Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2020, 13:00

Берҙәмлектә - көс

«Айыҡ ауыл» республика конкурсынан беҙҙең Брәтәк ауылы ла ситтә ҡалманы.

«Айыҡ ауыл» республика конкурсынан беҙҙең Брәтәк ауылы ла ситтә ҡалманы.
Ауылдағы 138 хужалыҡта 440 кеше йәшәй. Хәҙер йәштәребеҙ ҡалала йәшәүгә ҡарағанда ауылда ҡалыуҙы хуп күрә. Һуңғы биш йыл эсендә матур-матур йорттар ҡалҡып сыҡты. Ауылыбыҙҙа 9 йыллыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты, таштан һалынған өр-яңы өс магазин эшләп тора. Ауыл уртаһында «Йәшлек» паркы ла бар. Унда төрлө уйындар, мәҙәни саралар ойошторола. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап ауыл паркында ветерандар аллеяһы эшләнде. Ундағы обелискты оҫта ҡуллы йәш ташсы Илгиз Ниғмәтуллин һалды. Ауыл советы етәксеһе Ғәни Юлдашев менән ауыл старостаһы Фәнзил Йәғәфәровтың да өлөшө ҙур булды.

Бөтә сараларҙа ла ауыл халҡы ихлас ҡатнаша. Аллеяны өмә яһап кәртәләнек. Ағастар һәм күп йыллыҡ сәскәләр ултыртып, бер юлы буяп та ҡуйҙыҡ. Был ғына түгел, хәҙер ҡалалағы һымаҡ электр фонарҙары ла балҡып тора паркта.

Ауыл халҡы менән хәйер-саҙаҡа йыйып, «Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел» девизы аҫтында ауыл зыяратын өр-яңынан кәртәләнек. Ауылдан ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа үҙ өлөштәрҽн индерҙе. Өмә ике көн дауамында барҙы. Йөҙҙән артыҡ ир-егет ҡатнашты. Сарала шәхси эшҡыуарҙар Илнур Юлдашев, Айсар Ситдиҡов, Рәмзил Йәғәфәров, Фәнүр Ситдиҡов үҙ техникалары менән ярҙам итте. Өмәлә ҡатнашыусыларҙы ауыл мәҙәниәт йортонда тәмле аш-һыу менән һыйлаусы инәй, апайҙарға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Эшләйем тигән кешегә ауыл ерендә лә эш табыла, оҫталар күп беҙҙә. Улар өсөн ай һайын мәҙәниәт йорто тарафынан йәрминкә үткәрелеп тора. Мәҫәлән, Ғәлимә Ғүмәрова үҙ тырышлығы менән кондитер цехы асып, халыҡты йылы икмәк, тәмле бәлеш, торттар менән ҡыуандыра.

«Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға ҡарар ителгәс, ауылда спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылды. Халыҡ берҙәм, тырышып донъя көтә. Шундай дәртле, егәрле, алдынғы ҡарашлы йәштәребеҙ булғанда, иншалла, ауылыбыҙ артабан да гөрләп торор!
Читайте нас: