Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2020, 11:40

Онотмай ил улдарын

Фронтовик-шағир Мәлих Харистың “Батырҙарын иҫкә алғанда, онотмаһын мине лә Тыуған ил”, -тигән шиғри оран-үтенесе һәр заманда ла актуаль: 11 декабрҙә – Рәсәйҙә Чечен кампанияһы ҡорбандарын һәм илебеҙ биләмәһендәге локаль бәрелештәрҙә вафат булыусыларҙы иҫкә алыу көнөндә район үҙәгендә ҙур сара үтәсәк.

«Хәрби хәрәкәттәр ветерандары» һәм «Диңгеҙселәр туғанлығы» йәмәғәт ойошмалары рәйесе урынбаҫары Олег Ғәлиев әйтеүенсә, тәүҙә һәйкәл янында митинг үтәсәк, ошо «утлы нөктә»ләрҙә баш һалғандарҙың рухына доға ҡылынасаҡ, һәйкәлгә гөлләмә һалынасаҡ, сығыштар тыңланасаҡ, аҙаҡ район мәҙәниәт һарайында Чечен Республикаһындағы бәрелештәрҙә ҡатнашыусы бер төркөм яҡташтарыбыҙға наградалар, локаль бәрелештәрҙә вафат булыусыларҙың ғаиләләренә конверттар тапшырыласаҡ, аҙаҡ төрлө ойошма-учреждение етәкселәре, вәкилдәре, белгестәр ҡатнашлығында «түңәрәк өҫтәл» үтәсәк.

Сарала Германия Демократик Республикаһында, авиация, һауа-десант ғәскәрҙәрендә, диңгеҙ флотында, Афғанстан Демократик Республикаһында, сик буйы ғәскәрҙәрендә ир-егетлек бурысын үтәп ҡайтҡан ир-егеттәр ҡатнаша.
Башланыу ваҡыты – 11.00 сәғәттә.
Читайте нас: