Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2020, 10:00

Әсәлек һәйкәленә лайыҡ ул

Сәскәгә күмелеп ултырған был инәй яңыраҡ ҡына 85 йәшен туйлаған Вәхиҙә Шәрәфетдинова булыр.

Сәскәгә күмелеп ултырған был инәй яңыраҡ ҡына 85 йәшен туйлаған Вәхиҙә Шәрәфетдинова булыр.
Әсәйем бер саҡ: “Ана, һин шул Вәхиҙә ҡоҙағый тураһында яҙ, бөтә ауылды аптыратып, 8 бала өҫтөнә килде бит ул”, - тигәйне.

Вәхиҙә инәй күрше Кейекбай ауылы ҡыҙы. Әтек ауылы егете Моратша Иҫәнгилдингә кейәүгә сығып, ике ҡыҙға ғүмер биреп, ире мәрхүм булғас, кире Кейекбайға ҡайта.

Әтектә лә, ауылында ла һауынсы булып эшләй. 1974 йылда ҡатыны үлеп, балалары менән шаурап ултырып ҡалған Әбделхай ҡоҙаға дим буйынса кейәүгә сығып, Берлеккә күсеп килә. Ул - ҡоҙаның өсөнсө ҡатыны. Тәүге ҡатыны Кәбирә үлеп китеп, унан Сәмәрә исемле ҡыҙы ҡала, икенсе ҡатыны Кларанан 7 бала тороп ҡала. Ҡураныс ҡына кәүҙәле, ипле генә холоҡло, йомшаҡай ғына инәйҙән һорай ҡуям:

-Нисек йөрьәт иттең, ҡурҡманыңмы?
-Ҡаушаным, әлбиттә, мин дә әҙәм балаһы ла баһаң. Мин килгәндә бер урындыҡ булып туптырҙашып береһенән-береһе бәләкәй балалар йоҡлап ята ине. Әммә Әбделхайға сыҡҡаныма һис тә үкенмәнем. Бер урында - элемтә бүлегендә 40 йылдан ашыу эшләне, донъя көтөүгә егәрле булды. Талапсан, хәстәрлекле атай ҙа, арҡа терәрлек ир ҙә ине. Уртаҡ улыбыҙ Илшат менән йәмғеһе 11 балабыҙ булды. Береһен-бер балалар йортона биреү тураһында һүҙ ҙә булманы.

Балалар мәктәптә яҡшы уҡынылар, эшкә егәрле булдылар. Тик ике улыбыҙ - Әмир менән Мөнир генә был донъянан иртә китеп барҙылар, - ти.
Бигерәк тә Мөнир улы тураһында яҡты хәтирәләр һаҡлай ул. Районда иң беренсе йәштәр премияһына лайыҡ булған Мөнир Ғүмәров хаҡында һүҙ. Оҫта ҡуллы улы ысынъяһау донъя ла эшләп бирҙе уға.

«Әсәй» тип әйтмәгәнгә, апай, һин беҙҙе ғәфү ит, йәме”, тигән һүҙҙәрен дә күҙ йәше аша хәтерләй ул.
-Клара мәрхүмәнең һеңлеһе Тамараға рәхмәтем ҙур. Ярҙамы шул тиклем күп булды, Аллаға шөкөр. Ваҡытында ыҙалары ла күп булғандыр, хәҙер ҡәҙер-хөрмәттә йәшәйем, - ти ҡоҙағый, шатланып.

Ауылда төпләнгән Әминә, Рәмилә, Зиннурҙың ғаиләләре ярҙамынан ташламай. Борайҙа йәшәгән Менәүрә ҡыҙы ла хәл белешеп тора. Фаяз ейәне өйгә һыу үткәреп биргән. Әйткәндәй, ҡоҙағыйҙың 40-тан ашыу ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре бар.

Өс әсә балалары үҙ-ара татыу. Атайҙарының үлгәненә ун йылдан ашыу үтһә лә, атай нигеҙенә йыйылып, аяттар уҡытып, гөрләшеп йәшәп яталар. Балалары барыһы ла үҙ аллы матур, етеш донъя көтәләр.

-Кескәй Илшатым өйләнһә, донъям түңәрәкләнер, - ти ул. Өйләнер, ул да донъя көтөүгә ҡара тырыш, бөтмөр егет.
Үҙ балаһынан йөҙ сөйөргән йәштәргә оло үрнәк ул – Вәхиҙә ҡоҙағый. Күпме сабырлыҡ, түҙемлек кәрәк булғандыр уға.

Эйе, түҙгәнгә түш тейгән, тиҙәр бит. Балаларының, ейәндәренең оло хөрмәтен тойоп йәшәй ул.
85 йәшен дә ниндәй итеп үткәрҙеләр бит. Был балаларының уға булған оло рәхмәттәре. Бәхетле ҡартлыҡ һәм оҙон ғүмер һиңә, ағинәй. Яҡынлашып килгән әсәйҙәр байрамы менән! Әсәлек һәйкәле тап һиндәйҙәргә ҡуйылалыр ул.
Читайте нас: