Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2020, 11:00

Үҙ эшенең оҫтаһы ул

Шундай ихлас, эшенә мөкиббән кешеләр була, әйтерһең, тыуаһы-тыуғандан ошо ғына эштә эшләгәндәр!“Бөрйән мәғлүмәт –консультация үҙәге”нең баш бухгалтеры Гөлсирә Әхмәҙулла ҡыҙы Солтанбаева хаҡында ла һис икеләнеүһеҙ шулай әйтеп була – иҫәп-хисап эшенә тотош ғүмерен бағышлаған, күптән инде үҙ эшенең ысын оҫтаһына әйләнгән.

Шундай ихлас, эшенә мөкиббән кешеләр була, әйтерһең, тыуаһы-тыуғандан ошо ғына эштә эшләгәндәр!
“Бөрйән мәғлүмәт –консультация үҙәге”нең баш бухгалтеры Гөлсирә Әхмәҙулла ҡыҙы Солтанбаева хаҡында ла һис икеләнеүһеҙ шулай әйтеп була – иҫәп-хисап эшенә тотош ғүмерен бағышлаған, күптән инде үҙ эшенең ысын оҫтаһына әйләнгән.
- 1982 йылда ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын тамамланым. Ул осорҙа вуз сығарылыусыларын юллама буйынса төрлө тарафтарға ебәрәләр ине. Мине Белорет районына ебәрҙеләр. Каникулға ҡайтҡан осорҙа районыбыҙҙың ауыл хужалығы идаралығында кадрҙар бүлеге начальнигы булып эшләүсе Әхәт ағай Юлдашев осрап, хәл-әхеүәлде белешеп торҙо ла, туҡта, мин һине юллап үҙебеҙгә ҡайтартайым, документтар өсөн борсолма, тине.

Шулай Бөрйәнгә ҡайттым. Мине “Урал” колхозына эшкә ебәрҙеләр.Унан райком профсоюзында 3 йыл эшләп алдым. 1986 йылда ауыл хужалығы идаралығына иҡтисадсы итеп алдылар.

1988 йылда бер йыл тирәһе Аҫҡарҙа эшләнем. Буласаҡ ғүмер юлдашым Хәкимйән мине шунан барып алды. 1989 йылда өйләнештек.Кире ауыл хужалығы идаралығына иҡтисадсы булып эшкә индем. Бына байтаҡ йылдар ошо эшемдәмен. 1996 йылдан бөгөнгәсә – баш бухгалтер. Бөгөн 11-се начальниктың ҡул аҫтында эшләйем. Шөкөр, гел яҡшы кешеләргә, етәкселәргә, коллективҡа тәл итте яҙмыш.

Һөнәремде лә бик яратам. Ауыл хужалығында кешеләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләү оҡшай. Беҙ хәҙер генә бит ул кабинеттарҙа ултырабыҙ. Элек йәйләү осоронда – йәйләүҙә, ялан-ҡыр эштәре мәлендә ялан-ҡырҙа булдыҡ. Күмәк өмәләр, коллектив эштәр – береһе лә ҡалманы. Иң мөһиме – эшләгән йылдар, үткән ғүмер үкенерлек түгел, һаулыҡтан һәм бәрәкәтенән айырмаһын, - ти Гөлсирә Әхмәҙулла ҡыҙы.

Йөҙөнән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәгән, кешегә һәр саҡ ипле һүҙен ҡушыр,һәр кемдең хәлен аңлар оло йөрәкле ханым , эшем эш булһын тип тырышҡан, яуаплылыҡты алға ҡуйған хеҙмәткәр, үҙ эшендә танылған бухгалтер ул.

Уның оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының ике Маҡтау ҡағыҙы, Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты, Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа әүҙемлек күрһәткәне өсөн миҙал менән баһаланған.

Иҫке Собханғолдоң уңған ҡыҙы бәхетле әсәй, ейәнсәре Самира өсөн өҙөлөп торған өләсәй. Хәрби хеҙмәт юлын һайлаған ире, Бөрйән егете Фәнүр Хөснөтдинов менән бөгөн Волгоград өлкәһендә йәшәгән ҡыҙы ла әсәһенең юлынан киткән – бухгалтер һөнәрен һайлаған. Үҙе йәшәгән ерҙә Пенсия фондында баш бухгалтер.

Гөлсирә апайҙың ире Хәкимйән ағайға ғына ошо ҡыуаныстарҙы күреү яҙмаған – тәҡдире тарафынан ҡыҫҡа ғүмер яҙылған...
“Гөлсирәнең бухгалтерлығы ҡорама ҡорауҙа ла сағыла – ныҡ пунктуаль, сетерекле нәмәләрҙең дә төбөнә төшөп, һәр эште камил һәм еренә еткереп, бик бөхтә һәм зауыҡ менән башҡарыусы кеше ул”, -ти райондың “Ағинәйҙәр ҡоро” һәм “ Кәрәҙ” халыҡ ҡорамасылар клубы етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллина Гөлсирә Солтанбаева хаҡында.

Эш аралатып мәсеткә йөрөп ғилем алыусы, динебеҙгә, ил-көн эштәренә лә битараф булмаған, һәр яҡтан килгән шәхес ул Гөлсирә Әхмәҙулла ҡыҙы.
Үҙе яҙмышын бәхет ярсыҡтарынан ҡорап, тулыландырып, солғанышында-ғыларға күркәм холҡо менән нур өләшеп, бәхет таратып йәшәй ябай Бөрйән ҡыҙы. Ошо бәхетенән, өлөшөнән айырмаһын уны! Бухгалтерҙар көнө менән!
Читайте нас: