Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2020, 14:00

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...

Килдеғол ауылы ҡыҙы Әлфинә Әбүзәр ҡыҙы Әйүпова - М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның филология факультеты студенты. Ул башҡорт, рус телдәре һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы буласаҡ. Әлеге көндә дистанцион форматта университеттың 3-сө курсында белем ала.

Килдеғол ауылы ҡыҙы Әлфинә Әбүзәр ҡыҙы Әйүпова - М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның филология факультеты студенты. Ул башҡорт, рус телдәре һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы буласаҡ. Әлеге көндә дистанцион форматта университеттың 3-сө курсында белем ала.
-Өйҙә уҡыуҙың да үҙ плюстары һәм минустары бар. Өлгөрөргә тырышабыҙ, - ти ул.
Әбделмәмбәт мәктәбендә 11-се класты тамамлағандан һуң Сибай педагогия колледжына уҡырға инеп, тәрбиәсе һөнәрен алып сыға ул. Тырыш ҡыҙ уҡыуын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Артабан белемен камиллаштырыу маҡсаты менән Өфөгә юллана. Ҡыҙ 18 йәше тулғас та үҙ аллы аҡса эшләй башлай.

Бөгөнгө көндә университеттан тыш, автомәктәптә лә уҡып йөрөй. Беҙ әңгәмәләшкән көндө ул Өфөгә имтихандар тапшырырға барған ине.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти халыҡ мәҡәле. Ә ҡатын-ҡыҙ өсөн уның иҫәбе лә, һаны ла юҡтыр...
Әлфинәнең дә һөнәрҙәре күп. Үҙе әйтеүенсә, уға бер нисә эште бергә алып барыу оҡшай.

-Уҡыуыма ҡамасау булмаһын, тип, буш ваҡыттарымдың һәр минутын маҡсатҡа яраҡлы файҙаланырға тырышам. Ата-әсәйем тәүҙәрәк, уҡыуың ҡала, тип ҡаршы булһалар ҙа, хәҙер аңланылар.

Тәүҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ике йыл бейеү ансамблендә шөғөлләнә. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттарының “Ҡорос” халыҡ театры ла күңеленә ята. Спектаклдәр ҡуйыу, репетициялар үҙенекен итә, өлгөрмәй башлағас, һайлау алдында ҡала.
-Бейеүҙе бик яратһам да, “Ҡоросто” һайланым, - ти ул.

“Ҡорос” халыҡ театрында хәҙер өсөнсө йыл театр етәксеһе, режиссер, М. Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов ҡыҙҙың характерына тап килгән образдарҙы һайларға ярҙам итә.

-Ролдәрҙе бүлер алдынан күп осраҡта һынауҙар үтергә кәрәк була. Спектаклдәр менән төрлө конкурстарға, райондарға сығабыҙ. Унан тыш, уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш буйынса маҡсатлы эштәр алып барабыҙ. Төрлө ижад, юбилей кисәләре үткәреүҙә ҡатнашабыҙ, ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһайбыҙ, - ти Әлфинә.
Яратып башҡарған ролдәре И. Абдуллиндың “Тиле йәшлек” спектаклендә - Сәйҙә, Һандуғас ролдәре. М. Кәримдең 100 йыллығына арналған “Һинән башҡа донъя япа-яңғыҙ” исемле спектаклдә төп ролде - Рауза ролен башҡара.

-Геройҙарымдың холоҡтары үҙемдә лә сағылыш табалыр, тип уйлайым. Мәҫәлән, йәш, хыялый, аҡыллы, тура һүҙле Һандуғас роле күңелемә яҡын, - ти ул.
Геройҙары кеүек үк, Әлфинә лә йәш, дәртле, маҡсатҡа ынтылыусан, батыр йөрәкле, бер ни тиклем кимәлдә уҫал да, яҡындарына һәр саҡ терәк булырҙай ярҙамсы ла.
“Ҡорос”та уйнаған студенттарҙы академия театры актерҙарына тиңләйҙәр икән. Тамашасыларҙың әйткән һүҙҙәре, ысынлап та буш түгелдер.
-Йыр-моңға, ижадҡа һәләтем ике яҡтан да килгәндер, тип уйлайым. Олатайҙарым матур йырлағандар, таҡмаҡ әйткәндәр, шиғырҙар яҙғандар, - ти ул.
Әлфинәнең шиғырҙары “Йәшлек” гәзитендә, “Шоңҡар” журналында баҫылған. Шулай уҡ 2018 йылда “Яңы офоҡтар” тигән йыйынтыҡта ла уның күңел донъяһының бер өлөшө урын алған. Күберәк әсәй, мөхәббәт темаларын үҙ итә ҡыҙ. Интернет селтәрендә “Ғүмеремдең алһыу таңдары” тигән сәхифәһендә шиғырҙарын, фотолар, видеолар һалып бара икән.

Әлфинәнең йәнә бер шөғөлө – бәйләм бәйләү. Ырғаҡ менән жилеттар, салфеткалар, ултырғыс, диван ябыуҙары бәйләй.
3 малай араһында үҫкән берҙән-бер ҡыҙ баланы әсәһе Гөлзирә апай ҡатын-ҡыҙҙың матур шөғөлдәренә йәлеп итә алған.
Йәнә ул биҙәүестәр эшләй. Милли колоритҡа өҫтөнлөк биреп, төрлө алҡалар, муйынсаҡтар, беләҙектәр хасил була уның тилбер ҡулдарында.
- Ҡыҙыҡһыныуым бәләкәйҙән булды. Милли биҙәүестәрҙе телевизорҙан, “Башҡортостан ҡыҙы” журналында күреп, эшләп ҡарарға хыяллана торғайным. Аҙаҡ инде интернеттан ҡарап өйрәнә башланым, - ти ул.

Быйыл ғына шөғөлләнә башлауына ҡарамаҫтан, биҙәүестәре күҙҙең яуын алырлыҡ күркәм, зауыҡлы килеп сыға.
“Бәйләнештә” селтәрендә үҙ сәхифәһен дә булдырған. “Тәңкәбикә” тип атала ул. Тәүге ҡул эштәрен үҙенең яратҡан “Ҡорос” театрына бүләк иткән. Театрҙың 10 йыллыҡ юбилейында коллективтағы 30-ҙан артыҡ кеше “Ҡорос” тип яҙылған амулетлы булған.

- Заказдар ҙа бирәләр. Киләсәктә ысын таштар менән эшләргә хыялланам, әлегә тәжрибәм, оҫталығым етеңкерәмәй, - ти оҫта ҡуллы Әлфинә.
Бар яҡтан да үҫешергә ынтылып торған, дәртле, маҡсатлы, тырыш ҡыҙға афариндан башҡа ни әйтәһең инде!?
Читайте нас: