Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2020, 13:00

Ауылдаштар ҡәнәғәт

Иртәнге ҡояш Ҡарағаслыбейек, Һарағы йылғаһы буйҙарын нурға күмде. Көҙгө хозурлыҡҡа һоҡланып, Гөлсинә Бәхтинур ҡыҙы иртә менән эшкә ашыҡты.

Иртәнге ҡояш Ҡарағаслыбейек, Һарағы йылғаһы буйҙарын нурға күмде. Көҙгө хозурлыҡҡа һоҡланып, Гөлсинә Бәхтинур ҡыҙы иртә менән эшкә ашыҡты.
Уның эшҡыуарлыҡ шөғөлө менән булышыуына ла теүәл 20 йыл булып киткән. Илдә эшһеҙлек хөкөм һөргән осорҙа, күп уйлап тормай, тормош иптәше Ринат менән ауылда магазин асып, халыҡты аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары менән тәьмин итергә ҡарар итәләр. Йәш ғаиләнең был уй-хыялы оҙаҡ көттөрмәй бойомға аша. Уларҙың Килдеғол ауылындағы магазинында ике һатыусы эшләй.

Беҙ бөгөн нәҡ ошо магазинда эшләүсе һатыусылар хаҡында һүҙ йөрөтәсәкбеҙ. Зәлиә Көмөшбаева магазин асылған көндәрҙән алып халыҡты хеҙмәтләндерә. Күптән түгел уға алмашҡа һатыусы булып Рәшиҙә Миңдеғолова эшкә килә. Йәш ҡыҙ тәүге хеҙмәт юлын Һарғая ауылында йәшәүсе эшҡыуар Ғәмилә Зарипованың магазинында башлай, һуңынан Иҫке Собханғолдағы магазиндарҙа хеҙмәт юлын дауам итә.

Яҙмыш уны Килдеғол ауылына алып килә. Инде Зәлиә менән Рәшиҙә ауыл халҡының ихтирамын яулаған тәжрибәле һатыусылар. Улар икеһе лә ябай, алсаҡ, үҙ эштәренә тоғро, яуаплы ҡарай. Магазин кәштәләре ассортиментҡа бай, һәр әйберҙең хаҡтары яҙылған, эш урыны йылы.

Эшҡыуар Гөлсинә Ҡонафина Белорет ҡалаһының күмәртәләп һатып алыу базаһынан әлдән-әле сифатлы тауарҙар, аҙыҡ-түлек ташый, магазин кәштәләрен тулыландырып тора. “Һатыусыларымдан уңдым”, - ти ул.

Эйе, ауылдаштары ла уларҙың эшенән ҡәнәғәт. Гөлсинә үҙе лә эшен күңел биреп, яратып башҡарған йүнсел эшҡыуар. Улар Ринат менән өс ул үҫтерәләр, ғаиләһендә эшһөйәр, уңған әсә лә ул.
Читайте нас: