҙаҡҡа эләккән бүрене өйөрө менән ашап киткән осраҡтар бар.

Бармай оҙаҡлаңҡырап йөрөгәс, әлеге бүремде ҡоҙғондар йолҡҡослаған, бер бөркөт йөрөй, ул да килеп киткән-, тип һөйләй Хәбир. — Алған бүреләремдең һаны 45 булды, һау булһам, уларҙың һанын 70-кә тултырам да туҡтармын, тим. Быйыл 5-6 бүре алырға ниәт ителә.
Ниңә башҡа һунарсылар бүре ауламай икән, тип һорайым Хәбирҙән.

-Егеттәрҙең бүрегә йөрөмәүенең ике сәбәбен әйтәм. Берҙән, был ҡурҡыныс һунар, икенсенән, был ҡурҡыныс һунарҙың хаҡы сыҡмай. Борон премияһы була торғайны, хәҙер яҙа-йоҙа. Һинең бүре алыуың менән ҡыҙыҡһынған кеше юҡ, дәртләндереү юҡ. Бүтән райондарҙа бүре алыусыға бүләккә ат биреүҙәрен ишеттем.

Ҡыҙыҡ өсөн йөрөлмәй бит, бүреләр һуңғы йылдарҙа ныҡ үрсене, мал-тыуарға ла, кешегә лә ҡурҡыныс янай, шуны уйлап йөрөлә. Юл ыңғайы төлкөнө лә алына, улар ҙа үрсемле, зыянлы, - ти Хәбир, киргегә тартҡан төлкө тиреһен күрһәтеп. - Бер нисәүҙе алып, Миңнур апайымдан ҡолаҡсынлы итеп төлкө бүрек тектереп алам, тим. Ҡышҡы һыуыҡта бик йылы була төлкө бүрек. Хәҙер генә санала ат менән урманға сыға башлайым, баш өшөп йөрөмәһен, тейем.

Хәбирҙең төлкөһөнөң, бүреһенең тиреһен, ҡош-ҡорт талағанлыҡтан тиреһен тунау мөмкинлеге булмаған, туңып ҡатҡан бүреһен фотоға төшөрөп, уға артабан да уңышлы һунар, именлек-һаулыҡ теләп ҡайтып киттем.
Читайте нас: