Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2020, 19:15

Их, “Фрося”...

Бөгөн – студенттар көнө. Йәшлектә ҡалған студент йылдары иҫкә төшһә, иң башта тәүге сессиялағы беренсе имтиханым күҙ алдына килеп баҫа...

Бөгөн – студенттар көнө. Йәшлектә ҡалған студент йылдары иҫкә төшһә, иң башта тәүге сессиялағы беренсе имтиханым күҙ алдына килеп баҫа...

Беренсе курста уҡып йөрөгән саҡ. Ятаҡта бер бүлмәлә 4 ҡыҙ йәшәйбеҙ. Гүзәлиә менән беҙ – 1-се курс, Фидәлиә менән Луиза 3-сө курс студенттары.
Сессия яҡынлашҡан һайын йөрәк йышыраҡ тибә башланы. Сөнки өсөнсө курста уҡығандар имтихандарға бәйле төрлө хәбәрҙәрҙе ҡуйыртып ҡына тора. Теге уҡытыусы шулайтҡанды ярата, быныһы – былайтҡанды һ.б. Ә бына беҙҙән был сессияла тәүге булып имтихан аласаҡ Илзар (исеме үҙгәртеп алынды) тураһында бөтөнләй ҡотто осорорлоҡ хәбәрҙәр йөрөй студенттар араһында. Имеш, ул биҙәнеп-төҙәнеп йөрөгән, матур кейенгән ҡыҙҙарға һынау ваҡытында баһаны ла йәлләмәй. Етмәһә, имтихан ваҡытында күҙҙәрен майландырып ҡарап ултыра, имеш...

Шулай итеп, ҡышҡы сессия яҡынлашты. Йоҡо тигән нәмә ҡасты, йығылып ятып имтиханға әҙерләнәбеҙ. “Дедтар”, Илзарҙа “бомбить” итеп була ул, тип бомбалар ҙа әҙерләттеләр. Уныһы шпаргалканан шуныһы менән айырыла – ҡәҙимге дәфтәр битенә яҙаһың да, һынау ваҡытында уҡытыусы күрмәгәндә өҫтәлеңә сығарып һалаһың. Унан инде әҙерәк яҙып ултырған булып ҡыялаһың да уҡытыусы алдына барып ултырып, шытырлатып теге ҡағыҙға яҙылғанды уҡып сығаһың. Уй-й, әгәр күреп ҡалып, ҡыуып сығарһа... Өсөнсө курстағылар “бомба”ны итәк аҫтынан сығарыуҙың төрлө ысулдарын да өйрәтте.

Шулай итеп, иртәгә – беренсе һынау. Хәҙер инде ятлары ятланып бөттө, инде эш кейемгә барып төртөлдө.
“Дедтар” һуңғы кәңәштәрен еткерә башланы.

-Илзар тәндәренә һыбашып торған күлдәк кейгән ҡыҙҙарҙы ярата, анауы йәшел күлдәгеңде кей.-Ә “бомбаларҙы” ҡайҙа тығып индерәм?
-Күлдәгеңдең итәге аҫтына ал яҡтан дәфтәр бите һыйырлыҡ кеҫә тек.

-Ул йәшел күлдәгем былай ҙа тарыраҡ, етмәһә, материалы йомшаҡ. Итәгенә эс яҡтан ҡағыҙҙар тыҡһам, улар беленеп торасаҡ.
-Ә-ә, әйҙә, минең аҡ быйманы кей ҙә, арт яҡтан шул быйманың ҡуңысына тыҡ “бомбаларыңды”.
-Бөтәрләнеп бөтһәләр...

-Инер саҡта ғына тыҡ та ипләп кенә атлап ин.
-Билеттарыңдың теүәл яртыһын уң яҡ быймаңа, ҡалған яртаһын һул яғына һал. Һуңынан ниндәй билет эләгеүенә ҡарап, ипләп кенә ҡулыңды аҫҡа төшөрөп, бармаҡтарың менән аралатып һанап, кәрәкле бомбаны тартып сығарырһың.

Теге быйманы кейеп, арт яғынан ҡуңысына ҡағыҙ биттәре тығып, атлап ҡараным. Сырышманы былай ҡағыҙҙар.
Ҡаты итеп сәй бешереп, уға ҡутарғансы шәкәр һалып, сәскә “химка” эшләргә шыйыҡса әҙерләп ҡуйҙым. Ятыр алдынан сәсемде теге сәй менән еүешләп, сепрәк киҫәктәренә ҡағыҙ төрөп кенә әтмәләнгән бигудиларҙы ураным. Әхирәтем дә сәсен шул шыйыҡса менән еүешләп, ваҡ ҡына итеп үзбәктәр һымаҡ үреп ятты. Аҡ быйманы койкам эргәһенә ҡуйҙым, теге йәшел күлдәкте ултырғыс һөйәнгесенә элдем.

Йоҡо йоҡо булманы, әлбиттә. Иртүк торҙоҡ. Теге бигуди ишараттарын ысҡындырып бөтөр өсөн дә байтаҡ мәшәҡәтләнергә тура килде. Теге ҡаты сәй менән шәкәр ҡатнашмаһы сәсемде дыңғырҙатып ҡатырып ҡуйған. Бөҙрәбашҡа әйләнгәнмен.

Сират биҙәнеүгә еткәс, аптырап ҡалдым. Ярай әле, “дедтар” бар – ярҙамға килеп, ғүмере тушь күрмәгән керпектәремде буяп ҡуйҙылар, сикәләргә помада һөртөп ҡыҙарттылар.
Теге асыҡ йәшел күлдәкте кейеп, нескә билде ул ваҡытта модала булған яҫы аҡ ҡайыш менән һыҡтырып ҡуйғас, буйтым кешегә оҡшап ҡалғандай булдым.

Әхирәтем менән киттек институтҡа. Бына киң йылмайып Илзар әфәнде лә күренде. Уф, йөрәк бөттө. Һынау үтәсәк аудиторияға инеп китте. Бер аҙҙан тәүге биш кешене инергә саҡырҙы. Йөрәкте усҡа тотоп, тәүге билетты мин алдым. Әҙерәк кенә йөрәк урынына ултырғандай булды – белгән генә билет эләкте.

Шөкөр, белгәндәремде яҙып өлгөрә алмайым – хәтергә төшөп кенә торалар. “Бомбить” итергә бөтөнләй кәрәкмәне. Теге аҡ быйма эсендә үҙемә генә иштелеп ҡыштырҙаған бомбаларҙың шартлап ҡуйыуынан ҡурҡыбыраҡ, уҡытыусы өҫтәле янына барып ултырҙым. Теге “майлы күҙ” нимәлер яҙа. Үҙе миңә ҡарамай ғына, башла, тигән ым бирҙе.

Башланым... Шытырҙатып ҡына һөйләйем. Бер ваҡыт уҡытыусым, яҙа торған эше бөтөптөр инде, ручкаһын өҫтәлгә һалды ла миңә ҡараны һәм... йөҙө буйлап йылмайыу үтте. Тегеләр әйткән “күҙен майландырыу” тип аңланым да, үсегеп, эстәге тормоз механизмым телгә килде лә ҡуйҙы – туҡтап ҡалдым.
-Бик яҡшы ғына һөйләй инегеҙ, дауам итегеҙ, - ти был, һаман да йылмайып.

Мин, ҡарышҡырланып, әйтерһең, яҡшы баһа уға кәрәк, һаман тызырайып ултырам.

-Улайһа, өҫтәп һорау бирергә тура килә инде.
-Бирегеҙ.
Һорауына яуап бирҙем.

Был тиҙ генә зачеткама ниндәйҙер билдә ҡуйҙы ла йылмая биреп миңә һондо.
Уф-ф, нисә булһа ла булһын, тик был ғазаптан тиҙерәк ҡотолоу шарт...
Зачеткамды эләктереп, ишеккә барып еткәс, кире әйләнеп ҡарай иттем. Инде Илзар әфәнде мөкиббән китеп минең балтырҙарыма төбәлгән ине. “Уф, йәш ҡыҙҙарҙың аяҡтарына хәтлем ҡапшап ҡала икән майлы күҙҙәре менән”, тип йәнем көйөп сығып киттем.

Ул арала бер төркөмдәшем, уй, быймаларыңдан бомбаларың күренеп торған да инде, хатта сығып киләләр, тип ҡысҡырып ебәрмәһенме. Бәй, ысынлап та, теге кәрәктәре теймәгән бомбалар, шартларға теләптер инде, морон төртөп сығып киләләр. Бына ни өсөн уҡытыусы иҫе китеп минең балтырҙарға төбәлгән булған икән...
Ул арала бомбаларым шартлап та бөттө – кемдәрҙер таратып та алды. Егеттәр ине булһа кәрәк.

Иптәштәрем, нисә булды, тип һораһалар ҙа, зачеткамды асып ҡарарға ла ҡыймай, фойеға юлландым. Пальтомды алырға булып, биркамды гардеробта эшләүсегә һондом да эргәләге трюмоға күҙ һалдым һәм... ултыра төшә яҙҙым. Унан миңә сәстәре шыбаҡшып һәленеп төшкән, керпектәренә яғылған буяуы күҙҙәренең аҫҡы ҡабағын тотошлайы менән ҡалын итеп буяған, тәненә һылашып ҡына торған асыҡ йәшел күлдәк кейгән, билен яҫы ҡайыш менән һыҡтыра быуған һәм... аяғына ике размерға ҙур аҡ быйма кейгән бапаҡ “Фрося” ҡарап тора ине...

Хәҙерге аҡылым менән генә уҡытыусымдың туҡтауһыҙ йылмайыуының серен аңлағандай булдым. Ул, ошо “матурлыҡты” күреп, шарҡылдап көлөүҙән үҙен көскә тыйып ултырғандыр, күрәһең. “Эй, ауыл балаһы, ярай, яйлап өйрәнерһең әле”, тигәндер эстән генә.
Тиҙ генә ҡулъяулығымды алып күҙҙәремдең аҫтын тызыным да, бәлтәмде кейә-кейә ишеккә атылдым. Был мәсхәрәнән тиҙерәк ҡотолор кәрәк. Шунда ғына башыма етте – имтиханды нисәгә бирҙем һуң мин?

Ҡурҡа-ҡурҡа ғына зачеткамды астым һәм йөрәгем йылынып китте –уҡытыусымдың елле ҡултамғаһы эргәһендә“отлично” тигән яҙыу тора ине. Юғары белем юлында тәүге сирҡанысты бына шулай алдым мин...
Читайте нас: