Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2020, 11:00

«Шөкөр итеп йәшәйем»

Йәғәфәрова Йәмилә Дауыт ҡыҙы, Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы, 1938 йылғы.

Йәғәфәрова Йәмилә Дауыт ҡыҙы, Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы, 1938 йылғы.
- Аҡбулат ауылы ҡыҙы мин. Яҙмыш еле ошо яҡтарға ташланы. Беҙ эшләмәгән эш ҡалмағандыр ул. Сайырын да йыйылды, һауынсы ла булынды. Бабайым Мансур Ғилметдин улы баҡыйлыҡҡа күсте. Бабай эшкә шәп ине. Ул да сайырсы булды, һүрәте гәзит биттәренән төшмәне. Тәүҙә Яуымбайҙа һауынсы булып эшләгәйнем, аҙаҡ бында күсеп килдек.

Балаларыбыҙ етәү ине, өсәүһе мәрхүм булды, дүртәүһе һауҙар. Шөкөр генә инде. Ауылда ике балам төпләнгән. Зөһрәм ауылдың икенсе башында торһа ла, көнөнә өс килеп ҡарай. Иртә менән килеп ут яға, мейес башын баҫып ҡайта. Төшкөлөккә килеп ашата, кис тағы килеп ут яға. Шул балаларға ғына ҡарап ултырам инде – аяҡһыҙ ҡалып ҡуйылды бит.

Ҡолағайным, быуыны сыҡты, аҙаҡ йөрөй алмаҫ булдым да ҡуйҙым. Ҡалай итәң инде – тәҡдир. Ошо диванымда ғына ултырыуҙан ғибарәт “донъя көтөүем”.

Пенсия таҡа-тоҡараҡ булып ҡала – утынын алдыртаһың, быстыраһың, ярҙыртаһың, өйҙөртәһең, тигәндәй. Балаларымдың көсө менән йәшәйем – мең рәхмәт төшһөн үҙҙәренә. Аяҡтан яҙып ултырһам да, барына шөкөр ҡылып көн итәм.
Читайте нас: