Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2020, 14:00

Һынауҙарҙа һынмайыҡ, әхирәттәр!

Аллаһы Тәғәлә үҙенең яратҡан кешеһенә ныҡ ауыр һынауҙар бирә, тиҙәр. Миңә лә ошондай һынау эләккән икән, мин уны лайыҡлы үтергә тейешмен, тип ҡабул иттем.

Аллаһы Тәғәлә үҙенең яратҡан кешеһенә ныҡ ауыр һынауҙар бирә, тиҙәр. Миңә лә ошондай һынау эләккән икән, мин уны лайыҡлы үтергә тейешмен, тип ҡабул иттем.
Мин шағирә Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙарын уҡырға яратам. Уның бер шиғыры иҫтә ҡалған.
“Беҙҙең ҡыҙҙар ҡырыҫ бит ул...” тигән һөйләшеүҙән һуң ул шулай шиғыр яҙа:
Һылыуҙары күп халҡымдың
Ҡурсаҡтай –
Аҫыл ирҙәрҙе мәрйәләр ҡосаҡлай.
Ил улдары ҡарамағас
Ҡырыҫҡа,
Ҡыҙҙарыбыҙ сығып бөттө урыҫҡа.
Ҡалҡып сыҡты шулай яңы
Ҡалалар.
Ни башҡорт, ни урыҫ түгел
Балалар...
1980 йылдарҙа Өфөлә бер республика кәңәшмәһенең тәнәфесендә мине бик көслө психолог, психотерапевт менән таныштырҙылар. Ул мәрйә ҡатыны миңә бик оҡшаны. “Килеп беҙҙең район ҡатын-ҡыҙҙарына ла лекция уҡып ҡайтығыҙ”, - тип саҡырып ҡайттым.

Ул миңә бик күп китаптар биреп ҡайтарҙы. “Әлегә ошо китаптарҙы уҡып, фекер туплай тороғоҙ”, - тине.
Китаптарҙы уҡығас, башҡорт ҡатыны иң элек үҙен яратырға тейеш икәнлеген аңланым.

Ул ҡатындың психолог булып китеүенең дә үҙ тарихы бар икәнлеген белдем. Ул уҡытыусыға уҡып сыҡҡан, ике балаға әсәй булған. Ире эсеүгә һабышҡан, ҡатынын йәберләгән, ғаиләһен ҡарамай башлаған. Бөтә тормош ауырлығы, балалар тәрбиәһе ҡатын иңенә төшкән. Ире эсеп йөрөп, трагедияға осрап, үлеп ҡала. Ҡатын тормош ауырлығынан, ҡайғынан ауырыуға һабыша, инвалид коляскаһына ултыра.

Шул ваҡыт ул үҙендә ихтыяр көсө табып, нервыларын дауалап, инвалид коляскаһынан тора. Балалары, үҙе өсөн йәшәүгә көс таба. Башта яҙмышын, ошоғаса йәшәгән йылдарын анализлай, бәхетһеҙлектең сәбәптәре тураһында күп уйлана. Тиҙҙән тормошон яңыса ҡорорға тигән маҡсат ҡуйып, Мәскәү ҡалаһына психологҡа уҡырға китә.
Уҡып ҡайтҡас, тормошҡа ҡарашы бөтөнләй үҙгәрә, үҙ-үҙен ҡулға ала, балаларын уҡытып, кеше итеп үҙ аллы тормош юлдарына сығара. Үҙе ҡатын-ҡыҙҙар араһында психология буйынса түләүле лекциялар уҡый башлай.

Мин саҡырғандан һуң, бер ваҡыт психолог районға килеп төштө. Ҡунаҡханаға урынлаштырайым, тиһәм, унан аҡса түләтергә, ашатырға кәрәк. Аптырап, өйөмә алып ҡайттым. Көндөҙ мин эштә, кис ашарға бешерәм дә көнө буйы шуны ашайбыҙ. Көндөҙ телефондан шылтыратып әйтеп ҡуям да, кис теге психолог ҡатынды берәй ауылға алып сығып китәм. Эш көнө тамамланып, эшләгән ҡатын-ҡыҙ эштән ҡайтҡас, эшләмәй өйҙә ултырғандары ирен, балаларын, малын ҡарап бөткәс, кис 9-10-дарҙа юлланабыҙ. Ҡайһы бер ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар әүҙем генә йыйылалар. Ҡайһы мәлдәрҙә үҙебеҙ көтөп ултырабыҙ.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙына ғына ҡағылған ҡайһы бер һыҙаттар, фекерҙәр тураһында яҙып үтмәксемен.
Психолог үҙе мәрйә. Башҡорт ҡатындарына ғына хас булған ҡырыҫлыҡ, ҡайһы ваҡыт тәкәбберлек, тура һүҙлелек, самаһынан артыҡ ғорурлыҡ һымаҡ насар ғәҙәттәрҙән нисек ҡотолорға кәрәклеген асып һала, миҫалдар килтереп, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙен аса.

Тәүге лекцияһында уҡ ул башҡорт ҡыҙҙарының күбеһенең үҙен ярата белмәүе тураһында фекерен әйтте.
“Һеҙ ирегеҙҙе, балаларығыҙҙы ныҡ яратаһығыҙ, тик үҙегеҙ тураһында онотаһығыҙ. Һеҙ үҙегеҙҙе яратмаһағыҙ, һеҙҙе кем яратһын? Мине ихтирам итмәйҙәр, тип үпкәләйһегеҙҙер әле. Уйлап ҡарағыҙ әле: бөтә ғаилә бюджетын ҡайҙа тығаһығыҙ? Өйгә, балаларға, ирегеҙгә матур ҡыйбатлы кейемдәр алырға аҡса йәлләмәйһегеҙ. Ә күп осраҡта үҙегеҙгә матур кейемдәр алырға аҡса ҡыҙғанаһығыҙ. Бөтә башҡорт ҡатындары ла шулай тип әйтмәйем, ә бына күпселегегеҙ шулай, - ти. - Миңә ярай ул осһоҙ булһа ла, тип уйлайһығыҙ. Ә ысынында ул хата фекер, үҙегеҙҙе ярата белмәү шунан башлана. Миҫалға эске кейемде генә алайыҡ. Яңы, ҡыйбатлы эске кейем кейгән ҡатын-ҡыҙ үҙен, беләһегеҙме, нисек тота? Күкрәген киреп, арҡаһын тура тотоп, матур итеп атларға, үҙ баһаһын белеп, матур итеп һөйләшергә тырыша. Үҙен бәхеткә лайыҡлы ҡатын-ҡыҙ итеп иҫәпләй. Һәр ваҡыт зауыҡ менән килешле итеп кейенгән ҡатын-ҡыҙҙы кем яратмай?! Ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙҙар әсәһе менән ғорурлана, һоҡлана, үҙе лә әсәһенә оҡшарға тырыша, матур өлгө алып үҫә бит...

Шундай лекциянан һуң икенсе көн бөтәбеҙ ҙә магазинға эске кейем алырға киттек. Психолог эске кейемегеҙ 1000 һумдан кәм булмаһын, тигәйне. Бер иптәш ҡыҙым менән магазинға барҙыҡ та ул. 1000 һум 1980-1990 йылдар өсөн ҙур аҡса ине. Беҙгә 500 һумлыҡ булһа ла етеп торор, тип барыбер элеккесә фекерләп, яңы кейем алдыҡ бит, тип үҙебеҙҙе үҙебеҙ алдап, тынысланып ҡайттыҡ.

Икенсе бер фекер тураһында. Күп ҡатын-ҡыҙҙар, ирем эсә, ғаиләһен бөтөнләй уйламай, тип үпкәләй. Ирегеҙ эсеп, эштән һуңлап ҡайта, эскән ирҙе күргәс, һеҙҙең асыуығыҙ ҡабара, мин ашарға бешереп көтөп ултырам, ә ул эскән, тиһегеҙ. Асыуҙан бешкән ашығыҙҙы ла ашатмайһығыҙ, уны аҡырып-ҡысҡырынып ҡаршы алаһығыҙ.

Ә аҡыллы ҡатын нишләр ине? Сисендереп, урын йәйеп, йоҡларға һала. Иртән торғас, яғымлы ғына ҡараш менән эргәһенә ултырып һүҙ башлар: “Һинең кисә эшеңдә берәй күңелһеҙ хәл булдымы? Әллә етәксең ғәйепһеҙгә ғәйепләнеме? Кисә бик ныҡ эсеп ҡайтҡайның бит. Бушҡа-юҡҡа эсеп йөрөргә һин бит аҡылһыҙ, алкаш түгел”.
Бындай йылы мөғәләмәле һөйләшеүҙән һуң аҡыллы ир көн һайын эсеп йөрөмәйәсәк.

Эскән һайын: “Һин алкаш, һин эшкинмәгән”, - тип бер туҡтауһыҙ сырылдап әрләшеп ултырмаһағыҙ, ул көн һайын эсеү эҙләп йөрөмәйәсәк, өйөнә, матур кейенгән, тәмле еҫтәр сығарып ашарға бешереп көтөп ултырған ҡытыны янына тиҙерәк ҡайтырға тырышып торасаҡ.

Балаларығыҙ алдында ла ирегеҙҙең баһаһын төшөрмәгеҙ. Ниндәй генә булһа ла ул бит атай, үҙен ғаилә башлығы итеп хис итһен өсөн тырышығыҙ. Әлбиттә, бөтә кеше лә 100 процентлы идеаль түгел, һәр беребеҙҙең яҡшы һәм насар яҡтары ла була. Бер бәләкәй генә яҡшы сифаты булһа, шуға тотоноп, башҡа сифаттарын да яҡшыртырға тырышырға үҙегеҙҙә көс табығыҙ. Һин насар кеше, һин сусҡа, тип күп ҡаҡылдаһаң, иреңдең сусҡаға әйләнгәнен көт тә тор. Оҙаҡ көттөрмәҫ.

Баяғы шағирәнең шиғырындағыса, беҙ күп уйлап, киреләнеп, ҡайһы саҡ ҡырыҫлыҡ күрһәткән арала сос милләт ҡыҙҙары иң ышаныслы, донъя йөгөн тартырлыҡ, арҡа терәп кенә йәшәрлек егеттәребеҙҙе үҙ ҡармаҡтарына эләктереп бөткәндәр ҙә инде. Беҙҙең ҡыҙҙар үҙҙәре был йәһәттән ғәйепле.

Ғаилә йөгөн тартыу ҡатын-ҡыҙ елкәһенә нығыраҡ баҫһа ла, тапҡан балаларҙы лайыҡлы кеше итеү, балаларҙың ышаныслы, тәүфиҡлы аталары булһын, тулы ғаиләлә үҫһендәр өсөн ҡатын-ҡыҙға ғүмер буйы көс һалырға тура килә.

30 йыл халыҡ менән эшләү дәүерендә район ҡатын-ҡыҙҙары менән бик күп осрашыуҙар үткәрергә тура килде. Был осрашыуҙарҙы үткәреүҙә райондың ҡатын-ҡыҙҙар табибәһе Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы Ҡолдәүләтова, күҙ табибы Вәсилә Мөхәррәм ҡыҙы Ҡаһарманова ныҡ ярҙам иттеләр. Эштән һуң төнгөлөккә ауылдарға сығып, ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашып, һөйләшәбеҙ. Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы ҡатын-ҡыҙға әсә булыу, иреңә сәләмәт ҡатын булыу серҙәренә өйрәтә, кәңәштәр бирә, ә Вәсилә Мөхәррәм ҡыҙы һау балалар үҫтереү проблемаһына туҡтала торғайны. Бик күп ауылдарҙа таңғы 3-тәргә тиклем ултырған ваҡыттар ҙа булды. Ҡайһы бер ауылдарҙа сәй табыны ойоштороп көтә торғайнылар. Өҫтәл артында һөйләшеү тағы ла йәнлерәк була ине.

Халыҡ менән осрашыуҙарҙа ҡыҙыҡ та, мәрәкә хәлдәр ҙә күп булды.
Ғәлиәкбәр ауылындағы халыҡ менән осрашыу хәтерҙә ҡалған. Иғланда сәғәте күрһәтелһә лә, халыҡ ваҡытында йыйылманы, оҙаҡ ҡына көтөп ултырырға тура килде.
Осрашыу башланғас: “Бигерәк оҙаҡ көттөрҙөгөҙ”, - тип әйтә ҡуйҙым.

-Мал көткәс, һыйырҙарға һыу эсереп, ашарға һалып килергә кәрәк булды. Мал эсерә торған ваҡыт бит. Һеҙгә рәхәт, малығыҙ юҡтыр моғайын, - тинеләр.
-Яңылышаһығыҙ, минең дә ике һыйыр, ике тана-торпо көтөп тора өйҙә, - тим.
-Һеҙҙең һыйырҙар һыу эсмәйме ваҡытында? - тип һорайҙар.

-Минекеләр ҙә бесән ашай, һыу эсә. Бөгөн бына һеҙҙең менән осрашыр булғас, һыйырҙарҙан ғәфү үтендем дә, мин ҡайтҡансы гәзит уҡый тороғоҙ, тип гәзит тотторҙом да киттем. Ҡайтҡас, һуң булһа ла эсерәм инде. Ирем дә командировкаға киткәйне, - тием.

Ошондай осрашыуҙарҙан һуң 20 йыллап ваҡыт үтте. Мин инде хаҡлы ялда. Көтмәгәндә теге психолог ҡатын шылтырата.
“Иртәгә мин халыҡ менән осрашыуға Сибайға сығам, теләгең булһа, ҡатындарыңды йый ҙа килегеҙ”, - ти.

Бер нисә әүҙем генә ҡатын-ҡыҙға әйтеп ҡараным, ваҡыт юҡ, тинеләр. Үҙем генә сығып киттем Сибайға. Зал тулы халыҡ, өндәшмәй генә залдан урын алдым.
Ул ваҡыт эсендә мин үҙем дә ныҡ ауырып, инвалид коляскаһына ултырып, үҙемдә ихтыяр көсө табып, аяҡҡа баҫып, таяҡҡа таянып булһа ла үҙ аяғым менән йөрөй башлаған инем. Осрашыу бөткәс, психолог эргәһенә барҙым.
- Һеҙ кем? - ти психолог.

- Мин Бөрйәндән Рәсимә. Әхирәтеңде танымайһыңмы? Әлбиттә, ул ваҡытта минең ауырлығым 76 килограмм ине, хәҙер - 46. Етмәһә, таяҡ менән йөрөйөм.
- Хәҙер таныным. Ҡайғырма. Һин хәҙер француженка кеүек, һомғол буйлы, ябыҡ, өҫтәүенә, йәш күренәһең. Француженкалар махсус диетаға ултыралар бит һимермәҫ өсөн. Нимә менән шөғөлләнәһең?
- Бер нимә менән дә шөғөлләнмәйем. Элек халыҡ өсөн йәшәһәм, хәҙер улар менән аралаша ла алмайым.

- Ручка тота алаһыңмы?
- Тота алам.
- Мәҡәләләр яҙ, халыҡ менән гәзит аша аралаш. Элек бик яҡшы килеп сыға ине һинең.
Билдәле психолог менән һуңғы осрашыуыбыҙ шулай булды.
Рух етерлек, сабырлыҡ, түҙемлек, ихтыяр көсөн ҡушып ебәрһәм, мин дә халҡыма файҙалы эш эшләй алырмын әле, Алла бирһә, тип үҙемдең тормошомдо үҙгәртеп ҡорорға этәргес булды был.
Ныҡлы ауырып, аяҡҡа баҫа алмаған сағымда Бөрйәнемдең аҫыл егеттәре Марат Ишмөхәмәтов, Марат Вәлиев ярҙамға килделәр. Марат Рәжәп улы ул ваҡытта районда ғына түгел, республикала билдәле халыҡ табибы булып танылғайны.

Бер көн уйламағанда өйгә килеп инде ул. Мин бөтөнләй хәрәкәтһеҙ ята инем. Хәлемде һорашып ҡайтып китте. Икенсе көн тағы килде. “Ташбулатовна, һеҙгә торорға кәрәк”, - ти. “Юҡ, булмай, Марат, аяҡты ла, ҡулды ла ҡыбырлата алмайым”, - тим. Эргәмә өҫтәл килтереп ултыртты ла: “Өҫтәлгә таянып булһа ла тороғоҙ”, - ти.
Булдыра алмайым. “Эй, Ташбулатовна, район халҡы һеҙҙе «железная леди», тип әйткән була бит әле. «Ял да юҡ уға, байрам да. Ҡайҙан көс ала, нисек арымай икән?» - ти торғайнылар. Әле бына өҫтәлгә таянып тороп баҫырға ла хәлем юҡ, тип ятаһығыҙ. Халыҡ ҡайһылай һеҙҙең турала хата уйҙа булған икән, «железная леди» шулай булмай инде. Тороп баҫырға тырышығыҙ, мин һеҙ йығылмаһын өсөн ҡулығыҙҙан ныҡ тотоп торормон”, - тине.

Ошо һүҙҙәрҙән һуң яңы ғына тыуған быҙауҙай торорға булдым. Ҡапыл ғына баҫа алмаһам да, көн дә массаж, гимнастика менән аяҡҡа баҫтым. Бына шулай итеп Марат Ишмөхәмәтов ҡулдары менән генә түгел, кәңәштәре, шифалы һүҙе менән дә мине аяҡҡа баҫтырҙы. Аяуһыҙ ауырыу, үкенескә ҡаршы, үҙен теге донъяға алып китте. Урындары ожмахта ғына булһын Марат ҡустымдың. Уның эшен Марат Вәлиев дауам итеп, миңә аяҡҡа ныҡлы баҫырға ярҙам итте.
Ихтыяр көсөн табырға ярҙам иткән тағы бер хәл тураһында яҙмайынса булдыра алмайым.

Шулай ауылдарҙа осрашыуҙар үткәреп йөрөгән мәл. Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылына барыуҙы планлаштырҙым да клуб мөдиренә шылтыраттым.
-Кискә осрашыу була, клубты йылытып ҡуйығыҙ, иҙәнен йыуығыҙ, - тинем.
Клуб мөдире ышаныр-ышанмаҫ ҡына ултыра икән мин шылтыратҡанға.

- Шаяртып әйткәндер, бәләкәй генә бер ауылға килеп йөрөмәҫтәр, моғайын, - ти икән активисткаларына.
Мөхәмәтйәновна (исемен онотҡанмын) тигәне: “Ташбулатовна, киләм, тигәс, килә инде ул. Ҡар яуһа ла, боҙ яуһа ла. Ул бик яуаплы, үҙ һүҙендә тора торған ҡатын. Иҙәнеңде йыуҙырт, мейесеңде яҡ, йылытып ҡуй клубты, оятҡа ҡалып ҡуймайыҡ улар алдында”, - ти икән.
Беҙ барыуға клуб йылы, таҙа, ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған, ҡайһыһы балаларын да эйәртеп алып килгән. 1-2 ир кеше лә күренә ине осрашыуҙа. Ауылдан төнгө 3-тәрҙә ҡайтырға сыҡтыҡ.

Районым халҡының ышанысы, биргән баһаһы арҡаһында үҙемдә көс табып, үлемесле ауырыуҙан һуң аяҡҡа баҫтым, иншалла. Инвалид коляскаһын ташлап, таяҡҡа таянып йөрөһәм дә ризамын. Халыҡ менән йәшәп, эшләп өйрәнгәс, өйҙә генә ултырыу ауырыраҡ булды баштараҡ. Эсем боша башлаһа, урамға магазиндарға, баҙарға инәм. Таныш-тоноштар, дуҫтар менән сәләмләшеп, уларҙың күҙҙәрендә ышаныс, мәрхәмәтлек һирпелгәнен күреп, дәртләнеп, йәшәргә көс-дәрт алып ҡайтам. Ҡасандыр, кемгәлер тормош ауырлығын еңергә ярҙам иткәнмен икән, кемгә кәңәш, кемгә матди ярҙам ойошторғанмын.

“Рәхмәт инде һеҙгә, ваҡытында ныҡ ярҙам иттегеҙ”, - тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, ҡыуанып ҡайтам урамдан. Үҙегеҙгә рәхмәт йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн, һеҙҙең рәхмәтегеҙ мине үлем тырнағынан йолҡоп алды. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара. Үҙеңә ни теләйһең, башҡа кешеләргә лә шуны телә, тип яҙыла дини китаптарҙа.

Бер йылы районда көҙгә йәрминкә бара. Ирем менән, йәрминкәне ҡарап, кәрәк әйберҙәр булһа, һатып алып ҡайтайыҡ, тип урамға сыҡтыҡ. Таяғымды машинала ҡалдырып, иремде ҡултыҡлап, йәрминкәгә һоҡлана-һоҡлана, таныштарым менән һаулыҡ һорашып, ҡыуана-ҡыуана урам буйлап барабыҙ. Эргәнән бер класташ ҡыҙ бәрелә яҙып бер үтте, икенсе яҡтан кире килеп тағы бер беҙҙең икебеҙҙе үтә ҡарап тикшереп үтте. Һаулыҡ һорашыу юҡ, күҙе аҡайған, ауыҙы һалбыраған. Был нишләп шулай итеп йөрөй икән, тинем дә артыҡ иғтибар бирмәнем.

Күпмелер ваҡыт үткәс, был хәлдең айышын ишетәм.
“Үлергә ята, тип һөйләйҙәр ине. Ире менән ҡултыҡлашып тороп йөрөп яталар бит әле йәрминкәлә”, - тип һөйләнгәнен ишетеп ҡыуандым. Эйе, ныҡ ҡыуандым.
Аллаға шөкөр, ҡултыҡлашып йөрөр ирем бар, ултырып китәйем, тиһәм машина бар, туғандар, дуҫтар, таныштар ғаилә байрамдарынан, юбилейҙарҙан, туйҙарҙан, аяттарҙан ҡалдырмайҙар.

Аллаһы Тәғәлә үҙенең яратҡан кешеһенә ныҡ ауыр һынауҙар бирә, тиҙәр. Миңә лә ошондай һынау эләккән икән, мин уны лайыҡлы үтергә тейешмен, тип ҡабул иттем.
Ә бына бөгөн бөтә кешелек, һәр кеше һынау алдында тора. Илдә коронавирус тип аталған йоғошло сир таралыу барыбыҙҙы ла шомға һалды, иртәгәһе көнгә ышаныс кәмене. Кешелек донъяһында бындай һынауҙар һәр ваҡыт булып торған. Ата-бабаларыбыҙҙың үлемесле ауыр мәлдәрҙә лә берҙәмлеген, ғәйрәтлеген, аҡылын һәм тәүәкәллеген онотмағанын беләбеҙ. Үткәндәргә таянып, киләсәккә заң алып, аҡты ҡаранан, изгелекте яуызлыҡтан айыра белеп, яҡшылыҡты арттырып, яманлыҡты бөтөрөргә ярҙам итер. Үҙ булмышыбыҙҙан яҡтылыҡ һәм мәрхәмәтлек өләшеп йәшәһәк, бөгөнгө ауыр сирҙе лә еңеп сығырбыҙ, алдағы көндәребеҙ тағы ла өмөтлөрәк булыр, иншалла.

Мәҡәләмде Зөлфиә Ханнанованың “Эй, башҡортом!” тигән шиғыры менән тамамлағым килә.
Эй, башҡортом!
Эй, башҡортом, кей түбәтәй!
Эй, башҡортом, әйт аҙан!
Ата-бабалар йолаһын
Тергеҙәйек ҡайтанан!
Эй, башҡортом, йәй намаҙлыҡ!
Теләк телә сәждәлә.
Ил-йортобоҙ тыныс булыр,
Урап үтер мең бәлә.
Эй, башҡортом, тарт тиҫбеңде,
Әйт һин: “Аллаһу әкбәр!”
Киң ҡөҙрәте менән Хоҙай
Бар халҡымды бүләкләр!
Эй, башҡортом, тот ураҙа,
Эй, башҡортом, сал ҡорбан.
Йөрәгеңдә иман артһын,
Күңелеңдә – миһырбан.
Эй, башҡортом, ҡалдыр ил тип
Доға ҡылырлыҡ бала,
Ошо изге еребеҙгә
Хужа булырлыҡ бала!

Беҙҙең райондың ағинәйҙәр ҡороноң да дини йолаларҙы тергеҙеп, ошо пандемияға ҡаршы ҙур эш йәйелдереп, матди ярҙам ойоштороп, дауахананы дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә үҙ өлөштәрен индереүҙәре һоҡланыу тыуҙыра.

Һәр беребеҙ үҙебеҙгә ошо ауыр заманда ҙур талаптар, маҡсаттар ҡуйып, көс, шөғөл табып, тәбиғи ҡанундарҙы теүәл үтәһәк, бер булып, берҙәм булып йәшәһәк, беҙҙең быуындың да был ауырлыҡтарҙы еңеп сығырына ышаныс ҙур.
Барығыҙға ла һаулыҡ теләйем.
Читайте нас: