Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2020, 12:00

Шылтыратыуҙар көтәбеҙ

Атайсал” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге ярҙамға мохтаж булған оло йәштәгеләргә, 3 йәше тулмаған балаһы булған ғаиләләргә бала ҡарашырға ярҙам итә. 2020 йылдың 1 ноябренә ҡарата 447 кеше хеҙмәтләндерелгән.

Үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән социаль хеҙмәткәрҙәр һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышалар. Улар көн һайын төп эштәренән тыш, үҙҡурсалау режимында ҡалып, өйҙә ултырырға мәжбүр булған 65 йәштән өлкәндәрҙең хәлен белешәләр, кәрәк булған осраҡта ярҙам итәләр. Ярҙам магазиндан кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек килтереү, дарыуҙар һатып алыу һәм һыу менән тәьмин итеүҙе үҙ эсенә ала. Бөгөнгө көнгә 300-ҙән ашыу кешенең хәлен белеп, 96-һына төрлө ярҙам күрһәтелгән.

Хөрмәтле ололар! Ошо ауыр мәлдәрҙә һеҙгә волонтерҙар менән бер рәттән социаль хеҙмәткәрҙәр ҙә һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Уның өсөн һәр ауылдағы социаль хеҙмәткәрҙәргә, йә булмаһа 8 347 55 3-68-23, 8 937 471 96 71, 8 927 318 29 64 телефондарына шылтыратып, ниндәй ярҙам кәрәк булыуын әйтеүегеҙ кәрәк.
Һеҙҙән шылтыратыуҙар көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас: