«Шылтыратыуҙар ҡабул иткән операторҙарҙан тыш, структурала медицина эксперттары бар. Улар – оператив рәүештә профессиональ кимәлдә шылтыратыу ҡабул итеп, эшкәртә һәм тейешле ярҙам күрһәтә алған Башҡорт дәүләт медицина университеты хеҙмәткәрҙәре, профессорҙар, доценттар, ассистенттар, федераль медицина ойошмалары, Роспотребнадзор, Росздравнадзор, Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәге, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре», — тине Римма Үтәшева.
Башҡа хеҙмәттәрҙең ҡыҙыу элемтә номерҙары ла эшләй:
— 1301 – табипты өйгә саҡыртыу;
— 103 – ашығыс ярҙам саҡыртыу;
— 8 (347) 286-58-27; 8 (347) 279-91-20 (күп каналлы, тәүлек әйләнәһенә) — коронавирус инфекцияһы һорауҙары буйынса;
— 8-800-201-89-03 – изоляцияла ултырған 65 йәштән өлкәндәргә һәм хроник сирлеләргә аҙыҡ-түлек һәм дарыу килтереү.