Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2020, 10:00

Ҡоштарға ярҙам ит!

12 ноябрҙә Рәсәйҙең Ҡоштарҙы һаҡлау союзы тәҡдиме менән илебеҙҙә Ҡарабаш турғай көнө билдәләнде. Тап ошо көндә боронғо славяндар йорт-ҡура тирәһенә ҡарабаш, ҡыҙылтүш, шыршы һәм ҡарағай, үрмәлсек, көйәҙ, суҡ турғайҙар осоп килеүен билдәләп, уларҙы ем менән һыйлар кәрәк тип һанағандар.

12 ноябрҙә Рәсәйҙең Ҡоштарҙы һаҡлау союзы тәҡдиме менән илебеҙҙә Ҡарабаш турғай көнө билдәләнде. Тап ошо көндә боронғо славяндар йорт-ҡура тирәһенә ҡарабаш, ҡыҙылтүш, шыршы һәм ҡарағай, үрмәлсек, көйәҙ, суҡ турғайҙар осоп килеүен билдәләп, уларҙы ем менән һыйлар кәрәк тип һанағандар.
Киң таралған, төрлө урмандарҙа йәшәгән ҡарабаш турғайҙарҙы “урман санитарҙары” тип йөрөтәләр. Улар урмандарҙы ҡоротҡос бөжәктәрҙән таҙартып, тәбиғәткә ҙур файҙа килтерә. Әгәр ҙә өй эргәһендә йәки кешеләр эшләгән ояларға урынлашһалар, турғайҙарҙың бер пары ғына ҡырҡ төп емеш ағасын зарарлы бөжәктәрҙән таҙарта.

Һалҡын ҡыш көндәрендә ҡоштар аҙыҡ етешмәүҙән ныҡ яфалана. Шуға ла тағараҡтар элеп, уларға өҫтәмә туҡланыу урындары булдырыу кәрәк. Әммә аҙыҡты дөрөҫ һайлау мөһим. Ҡыҙҙырылған көнбағыш, майҙа бешкән һәр төрлө ҡамыр аҙыҡтары, тоҙло сәтләүектәр һәм сало, чипсы, тары ярмаһы (ул асыҡ һауала тиҙ окисләнә), печенье, ҡара икмәк, шулай уҡ яңы бешерелгән аҡ икмәк тә ҡанатлы дуҫтарыбыҙ өсөн зыянлы. Көнбағыштың ҡыҙҙырылмағаны һәм тоҙһоҙо, ваҡланған ашҡабаҡ орлоҡтары, бойҙай, тоҙһоҙ бешерелгән ҡарабойҙай, бешкән йомортҡа валсыҡтары һәм уның ҡабығы, хайуан майҙары, алма киҫәктәре улар өсөн бик файҙалы буласаҡ. Шуныһын иҫегеҙҙә тотоу мөһим: бер башлағанһығыҙ икән, ҡанатлы дуҫтарығыҙҙы көн дә ашатыу кәрәк. Улар ҙа рәхәткә тиҙ өйрәнеүсән, шуға тағараҡҡа аҙыҡты артыҡ күп һалыу дөрөҫ булмаясаҡ – ҡоштар үҙҙәре лә ашарҙарына табырға тейеш.

Халыҡ һынамыштарына ҡарағанда, ҡоштар күпләп йорт тирәләй йыйылһа, был тиҙҙән әсе һыуыҡтар башланыуға ишара. Ҡарабаш турғайҙар иһә һыҙғырһа – көн аяҙ, сипылдаһа – төндә әсе һыуыҡ, тағараҡ янында күпләп йыйылһалар – бурандар һәм ҡар яуыуы көтөлә.

Википедиянан: Ҡарабаш турғай, турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡышлаусы ҡош. Бөтә турғайҙар араһында иң сосо, иң етеҙе ҡарабаш турғай һанала. Башында ҡара кәпәс, түше һәм кәүҙәһенең аҫты һары, түшенән ҡорһағы аша ҡойроҡ аҫтына үткән һыҙыҡ – ҡара. Аҡ сикәле, ҡанаттары һәм ҡойроғо һорғолт күк, арҡаһы йәшкелт - һоро төҫтә.
Тырнаҡтары кәкере, суҡышы осло, күҙе үткер. Осло суҡышы менән ағас ярыҡтарынан бөжәктәрҙе суҡып тартып сығара. Күбеһенсә ағас ҡыуыштарында оялай. Инә ҡош ҡыҙыл төрткөлө 9–13 бөртөк аҡ йомортҡа һала һәм баҫып сығара. Ә ата ҡош был ваҡытта аҙыҡ ташый. Яңғырауыҡлы тауыштары менән күңелле һыҙғырып һайрайҙар: «си-пи-си-пи-си-пи-ин-сә-ин-сә».
Читайте нас: