Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2020, 10:00

Минең әсәйем

Әсәй! Донъяла иң сибәре, иң һылыуы - ул әсәй. Шул уҡ ваҡытта әсә кеше һиңә кәңәш биреүсе лә, яҡын дуҫың да. Бер әсә лә үҙ балаһына насарлыҡ теләмәйҙер. Кескәй балаларҙың да беренсе һүҙе - әсәй. Әсә кешенең йомшаҡ ҡулдарын, яғымлы һүҙҙәрен, серле ҡарашын бер нәмә менән дә сағыштырып булмай. Әсә - ул донъялағы иң яҡшы кеше.

Әсәй! Донъяла иң сибәре, иң һылыуы - ул әсәй. Шул уҡ ваҡытта әсә кеше һиңә кәңәш биреүсе лә, яҡын дуҫың да. Бер әсә лә үҙ балаһына насарлыҡ теләмәйҙер. Кескәй балаларҙың да беренсе һүҙе - әсәй. Әсә кешенең йомшаҡ ҡулдарын, яғымлы һүҙҙәрен, серле ҡарашын бер нәмә менән дә сағыштырып булмай. Әсә - ул донъялағы иң яҡшы кеше.
Минең әсәйем Айытбаева Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы 1983 йылдың 15 декабрендә Байназар ауылында донъяға килгән. Ғаиләлә улар ике ҡыҙ һәм бер малай үҫәләр. Өләсәйем менән олатайым ике ҡыҙын да уҡытыусы һөнәренә уҡытҡан. Әсәйем туғыҙынсы кластан һуң Сибай педагогия колледжында белем ала. 2004 йылда уҡып бөткәс, хеҙмәт юлын Ҡурғашлы мәктәбендә башлай. 15 йыл әсәйем уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалып, арымай-талмай эшен дауам итә. Бөгөнгө көндә ул Байназар урта мәктәбендә инглиз теленән балаларға белем бирә. Шулай уҡ мәктәптә психолог эшен дә алып бара. 9-сы класс уҡыусыларының класс етәксеһе лә.

Әсәйем бик ныҡ гөл-сәскәләр үҫтерергә ярата. Өйөбөҙҙөң һәр бер өҫтәлендә, кәштәһендә гөл үҫеп ултыра. Бер буш урын булһа, күп тә үтмәй, унда ла гөл килеп ултырыуы мөмкин. Өйөбөҙҙөң эсе йәмлерәк, матурыраҡ булһын, ти ул.

Әсәйем шулай уҡ йыр-моң тыңларға һәм йырларға ярата. Уның яратҡан ғына йырсылары ла бар. Фәиз Юмалин һәм Таһир Әсәҙуллиндарҙың йырҙарын айырыуса күп тыңлай. Мин дә уның кеүек йәш башҡорт йырсыларының йырҙарын тыңлайым.

Спорт та әсәйемдең яратҡан өлкәһе. Мәктәп йылдарынан алып ул волейбол, еңел атлетика менән дуҫ. Мәктәптә, районда үткәрелгән төрлө ярыштарҙа ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.

Ҡустым менән икебеҙгә дәрес әҙерләүҙә әсәйем бик ярҙам итә. Кис ултырып күмәкләшеп әҙәби китаптар уҡыйбыҙ, төрлө гәзит-журналдарҙа сыҡҡан кроссвордтарҙы сисергә лә ваҡыт табабыҙ. Мин үҙ башҡорт телем менән бер рәттән инглиз телен дә ныҡлы үҙләштерергә тырышам. Бында ла әсәйемдең өлөшө ныҡ ҙур, тип уйлайым. Ул миңә сит телде үҙләштерергә ярҙам итә.

Мин шул тиклем бәхетлемен, сөнки мине яратҡан, ҡурсалаған кеше - әсәйем бар. Әсәй эргәлә булһа, шул хәтлем рәхәт.
Дуҫтар, әсәйҙәрҙе хөрмәт итәйек һәм уларға ярҙам итәйек.
Читайте нас: