Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2020, 10:00

Нисек кибер-мутлашыусылар ҡорбаны булмаҫҡа?

Хоҡуҡ һаҡлау органдарына килгән енәйәттәр тураһындағы хәбәрҙәргә республика прокуратураһы тарафынан үткәрелгән анализ шуны күрһәтә – интернет-енәйәтселәр халыҡтың аҡсаһына эйә булыу өсөн төрлө ысулдарҙы әүҙем ҡулланалар.Урамдан башҡа ерҙә лә мутлашыусыларҙың ҡорбаны булырға мөмкин. Технологиялар үҫешеү менән яман ниәттә эш итеүселәр виртуаль киңлекте лә тиҙ генә үҙләштерҙеләр.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарына килгән енәйәттәр тураһындағы хәбәрҙәргә республика прокуратураһы тарафынан үткәрелгән анализ шуны күрһәтә – интернет-енәйәтселәр халыҡтың аҡсаһына эйә булыу өсөн төрлө ысулдарҙы әүҙем ҡулланалар.
Урамдан башҡа ерҙә лә мутлашыусыларҙың ҡорбаны булырға мөмкин. Технологиялар үҫешеү менән яман ниәттә эш итеүселәр виртуаль киңлекте лә тиҙ генә үҙләштерҙеләр.
Интернетта мутлашыуҙың ниндәй схемалары ҡулланыла һәм урлашыуҙарҙан үҙеңде нисек һаҡларға?
Әгәр һеҙ ҡулдан тауар һатып алырға йәки үҙегеҙгә кәрәкмәгән әйберҙе һатырға уйлаһағыҙ, бик һаҡ булығыҙ – мутлашыусылар йыш ҡына һатып алыусы йәки һатыусы роленә инә. Һеҙҙең тауар менән үтә ныҡ ҡыҙыҡһынған һәм иҫәбегеҙгә шунда уҡ аванс күсереп ҡуйырға теләгән кеше табыла. Был маҡсатта ул һеҙҙең картағыҙҙың йәки телефонығыҙҙың номерҙарын ғына һорап ҡалмай, шулай уҡ картаның, йәнәһе лә, ысынмы икәнлеген билдәләүсе кодты ла (арт яғындағы өс һан) һорайҙар.
Бындай аҙым һеҙҙә шик уятырға тейеш – аҡса күсереү өсөн картаның номерын ғына белеү ҙә етә.

Әгәр һеҙ ҡулдан тауар һатып алһағыҙ, һеҙҙән алдан түләүҙе һәм картаның барлыҡ мәғлүмәттәрен хәбәр итеүҙе һорауҙары мөмкин. Әгәр һеҙҙең менән мутлашыусы бәйләнешкә сыҡҡан икән, иң яҡшы осраҡта һеҙ аванс итеп ебәргән аҡсағыҙҙан яҙыуығыҙ ихтимал. Иң насар осраҡта – әгәр һеҙҙең картағыҙҙың барлыҡ мәғлүмәттәрен һорап алһалар – иҫәбегеҙҙәге барлыҡ аҡсаларҙан ҡолаҡ ҡағыуығыҙ мөмкин.

Быны нисек булдырмаҫҡа?
Социаль селтәрҙәр йәки махсус сайттар аша ҡулдан тауар һатып алғанда бик һаҡ булығыҙ. Потенциаль һатыусыны йәки һатып алыусыны кешеләрҙең фекерҙәре (отзывтар) буйынса тикшерергә тырышығыҙ. Төркөмдәрҙә һәм сервистарҙа, ғәҙәттә, һатыусыларҙың да, һатып алыусыларҙың да “ҡара исемлеге” һәм модераторҙары була. Һатыусының профилен тикшерегеҙ – мутлашыусылар социаль селтәрҙәрҙә йыш ҡына бик әҙ генә мәғлүмәт ҡуйылған сәхифәләр (страницалар) булдыра.

Һеҙҙең дуҫығыҙ аҡса биреп тороуҙы үтенгән йәки сәйер һылтанма (ссылка) менән шәхси хәбәр ебәргән. Тимәк, һеҙҙең дуҫығыҙҙың аккаунтын емергәндәр тигән һүҙ.
Таныш булмаған кеше һеҙгә шәхси хәбәр яҙып, тотороҡло һәм юғары килем вәғәҙә иткән ҡатмарлы булмаған эш тәҡдим итә. Яҙмала тәғәйен мәғлүмәт юҡ, ләкин, йәнәһе, был эш тураһында ентекләберәк танышыу маҡсаты менән инеп уҡыр өсөн һылтанма (ссылка) бирелә. Бындай һылтанма буйынса һеҙ хыял иткән эш юҡ, һеҙҙе бары тик компьютер вирусы ғына көтөп торасаҡ.

Йыш ҡына мутлашыусылар үҙҙәрен төрлө өлкә буйынса билдәле брендтарҙың һәм компанияларҙың хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра. Һеҙгә түбән процент менән кредиттар, ҙур ташламалар, бушлай тауарҙар вәғәҙә итәләр йәки, һеҙ - конкурстың еңеүсеһе, тип алдауҙары ихтимал. Һеҙгә призды алыу йәки ташламаға эйә булыу өсөн, йәнәһе, күп тә кәрәкмәй – үҙегеҙҙең картағыҙҙың, паспортығыҙҙың мәғлүмәттәрен йәки барыһын да бергә хәбәр итергә, йәки ебәрелгән бүләктең страховкаһын түләргә кәрәк, тип әйтәләр.

Нисек алданмаҫҡа?
Әгәр социаль селтәрҙәр аша сәйер хәбәрҙәрҙе һеҙҙең дуҫығыҙ ебәрә икән, тиҙерәк шылтыратып, уға ысынлап та ярҙам кәрәкме икәнен белешегеҙ. Йәки мутлашыусылар уның аккаунтын боҙғандар – тағы ла кемдәрҙелер алдауҙары мөмкин.

Таныш булмаған кешеләрҙән килгән хәбәрҙәр – интернетта аҡса эшләүҙең иң яҡшы ысулы түгел.
Әгәр таныш булмаған кешеләр һеҙгә берәй бренд йәки компания исеменән яҙа икән, компанияның рәсми сайтында йәки социаль селтәрҙәге сәхифәһендә был мәғлүмәтте асыҡлау шарт. Эре компаниялар хатта ҡатнашмайынса ла уларҙа еңеп була торған һәр төрлө конкурстарҙы һирәк үткәрәләр һәм бер ваҡытта ла бушты юҡтан ғына һеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, карта мәғлүмәттәрен һорамайҙар.

Мутлашыусылар, оҡшаған атамаларҙы һәм биҙәлеште файҙаланып, билдәле сайттарҙы күсереп алалар, ҡабатлайҙар. Мәҫәлән, һеҙ ЮХХДИ сайтында штрафтарығыҙ бармы-юҡмы икәнлеген белергә йәки банктан онлайн кредит алырға теләйһегеҙ. Ә фишинг сайтҡа, йәғни клон-сайтҡа эләгәһегеҙ. Әгәр һеҙ был сайттарға үҙегеҙҙең мәғлүмәттәрегеҙҙе индерһәгеҙ, улар насар ниәт менән эш итеүселәр ҡулына эләгәсәк.

Быны нисек булдырмаҫҡа?
Һәр ваҡыт браузерҙың адресы яҙылған еренә иғтибар итегеҙ: клон-сайтта хата буласаҡ. Сайт аша ниндәйҙер тауар йәки хеҙмәт өсөн түләргә ниәт итһәгеҙ, һаҡланған бәйләнешле һәм түләү системаһы значогы булған сайттар аша ғына башҡарығыҙ. Сайттың эстәлеген дә иғтибар менән өйрәнегеҙ – яман ниәт менән эш итеүселәр сайтты тултырыуға йыш ҡына етди иғтибар бирмәйҙәр. Адресты ҡул менән йыймаҫ өсөн, йыш ҡулланған сайттарҙы закладкаларға һаҡлап барығыҙ. Ул ваҡытта һеҙ уларҙың исемдәрен яңылышмаҫһығыҙ һәм үҙегеҙгә кәрәкле сайтҡа эләгерһегеҙ.

Зыянлы программалар һеҙ үҙегеҙҙең телефонығыҙға күсереп алған төрлө мобиль банктар аҫтында һәм төрлө өҫтәмәләрҙә йәшеренә беләләр.
Телефондарығыҙға ҡушымталарҙы (приложениеларҙы) тик рәсми интернет магазиндарҙан ғына күсереп алығыҙ. Иң беренсе ҡушымтаны эшләүсегә иғтибар итегеҙ – рәсми банк ҡушымталарында банк үҙе күрһәтелгән була. Ҡушымталарҙың һүрәтләнешен иғтибар менән уҡығыҙ. Сит-яттарҙың ҡушымталарын күсереп алмағыҙ.
Үрҙә аталған ҡағиҙәләрҙе үтәү һеҙҙе кибер-мутлашыусыларҙан хәүефһеҙ итер һәм аҡса средстволарығыҙҙың да теүәллеген тәьмин итер.
Читайте нас: