...“Ҡояш ҡалҡҡан иң яҡшы көн - йома көнө. Был көндә Әҙәм яратылды, был көндә йәннәткә кертелде һәм был көндә ергә төшөрөлдө. Ҡиәмәт көнө лә мотлаҡ ошо көндә буласаҡ”.
“Йома көнөндә бөтә доғаларҙың да ҡабул ителер ваҡыты бар, ошо ваҡытта ҡылған доға мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ”. “Айҙарҙың иң олоһо - Рамаҙан, көндәрҙең иң олоһо – йома”. Ошо һәм башҡа бик күп хәҙистәр бар йома көнө тураһында.
Беҙҙең халыҡта ла өләсәйҙәребеҙ, “йома сәйе”, тип бер-береһен сәйгә саҡырышҡан, бик һирәк эләккән тәмле-тәмле кәнфиттәрен, тәмле сәйҙәрен йома көнөндә генә өҫтәленә ҡуйған. Ҙур эшен, эше ыңғай барһын өсөн, йома көнөндә башлап ебәргән. Был йолалар әле лә әҙ-мәҙ булһа ла һаҡланып килә. Тик элекке өләсәй-олатайҙарыбыҙ, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эшенән айырылып, мәсеткә барып, йома намаҙын үтәргә ашыҡһа, хәҙер инде йома көндө мәсеттән аҙан тауышы яңғырап, намаҙға саҡырһа ла, мәсет яғына әйләнеп тә ҡарамаусылар күбәйҙе. 400-500 кеше йәшәгән ауылда 4-5 кеше генә мәсеткә ыңғайлай. Ҡалғандары башлаған эшенән айырыла алмай.Ә бит Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә әйтте: “Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Йома көндө намаҙға саҡырғас, сауҙағыҙҙы ташлап, Аллаһты иҫкә алырға ашығығыҙ. Әгәр белһәгеҙ, был һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ. Намаҙ үтәлгәс, таралышығыҙ һәм Аллаһтың рәхмәтен эҙләгеҙ. Аллаһты күп тапҡыр иҫкә алығыҙ, бәлки, бәхетле булырһығыҙ” (“Йома” сүрәһе, 10 аят).
Йома көндө мәсеткә барып йома намаҙын үтәү - мосафир булмаған, бәлиғ һәм аҡылы теүәл булған ир-егеттәргә мотлаҡ эшләй торған ғәмәл. Уларҙың йома намаҙын ҡалдырыуы оло гонаһ булып һанала. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйткән: “Йома-көндәрҙең башлығы. Был көн Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарына ҡарағанда ла хәйерлерәк. Кем дә кем өс тапҡыр рәттән йома намаҙын ҡалдыра, уның йөрәге Раббыһы тарафынан ябыласаҡ”. “Әгәр берәйһе йома көндө йыуынып-таҙарынып мәсеткә барып, намаҙын уҡып, имам һөйләгән хөтбәне тыңлап ҡайтһа, уның ике йома араһында ҡылған кесе гонаһтары ярлыҡаныр”, - тип әйтелә бер хәҙисендә.
Йома көнөнөң ҙурлығы кеше үлгән ваҡытта ла үҙенең көсөн юғалтмай. Был көндә йәки төндә үлгән кеше ҡәбер ғазабынан азат ителә. Был турала ла хәҙистәр бар.
“Йома көндө иҙән йыуырға ярамай, миңә өләсәйем шулай тине”, тигән һүҙҙәр ҙә ишетелеп ҡала. Бындай тыйыуҙар юҡ диндә. Бөтә эштәрҙе лә эшләргә була, тик намаҙыңды ғына ваҡытында уҡыу етә. Ниндәй генә эш менән булһаң да, намаҙ өсөн ярты сәғәт ваҡытыңды йәлләмә. Эшең дә ырар, Аллаһ Тәғәләнең ризалығына, рәхмәтенә лә ирешерһең, ин шә Аллаһ.