Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2020, 13:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Көндәр һыуытыу менән бәйле, йылытыу приборҙарына, мейестәргә көсөргәнеш көсәйҙе. Һаҡ булайыҡ!

Көндәр һыуытыу менән бәйле, йылытыу приборҙарына, мейестәргә көсөргәнеш көсәйҙе. Һаҡ булайыҡ!
Демография
Үткән аҙнала районда 6 сабый тыуған. 3 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. 4 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

01 хәбәр итә
Бер янғын булған – Аҫҡарҙа мунса һәм утынлыҡ янып киткән.
Көндәр һыуытыу менән бәйле, йылытыу приборҙарына, мейестәргә көсөргәнеш көсәйҙе. Һаҡ булайыҡ!

02 хәбәр итә
Ноябрҙең 6-һынан 11-енә тиклемге ваҡыт арауығында район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 69 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә урлашыу (2), механик зыян килтерелгән юл-транспорт ваҡиғаһы (4), үҙ-үҙенә ҡул һалыу (1), кеҫә телефоны юғалтыу (2), ғаилә низағы (2), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (5), сит мөлкәткә зыян килтереү (1), дауаханаға алып барыу (6), эскән килеш ҡабатлап автомобиль менән идара итеү (1), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (3) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 71 протокол, шул иҫәптән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 54 протокол төҙөлгән. 3 водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.
Читайте нас: