Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2020, 12:00

Суицид - оло гонаһ

Ни өсөн кеше үҙен үлтерергә ҡарар ҡыла?

Ни өсөн кеше үҙен үлтерергә ҡарар ҡыла?
Әл - Хафиз ибн Хәшәр исемле ғалим әйтә: «Кешенең үҙ - үҙенә ҡарата енәйәт эшләүе гонаһы яғынан башҡа кешене үлтергән дәрәжәлә. Сөнки йән уның милке түгел, ул - Аллаһтыҡы». Ни өсөн мосолмандар күпләп йәшәгән ерҙәрҙә суицид бик әҙ, юҡ кимәлендә. Ислам дине, аяттарҙан, хәҙистәрҙән күреүебеҙсә, был гонаһлы эштән тыя.
Рәсәйҙә 2019 йылда 16983 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған. Башҡа илдәр менән сағыштырғанда, Рәсәй суицид буйынса өсөнсө урынды биләй.

Аллаһҡа һәм Ҡиәмәт көнөнә ышанған кеше был донъяла йәшәүҙең мәғәнәһен аңлай, был донъя - һынау урыны. Кеше был донъяға рәхәтлектә йәшәү өсөн генә килмәгән. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе ауырлыҡтар менән һынай. Аллаһ Тәғәләгә ышанған кеше ауырлыҡты ла сыҙамлы үткәрә. Ҡөрьәндә әйтелә: «Дөрөҫлөктә, ауырлыҡтан һуң еңеллек килә» («Шәрех»; 5-6). Аллаһ Тәғәлә ошо аятта бер ауырлыҡтан һуң бер еңеллек килеү тураһында әйтә».

Ни өсөн кеше үҙен үлтерергә ҡарар ҡыла? Кешене, беренсе сиратта, төшөнкөлөккә бирелеү хисе этәрә, кешелә өмөтһөҙлөк барлыҡҡа килә. Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Аллаһтың рәхмәтенән өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ, Аллаһтың рәхмәтенән бары тик кәферҙәр генә өмөт өҙә» («Йософ»; 87). Аллаһ Тәғәлә рәхмәтенә өмөтләнеп йәшәргә ҡуша. Кеше төшөнкөлөккә бирелһә, уның йәшәгеһе килмәй башлай, донъя ауырлыҡтарынан үҙенә ҡул һалып ҡотолмаҡсы була.

Ислам дине күҙлегенән ҡарағанда, кеше төшөнкөлөккә шайтан ҡотортоуы сәбәпле бирелә. Шайтан ҡотортоуынса, үҙеңде үлтереү - ул барлыҡ донъяуи мәшәҡәттәрҙән ҡотолоу юлы. Ошо үәсүәсәгә алданып, үҙенсә был донъя ауырлыҡтарынан ҡотолмаҡсы була. Кешенең шайтан үәсүәсәһенә бирелеүе имандың бөтөнләй булмауына йә зәғиф булыуына бәйле. Аллаһ Тәғәлә бөтәбеҙҙе лә күңел төшөнкөлөгөнән (депрессия), өмөтһөҙлөктән гонаһлы ғәмәлдәр ҡылыуҙан һаҡлаһын. Иманһыҙлыҡтан, динһеҙлектән, үҙ асылыбыҙға ҡайтайыҡ, йәмәғәт, динебеҙҙе тергеҙәйек, намаҙҙар уҡып, ураҙалар тотоп, Ислам дине шәриғәтен үтәп, ысын мосолмандарса йәшәйек. Ошо ваҡытта ғына беҙҙе ошо бәләләр урап үтер: үҙ - үҙенде үлтереү, эскелек, наркомания һәм башҡа бик күп төрлө афәттәр. Аллаһ Тәғәлә халҡыбыҙға, милләтебеҙгә иман бирһен. Милләтебеҙ Ҡиәмәт көнөнә саҡлы Аллаһ Тәғәләнең яратҡан ҡолдары булып, ысын мосолман булып йәшәһен.
Читайте нас: