Белеүегеҙсә, сираттағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы 2020 йылдың октябрь айында үтергә тейеш ине. Пандемия арҡаһында ул 2021 йылдың апрель айына күсерелде.
Шулай итеп, халыҡ иҫәбен алыу 1-30 апрель арауығында үтәсәк. Бынан алдағы иҫәп алыу ваҡытында иҫәп алыусы һәр кеше тураһында мәғлүмәт ҡағыҙҙағы бланкыларға тултырылһа, апрель айында үтәсәк иҫәп алыу ваҡытында иҫәп алыусы планшет-компьютер менән йөрөйәсәк һәм мәғлүмәттәр электрон бланкыларға индереләсәк.
Тимәк, апрелдә һеҙ йәшәгән өйгә йәки фатираға иҫәп алыусы киләсәк. Уларҙы еңел генә танып була: беренсенән, һәр иҫәп алыусының ҡулында танытмаһы һәм паспорты була, икенсенән, өҫтөндә - иҫәп алыу символикаһы төшөрөлгән жилет, шарф, ҡулында - сумка һәм планшет. Иҫәп алыусылар был ҡатмарлы осорҙа бөтә һаҡланыу сараларын ҡулланып (битлек, бирсәткә, бахилла һәм социаль дистанция) эш итәсәктәр.
Әгәр ҙә иҫәп алыусы килгәндә һеҙ өйҙә булмаһағыҙ, иҫәп алыусы почта йәшнигенә ҡабаттан киләсәге тураһында яҙма ҡалдырып китә. Ауылдарҙа хәҙер ватсап ҡушымтаһында төркөмдәр бар, иҫәп алыусыны көтөп ултырмаҫ өсөн, унда уңайлы ваҡыт тураһында һөйләшеп була.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың тағы ла уңайлы юлы бар: һәр кеше үҙе һәм ғаилә ағзалары, торлағы тураһындағы мәғлүмәтте онлайн, интернет аша, дәүләт хеҙмәттәре порталындағы ВПН-2020 төркөмөндә ҡалдыра ала. Иҫәп алыуҙы уңышлы үтеү тураһында һәр кешегә һанлы код бирелә. Килгән иҫәп алыусыға һеҙ шул кодты ғына бирергә тейешһегеҙ.
Тағы ла иҫәп алыу участкаларына барып та үтергә мөмкин. Стационар иҫәп алыу участкалары Иҫке Собханғол һәм Байназар ауылдарында урынлашасаҡ. Уларҙың адрестары, телефон номерҙары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе һуңғараҡ еткерербеҙ.
Илебеҙҙә, районда, һәр ауылда йәшәгән халыҡ һаны, белем кимәле, ғаилә хәле, торлаҡ, милләт, миграция тураһындағы мәғлүмәттәр йәшәйешебеҙҙең артабанғы үҫешен тәьмин иткән программалар төҙөү өсөн бик мөһим. Иҫәп алыуҙа кеше тураһындағы мәғлүмәт исемһеҙ индерелә, улар бер ҡайҙа ла ебәрелмәй, ул конфиденциаль мәғлүмәт.
Шулай булғас, бер нәмәнән дә ҡурҡмай, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ихлас ҡатнашайыҡ.