Тәү әсәбеҙ Һауаның тоҡомо булараҡ тыуған һәр ҡатын-ҡыҙҙың иң оло бәхете, теләп өҫтөнә алған бурысы – әсә булыу. Һәр беребеҙ әсәнән тыуған һәм ошо изге күңелле йән эйәһе беҙҙең өсөн Ер шарында иң ғәзиздәрҙән, яҡындарҙан һанала. Әсәйҙән тоғро, зирәк, яраттырғыс һәм балаһы өсөн йәнен-тәнен фиҙа ҡылған зат юҡ бүтән. Шуға ла, хәҙистәрҙән күренеүенсә, әсәй хаҡы –Аллаһтыҡынан ҡала икенсе.
Ошо көндәрҙә тағы бер йылы, нурлы байрам – Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ошо мөбәрәк байрам айҡанлы әйтер һүҙем –күршем, дүрт бала әсәһе, ире Фаязға бына тигән ышаныслы ғүмер юлдашы Фәүзиә хаҡында.
Алты ҡыҙ балалы ҙур ғаиләлә тыуғанғамы, үҙе шулай эш айырмай торған әрһеҙ заттан булғанғамы, энә ҡайҙа – еп шунда, тигәндәй, Фаяз балта-сүкеш тотоп туҡылдай икән, һәр саҡ эргәһендә Фәүзиәһе.
Ҡунафиндар 2012 йылда яңы йорт һалып сыҡты, 12х12 метрлыҡ дәү өйҙәренең ҡыйығын һүтеп ташлап, быйыл көҙ өйҙәренә икенсе ҡат эшләп ҡуйҙылар.
Заманса материал менән өйҙө көпләһендәрме, ире таҡтаның бер башын тотһа, икенсеһенә ҡатыны йәбешһенме – Ҡунафиндар ихлас сөкөрләшеп, дуҫ-татыу булып шулай төҙөлөш менән булдылар. Ҡарап торһаң, күҙ ҡыуанысы, күңел йыуанысы инде.
Фәүзиә – Яңы Монасип ҡыҙы. Благовещен педагогия колледжын тамамлап, Мәһәҙейҙә педагогик хеҙмәт юлын башлай, унан байтаҡ ҡына “Урал” физкультура-һауыҡтырыу комплексында тренер-инструктор булып эшләй. Әле дүртенсе балаһы Алмаз менән декрет ялында.
Йорт хужаһы Фаяз Фәрит улы 2003 йылдан алып полиция бүлексәһендә эшләй, полиция старшинаһы, дежур ярҙамсыһы. Быйыл полиция хеҙмәткәрҙәре көнөндә оҙайлы һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн Бөрйән районы буйынса полиция бүлексәһенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Ҡунафиндарҙың матур ғаиләһендә дүрт бала үҫә: 10-сыла уҡыған үҙе уңған, үҙе спортсы, үҙе уҡыу алдынғыһы Фаягөл, 7-селә уҡыусы Айназ, 5-селә уҡыусы Илнара һәм ике йәше лә тулмаған Алмаз.
Спорт һөйөүсе ғаилә ул Ҡунафиндар. Бер йылы район кимәлендә үткән “Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә” ярышында берәүгә лә ал бирмәһәләр, 2018 йылда республика кимәлендә үткән ошондай спорт ярышында район намыҫын яҡлап, 1-се урын алып ҡайттылар.
Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән, тигәндәй, күршеләремдең балалары ла, шөкөр,тәртипле, олоға – ололоҡло, кесегә – кеселекле.
Балалары ишәйгәс, Ҡунафиндар сит ил маркалы машиналарын “Ларгус”ҡа алмаштырҙы. Ҡасан һәм ҡайҙа теләйҙәр – бөтә ғаиләләре менән тейәлешеп сығып китәләр. Фәүзиә үҙе лә “тимер ат”ты күптән йүгәнләгән. Ҡунафиндар аҙна һайын тиерлек Яңы һәм Иҫке Монасиптарҙа йәшәүсе ата-әсәһенең хәл-әхеүәлен белергә ҡайта.
Бәхетле булыу өсөн хан ҡыҙы йә королева булып тыуыу кәрәкмәй, ҡатын-ҡыҙ, әсәлек, ир бәхете татып йәшәр өсөн кәмендә Фәүзиә Сәит ҡыҙы булыу кәрәк. Эйе, күршем ише уңған, кешелекле, донъя көткәндә тернәксел,балалары өсөн йән атып торған әсәй һәм ире өсөн ышаныслы, мөхәббәтле йән булып. Шул ғына.