Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2020, 14:00

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Эшләп торған электр приборҙарын һәм яғылған мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!

Эшләп торған электр приборҙарын һәм яғылған мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
Демография
Үткән аҙнала районда 5 сабый донъяға килгән. Никахтар ҙа, айырылышыуҙар ҙа булмаған. Бер райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Бер янғын булған – Ҡолғанала бәләкәй өй, мунса, утынлыҡ, гараж, мотоцикл һәм машина янған.
Хөрмәтле райондаштар! Көндәр һыуытыу менән электр йылытыу ҡоролмаларына, мейестәргә көсөргәнеш артты. Эшләп торған электр приборҙарын һәм яғылған мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
02 хәбәр итә
Ноябрҙең 13-өнән 20-һенә тиклемге ваҡыт эсендә район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 44 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә урлашыу (1), законһыҙ ағас ҡырҡыу (3), ғаилә низағы (1), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (3), битлек режимын боҙоу (6), документтар юғалтыу (1) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 66 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 50. Бер водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған.
Читайте нас: