Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2020, 19:00

Провизор госпитале ябылды

Коронавирус һәм пневмония сирҙәренең таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы брифингты асып, район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов районда был юҫыҡта хәлдәрҙең бер ни тиклем яйға һалыныуын билдәләне, ләкин бының әле тынысланырға сәбәп бирмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Коронавирус һәм пневмония сирҙәренең таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы брифингты асып, район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов районда был юҫыҡта хәлдәрҙең бер ни тиклем яйға һалыныуын билдәләне, ләкин бының әле тынысланырға сәбәп бирмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Район үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Р. Айытбаев биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, пандемия башланғандан алып районда ковид менән сирләүҙең 56 осрағы теркәлгән, үткән аҙнала был сир йәнә өс кешелә раҫланған. 44 кеше йүнәлгән, 3 кеше стационарҙарҙа, 8 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.

Пневмонияның 266 осрағы билдәләнһә, 231 кеше һауыҡҡан. 2 кеше – Өфөлә, 6 кеше Белоретта дауалана. 18 кеше амбулатор дауа ала.
-Пневмония менән сирләүселәр араһында ауыр хәлдәгеләр юҡ, сирҙе еңел һәм уртаса ауырлыҡта үткәрәләр. Сирләүселәр һаны кәмей башлау сәбәпле, провизор госпитале ябылды. Унда дауаланыусыларҙан 3 кеше Белоретҡа ебәрелде. Хәҙер терапия, педиатрия, йоғошло ауырыуҙар бүлектәре ҡәҙимге рәүештә эшләй башлаясаҡ. Киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән ауырыусыларҙың һаны ла кәмей төшкән: теге аҙнала 107 осраҡ теркәлһә, үткән аҙнала – 95 осраҡ, - тине Р. Айытбаев.

Табип-эпидемиолог Ю. Коробчанский эпидемиологик хәлдәрҙең бер ни тиклем тотороҡланыуына битлек-бирсәткә режимын, дистанция һаҡлау, күмәк кешеләр йыйылған саралар үткәрелмәүе үҙ өлөшөн индереүен билдәләп:
-Халыҡты киләсәктә лә һаҡланыу сараларына етди ҡарауҙарын һорайым. Тиҙҙән беҙгә лә ковидтан вакцина килеп етәсәк. Ул тәү сиратта медицина хеҙмәткәрҙәренә, хәүеф төркөмөнә ҡарағандарға, 65 йәште үткәндәргә яһаласаҡ. Ошо вакцина яһала башлағас, хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәрер, тип ышанабыҙ, - тине.

Мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы И. Сәйфетдинов мәктәптәрҙең традицион уҡыуға күсеүен, мәғариф учреждениеларында һаҡланыу сараларының үтәлеше ныҡлы контролгә алыныуын, балаларҙың сирләү осраҡтары буйынса көндәлек мониторинг үткәрелеүен телгә алды.

Полиция хеҙмәткәре И. Ырыҫбаев һаҡланыу талаптарын үтәмәүселәргә иҫкәртеүҙәр яһалыуын, айырым осраҡтарҙа штраф сараһы ҡулланылыуын әйтеп үтте. Был тәңгәлдә 117 хоҡуҡ боҙоу асыҡланған, 39 осраҡта штраф санкцияһы ҡулланылған. Бынан тыш, 46 кешегә иҫкәртеү яһалған.

“Мәсем” балалар һәм үҫмерҙәр клубы белгесе М. Ямғурсина ирекмәндәрҙең пандемия осрағындағы эшмәкәрлектәре хаҡында бәйән итеп, “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан бирелгән 151 пакет аҙыҡ-түлек йыйылмаһының мохтаждарға, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә таратылыуын, бынан тыш, ирекмәндәр тарафынан йыйылған аҡсаға йәнә 48 пакет әҙерләнеүе тураһында белдерҙе. Ирекмәндәр хроник сирлеләргә, 65 йәштән өлкән йәштәгеләргә бушлай 250 битлек таратҡандар.

Әйткәндәй, колл-үҙәк тә эшләй. Уның телефондары: 3-53-47.
Брифингҡа йомғаҡ яһап, район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы, һаҡланыу сараларын теүәл үтәйек, үҙебеҙҙе һәм бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, тине.
Читайте нас: