Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2020, 10:00

Моңо – халҡы күңеленән

Ҡараҡай ғына бер ҡыҙсыҡ ауыл клубы сәхнәһендә “Саҡ менән Суҡ” бәйетен башҡара... Моң ғынаһы күңелдең әллә ҡайһы ерҙәренә тейеп, уның сөңгөлдәрен айҡап-сайҡап сыға ла, бәйеттең тарихын күҙ алдына баҫтыра...

Ҡараҡай ғына бер ҡыҙсыҡ ауыл клубы сәхнәһендә “Саҡ менән Суҡ” бәйетен башҡара... Моң ғынаһы күңелдең әллә ҡайһы ерҙәренә тейеп, уның сөңгөлдәрен айҡап-сайҡап сыға ла, бәйеттең тарихын күҙ алдына баҫтыра...
Гөлнара ул. Әхирәтем, коллегам, ғүмере буйы Ҡолғана мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреп, хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусы Мөлөкова Зилара Рәүф ҡыҙы менән ошо ауыл кешеһе Вәлиев Рәшит Ирғәле улының уртансы балаһы. Ә моң түгелә генә, ауыл клубының сәхнәһенә һыймай, тышҡа – йәмле Үҙән буйҙарына ағыла, бер-береһен күрә алмай аҙапланған ике ҡоштоң аһы, иңрәүе булып күккә олғаша. Ошо бәләкәй генә ҡыҙсыҡтың ҡайһы еренән сыға икән был хәтле моң, тип аптырай ололар. Хәйер, һүҙем ошо моң эйәһе, Ҡолғана ҡыҙы Гөлнараның йыр-моң иленә аҙымдары хаҡында.

Бөгөн Гөлнара республикала билдәлелек яулай бара. Аллаһ тарафынан бирелгән моңо, таланты уға бик күп сит илдәрҙе күреү генә түгел, ҙур сәхнәләрҙә уңышлы сығыш яһап, еңеү артынан еңеү яуларға булышлыҡ итә.

Гөлнара Вәлиева – күп кенә халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика конкурстары лауреаты. 2016 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы солисткаһы булған яҡташыбыҙ 2013 йылда Новосибирск ҡалаһында үткән М.В. Мясникова исемендәге I Бөтә Рәсәй вокалистар конкурсында Гран-при яулай, 2014 йылда Мәскәүҙә Рәсәй Президентының “Талантлы йәштәргә дәүләт ярҙамы саралары тураһында” Указына ярашлы үткәрелгән сараның лауреаты булыуға ирешә, Сибайҙа үткән “Ирәндек моңдары” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың XII төбәк-ара конкурсында Гран-при яулай, Нальчик ҡалаһында үткән вокалистарҙың Н. Гасташева исемендәге V Төньяҡ-Кавказ асыҡ конкурсында I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ була. 2015 йылда Мексикала 5-се Бөтә донъя Фольклориада фестивалендә сығыш яһай. Ошо уҡ йылда Ҡырғыҙстан Республикаһының баш ҡалаһы Бишкектә “Ҡырғыҙстанда Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте һәм фәне көндәре” тигән сарала, Өфөлә үткән 4-се Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайында сығыш яһай.Ошо уҡ йылда Южноуральскиҙа үткән “Южноуральск- Зальцбург” тип исемләнгән музыканттарҙың VII Халыҡ –ара фестивалендә I дәрәжә лауреат исемен яулап ҡайта.

2015 йыл бик уңышлы йыл була була Бөрйән һандуғасы өсөн – Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС-та мәртәбәле ҡунаҡтар алдында сығыш яһау бәхете лә тейә уға.
Ағымдағы йыл төпкөл ҡыҙына уңыштары менән генә йылмая – Карелия Республикаһының Петрозаводск ҡалаһында үткән Рәсәйҙең музыкаль вуздары вокалистары-сығарылыусыларының XXXXIII смотр-конкурсында лауреат исемен ала.
2016 йылда - Өфөлә Заһир Исмәғилев исемендәге III Халыҡ–ара музыкант-башҡарыусыларҙың конкурсы лауреаты.

2017йылда – “Башҡорт йыры” телевизион конкурсының Гран-при эйәһе, Нариман Сабитов исемендәге IX музыкант-башҡарыусыларҙың Халыҡ-ара конкурсында III дәрәжә лауреат исемен яулай, Саратовта үткән вокалсыларҙың XXXI Халыҡ-ара Собинов фестивалендә II дәрәжә премияға лайыҡ була.
2018 йылда Өфөлә үткән Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика вокалсылар конкурсының төп призы – Гран-прийы ла уға тейә. 2019 йылда Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында үткән Б.Түлегәнова исемендәге вокалсыларҙың X Халыҡ-ара конкурсының дипломанты булыуға ирешә.

- Гөлнара, һин нисек шулай йырсы булып киттең? Хәҙер йырсылар күп, әммә халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусылар һирәк, опера йырсылары хаҡында һүҙ ҙә юҡ, тигән һорауға Ҡолғана ҡыҙы ихлас яуап бирҙе.

- Бәләкәй саҡта үтә шаян, тиктормаҫ бала булдым мин, әммә үҫә килә тормош холоҡ сифаттарын үҙгәртте – баҫылдым, бер аҙ йомолдом да төҫлө. Хәҙер килеп үҙемә-үҙем: “Ҡайҙа булды ул элекке шаян-шуҡ Гөлнара?” - тип һорау биреп ҡуям.
Бөгөн - әрһеҙҙәр заманы. Шулай ҙа бирешергә, битараф булырға ваҡыт юҡ – эшләргә, маҡсатҡа ынтылырға, һөҙөмтәгә ирешергә кәрәк.

Миңә бер нәмә лә еңел бирелмәй. Тәү ҡарашҡа, ниәт иткән эшем барып сыҡмаҫ, уйлағаныма ирешә алмаҫмын төҫлө. Шул саҡ күңел төбөндә йәшенеп ятҡан ныҡышмаллыҡты, ҡаратырышлыҡты мисәүләп егергә тура килә – йәрьәт итеп, йөрәк етеп тотонһаң, кешенең ҡулынан килмәҫтәй эш юҡ та ул! “Минән килеп сыҡмай был эш”, - тигән икеле-микеле уйҙарымды артҡа алып ташлап, туҡта әле, тырышып ҡара, булдыра алырһың, тип үҙемде-үҙем эстән хуплап ныҡышам.Теләккә тырышлыҡ, сабырлыҡ һәм ынтылыш та ҡушылһа, башланған эш – бөткән эш булып та ҡуя. Һәр саҡ үҙемдәге ике “мин” алыша-ярыша, береһе “ҡуй”, ти, икенсеһе “әйҙә!” тип ҡанатландыра. Кисәге Гөлнара менән бөгөнгөһөнөң дә алышы туҡтамай. Минең профессиям өсөн был үтә мөһим. Бөгөнгө менән ҡәнәғәтләнеү еңелеүгә тиң ул. Үҫеш, бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, алға ынтылыу шарт. Ошолар булмаһа, йырсы булыу икеле.

Сәхнә ул тамашасы өсөн генә һәр саҡ матур, камил һәм бөтөн кеүек тойола. Ә уның артында әллә күпме тир, күҙ-йәш түгелә, бәғзе саҡ осошҡа әҙерләнгән ҡанаттар ҡайырыла.
Бөрйән тәбиғәтенә хас ҡырыҫлыҡ та кескенәнән һәр күҙәнәгемә һеңгән – етдилегем, ҡырыҫлығым да етәһе. Әсәйем мине бәләкәй саҡтан һәр эшкә, көнгә анализ бирергә өйрәтеп, миндә логик фекерләү һәләтен үҫтереүгә күп көс һалған. “Һәр нәмәнең, ваҡиғаның мәғәнәһе, сәбәбе, сәбәпсеһе була, бер нәмә лә бушҡа түгел, һәр ниҙән хикмәт, аҡыл, фәһем эҙләгеҙ”, - тип үҫтерҙе ул. Шуға күрә, театрға эшкә килгәс, миңә иң ауыры һөнәри эшем түгел, үҙем менән эш булды. Көн дә көрәш, көн дә үҙ-үҙеңде еңеү.
Сәхнәгә килгәндә, унда барып эләгеү уйламағанда булды. Иҫ белә башлағандан алып йырлауыма ҡарамаҫтан, йырсы булыу теләге бер ҡасан да булманы. Учалы сәнғәт колледжында уҡығанда ла үҙемде юҡ менән булып йөрөгәндәй тоя инем, әммә маңлайға яҙылғанды күрәһең, тиҙәр бит – икенсе юлдан китәм, тип ныҡлы ҡарарға килеп бөткәндән һуң да, алдыма гел яҡшы кешеләр осрап, аҡыллы кәңәштәре, төплө фекерҙәре менән мине осраҡлы уйымдан дүндерә, мин эшләргә тейешле эшкә күндерә алдылар. Уҡытыусыларыма рәхмәтем сикһеҙ – Учалыла белем алғанда Миңзифа Тайып ҡыҙы Вәлиева миндә сәхнәгә сығырға ышаныс уятты, минең менән ал-ял белмәй эшләне, илһам ҡанаттары ҡуйҙы, осоштарға ҡанатымды нығытты. Артабан Өфө сәнғәт академияһында тағы яҡшы ҡулдарға – Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙының класына килеп эләгеүем – яҙмыш бүләге. Атайым әйтмешләй, икенсе әсәйемә әйләнде ул. Уның сабырлығына, салт аҡылына, матур итеп бирә белгән тормош һабаҡтарына иҫең китерлек!

Моң запасы һиндә күп әле, тип һәр саҡ дәртләндереп-күтәрмәләп тороуы, уҡыусыһы өсөн алтынға бәрәбәр ваҡыты менән иҫәпләшмәүе, маҡсатҡа илткән юлда арымай-талмай эшләргә өйрәтеүе – үҙе бер һоҡланғыс мәктәп!

Шулай ҙа тәүге уҡытыусым – әсәйем. Телсе, тыуған яҡтың фольклорын төптән белеүсе булараҡ, ул миндә илһөйәрлек, ерһөйәрлек, моңһөйәрлек тәрбиәләне. Урман-ҡырға сыҡҡанда күпме йырлатты, тыуған тәбиғәтең менән гармонияла бул, бергә үрелеп йәшә, уны йәнең-тәнең менән той, ярат, тип күп тыҡыны ул. Атайым иһә мине кеше аяғы ла баҫмаған тиерлек шырлыҡтар, ҡарурман төпкөлдәре буйлап йөрөттө – ер танытты.

Халыҡ йырҙары буйынса уҡып йөрөйөм, бер заман ялҡа башланым – миңә яңылыҡ, үҙгәреш кәрәк. Минән юғарыраҡ курста уҡығандарҙың академик йырҙар башҡарыуын тыңлап, ҡарап ултырам, башҡарған әҫәрҙәрен ҡушылып йырлап ебәрәм. Бер көн остазым Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы , әйҙәле, ошо арияны йырлап ҡарайыҡ, тип ноталарын тотторҙо ла... Шунан башланып китте операға һөйөү. Бәләкәй саҡта телевизорҙан опера тапшырһалар, эй, шул опералары менән, тип яратмай инем, һиҙмәй ҙә ҡалдым опера ғали йәнәптәренең үҙенә нисек арбап-тартып алғанын, ғашиҡ иттергәнен...

Шунан башланып китте төрлө конкурстарҙа сығыштар, яңынан-яңы осрашыуҙар, танышыуҙар. Һәр сығыш һайын яңы үҫеш, үҙеңде һынау, самаңды самалау, алға маҡсат ҡуйыу...

Ә халыҡ йырҙарына килгәндә, улар минең үҫешемдә төп өлөштө алып торалар. Улар булмаһа, мин опера театрында эшләмәгән булыр инем. Халыҡ йырҙарын йырлай алғанға опера арияларын башҡара алам. Халыҡ йырҙары мине сит ил (Мексика, Испания, Франция, Ҡаҙағстан) һәм Рәсәй ҡалалары сәхнәләренә алып сыҡты. Халҡыбыҙҙың рухи гәүһәрҙәренән булған ошо халыҡ йырҙарын сит ил тамашасыһы, төрлө милләт вәкилдәре башҡорт телендә тыңлап, “аһ” итә, күңеле менән аңлай, мәғәнәһенә төшөнә.

Телебеҙ, тарихыбыҙ менән таныш булмағандар ҙа, күкрәктәренә ҡулдарын ҡуйып, йыр фәлән-фәлән хаҡында булдымы – йөрәгебеҙ ҡоштай талпынды, күңелебеҙгә илаһи рәхәтлек килде, тәнебеҙ зымбырҙап китте, күңелебеҙ сөңгөлдәренә барып иреште башҡорт моңо, тиҙәр. Беҙҙең халыҡ йырҙары ана шундай илаһи ҡөҙрәткә, күңелдәрҙе имләр сифатҡа, рухты үҫтерер көскә, тарихты сағылдырыр, үткәндәрҙе күҙ алдына баҫтырыр, һине дәүерҙәр аша тетрәнеү кисертер халәткә эйә!
Эйе, башҡорт халыҡ йырҙары хаҡында ошолай матур итеп уларҙы халыҡсан итеп башҡара алыусы ғына әйтә алалыр ҙа.

Киләсәктә, Алла бирһә, эшләйһе эштәр, яулайһы баҫҡыстар күп – донъялар ғына имен булһын да, һаулыҡтан ғына айырмаһын, ти икән Бөрйән төпкөлө Ҡолғананың моңло ҡыҙы Гөлнара – ул мең мәртәбә хаҡ – илдәр имен булһа, йыр ҙа булыр, халҡыбыҙҙың тере шишмәһенән урғылған моңдар быуат-быуат кеше күңелдәрен имләп, матурлыҡҡа, рухи бейеклеккә, именлеккә саҡырып, рух маяғы булып торор әле, иншәә Аллаһ!

Бөрйән һандуғасы, тиҙәр Гөлнараның моңон ишеткәндәр. Шул сама моң ҡайҙан хасил уның күкрәгендә, нилектән ғибарәт? Моғайын, ожмахҡа тиң хозур Бөрйән ерендә, тәбиғәт үҙенең беренсел матурлығын һаҡлаған төпкөл Ҡолғанала тыуғанғалыр... Бәлки, әсә һөтө, ата һөйөүе, айыусы олатаһының төрлө хикмәтле, ғибрәтле тарих бәйән итеүенән, өләсәһенең сабыр,салт аҡыллы, ауыл ҡотон һаҡлар ағинәйлегенән күскәндер. Бәлки, Үҙән буйындағы таллыҡта һайраған һандуғастан отҡандыр ул был моңдо... Кем белә... Бөрйән һандуғасы Гөлнараның моң сере, талант ғилләһе – үҙ халҡының йырҙарына һөйөүендә, ихласлығында, тыуған еренән һут алыуында, атайсалы менән берлегендә, рух һәм ғәмәл гармонияһында...
Читайте нас: