Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2020, 14:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Хөрмәтле райондаштар! Ут менән һаҡ булайыҡ!

Хөрмәтле райондаштар! Ут менән һаҡ булайыҡ!
Демография
Үткән аҙнала районда 3 сабый тыуған. 2 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 5 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән, 1 ғаилә тарҡалған.
01 хәбәр итә
2 янғын осрағы теркәлгән: Байғаҙыла шәхси пилорам янған, Кейекбайҙа мунса һәм әүеҫтек ут ҡорбаны булған.
Хөрмәтле райондаштар! Ут менән һаҡ булайыҡ! Эшләп торған электр приборҙарын, ут яғылған мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
02 хәбәр итә
Ноябрҙең 20-һенән 27-һенә тиклемге осорҙа район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 58 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә табип тәғәйенләүенән тыш наркотик матдәләр ҡулланыу (1), киндер орлоғо йөрөтөү (1), урлашыу (2), янғын (2), законһыҙ ағас ҡырҡыу (1), транспорт средствоһы менән ҡабатлап эскән килеш идара итеү (1), зыян күреүселәрһеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (1), сит мөлкәткә зыян килтереү (1), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (4), ғәҙәттән тыш хәлдәр йәки уларҙың булыу ихтималлығы шарттарында тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәмәү (3), ғаилә низағы (3), шәхси документтарҙы юғалтыу (2), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (3), эскән килеш йәмәғәт урынында йөрөү (2) һ.б. бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 74 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 53. Бер водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған.
Читайте нас: