Ҡалған эште, теләк һәм дәрт булғанда, ҡар яуыр алдынан да теүәлләп өлгөрөргә була икән. Ана, ҡыпсаҡтар тап шулай иткәндәр ҙә инде.
-Үҙән урамының Иҫке Ыҙма урамы яғы яҙлы-көҙлө батҡаҡҡа әйләнеп, үткеһеҙ булып китә торғайны. Ошо көндәрҙә ауылдың бер төркөм ир-егеттәре дәррәү сығып, юлды тәртипкә килтереп ҡуйҙы.
Яғыулыҡ менән ярҙам итеүсе Йәлил Усмановҡа, Рәмил Үтәбаевҡа, өмәне ойоштороусыларҙың береһе, 5-се округ депутаты Рифат Мөхәмәтғәлинға, Роберт Мәхмүтовҡа афариндан башҡа һүҙ юҡ. Техника менән дә ярҙам иткән Йәлил Усманов, Илшат Хисаметдиновтарға, тракторҙары менән сыҡҡан Ринат Мөхәмәтҡолов, Салауат һәм Рамаҙан Ғөбәйҙуллиндар, Илһам Ғәйнуллин һәм Хәйҙәр Мәсәғотов кеүек ир-аттарға ла ауыл халҡы бик рәхмәтле, - тип яҙғандар Ҡыпсаҡ ауылының “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә.
“Иң аптыратҡаны – ситтән ағас алырға килгән КамАЗ машинаһының йәш кенә водителенең, өмәселәр янына туҡтап, яҡшы эш башҡараһығыҙ, мин дә ошо юлдан йөрөйөм бит, тип бер биҙрә яғыулыҡ ҡалдырып китеүе булды. Уйланырға ла, үрнәк алырға ла урын бар”, тип тә өҫтәгәндәр ҡыпсаҡтар.
Ауылы берҙең – ҡәүеме бер, тиҙәр бит. Бына шулай ҡыпсаҡтар, кемдәндер, ҡайҙандыр көтөп ултырмай, үҙҙәре йәшәй торған ерҙәрҙе үҙ көстәре, берҙәмлектәре менән матурлап, тәртипкә килтереп торалар. Уларҙың үҙҙәренән дә үрнәк алаһы, уйланаһы бар...