Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2020, 13:00

Әсәйҙәр тәбрикләнде

Район хакимиәтенең акттар залында Әсәйҙәр көнө уңайынан бер төркөм әсәйҙәргә бүләктәр тапшырылды.

Район хакимиәтенең акттар залында Әсәйҙәр көнө уңайынан
бер төркөм әсәйҙәргә бүләктәр тапшырылды.
Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәйҙәргә – Фәилә Әбдрәшитова, Сажидә Билалова, Ғәлимә Вәлиева, Әлфиә Ғәлина, Марина Йыһанурова, Эльвира Мәжитоваларға район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы.

Район хакимиәтенең Рәхмәт хаты ҡатын-ҡыҙҙар советтарының әүҙем ағзалары Шәүрә Сәлихова, Зөлфиә Ҡунафина, Гөлсиә Йомағужиналар йөҙөндә эйәһен тапты.
Байрам сәй табыны менән тәмамланды.
Читайте нас: