Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2020, 11:00

Бөрйәндең хәтер китабы

Шым ғына һымаҡ тойолһалар ҙа, ошо бөрйәндәр әллә нимәләр ҡуптарып яталар ул, тип мәрәкә ҡатыш ысынбарлыҡты ҡушып һөйләйҙәр – һоҡланалар икән, әйҙә, беҙ быға тик шат.

Шым ғына һымаҡ тойолһалар ҙа, ошо бөрйәндәр әллә нимәләр ҡуптарып яталар ул, тип мәрәкә ҡатыш ысынбарлыҡты ҡушып һөйләйҙәр – һоҡланалар икән, әйҙә, беҙ быға тик шат.
Билдәле фоторәссам, яҙыусы, мәктәп йәшендә саҡта “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе булып ижад майҙанында сирҡаныс алып, “Таң” гәзитендә оҙайлы ғына хеҙмәт юлы үтеп бынамын тигән фотограф, хәбәрсе булып танылған, Өфө, Нефтекама, ҡалаларында, район үҙәге Иҫке Собханғолда ете шәхсән фотокүргәҙмәһен ойошторған, 2007 йылда Төркиәнең Истамбул ҡалаһында төрки телле фоторәссамдарҙың 4-се Конгресында, 2010 йылда Өфөлә ошондай мәртәбәле сарала ҡатнашып, улар һөҙөмтәһе булып донъя күргән “Истамбул”, “Башҡортостан – Евразия ынйыһы” фотоальбомдары сығыуға тос өлөш индергән, “Бөрйәндең 18 иң матур урыны”, “Мөһабәт һәм ҡырағайҙар”, “Киләсәктә был ергә Хоҙай үҙе ҡыҙығыр...”, “Ауылымдың ете мөғжизәһе” фотоальбомдары менән ғәмде ҡыуандырған, һаман да фотоаппараты менән “ҡоралланып” ал-ял белмәй ижад, эҙләнеү эштәре менән булған ир-уҙаман Флүр Сабирйән улы Ғазиндың “Берйән. Бөрйән. Бурзян” тигән әле типография буяуы еҫе лә бөтмәгән өр-яңы ижад емешен – тотор ҡулға һәлмәк, күрер күҙгә матур, йөкмәткеһе, биҙәлеш-төҙөлөшө менән заманса, елле китабын ҡулға алып уҡып сыҡҡас, шулай тип ике уйламай әйтергә була.
Шым ғына һымаҡ тойолһалар ҙа, ошо бөрйәндәр әллә нимәләр ҡуптарып яталар ул, тип мәрәкә ҡатыш ысынбарлыҡты ҡушып һөйләйҙәр – һоҡланалар икән, әйҙә, беҙ быға тик шат.

Ғәҙәттәгесә, оло-ғара сумкаһын йөкмәп килеп инде редакцияға Флүр ағайыбыҙ. Һирәк ҡунаҡ – эшем эйәһе кешенең беҙҙең тарафтарға юлы һирәк төшһә лә, уның килеүенә юҡ Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда нимә бар икән, тип өңшәйгән балаларҙай ҡыуанаһың, сөнки Флүр Сабирйән улын беҙҙең тарафтарға ваҡытты үлтереп гәп һатыу уйы түгел, ниндәйҙер ҙур ҡыуанысы (сығарған китабы, буклеты, альбомы) менән уртаҡлашҡыһы килгән тойғоһо ташлай.

Был юлы ла ауыҙы ҡолағына етеп йылмайып килеп инде ул. «Бына, һеҙгә «күстәнәс» килтерҙем!» - ти.
Күстәнәстең дә ниндәйе – тарихтарҙа ҡалырлығы бит!

Хәйер, быйыл ғына Өфөлә “Белая река” нәшриәтендә мең даналыҡ тираж менән баҫылған 168 биттән торған ҙур ғына “Берйән. Бөрйән. Бурзян” фотоальбомының “тыуыу” тарихы түбәндәгеләрҙән ғибарәт.

- Был китапты ғүмер буйы сығарырға хыял иттем. 2-3 йыл элек элекке башлыҡ Рөстәм Шәриповҡа теләгемде белдергәйнем. Ул, рухлы һәм ошондай мәллек кенә эш булмаған инициативаларҙы хупларға торған кеше булараҡ, әйҙә, тотон, финансларбыҙ, бар хәлсә ярҙам итербеҙ, тине. Алда республика ойошторолоуҙың 100 йыллығы тора, ошоға өлгөртһәң, бик шәп булыр ине, тип ҙур эшкә фатиха бирҙе.

Яҡшы һүҙ ишеткәс, ике ҡанат бер ҡойроҡ булып сығып киттем. Дәртләнеп эшкә тотондом. Шул осорҙа квадроцикл алғайным. Шуның ярҙамы ныҡ тейҙе – ауылдарға барам, әле бер тауының башында торам, әле икенсеһендә, тигәндәй. Былай ни, бәғзе ауылдың бер осонан икенсе осона сыҡҡансы ахмалға төшөп арыйһың бит ул. Етмәһә, көн үтә. Райондың һәр ауылында булып, тейешле фотоларҙы төшөрөп бөттөм дә, тегеләрҙе бергә туплап ҡараһам, һап-һары тупланма килде лә сыҡты. Һары, һис шикһеҙ, матур төҫ, әммә саманан артһа, ул да эсте бошора. Юҡ, мин әйтәм, быуатҡа бер сыҡҡан фотоальбом Раббыбыҙ бирмеш бөтә төҫтәрҙә балҡыһын, районыбыҙ ауылдарының тәбиғәте һәр миҙгелдең илаһи буяуҙарында сағылһын, былай булмай, тинем. Үҙемә оҡшаманы был альбом. Фекеремде Рөстәм Динислам улына еткерҙем. Ул аңланы, әрләмәне.
Икенсе йылына май айынан башланды минең сәфәрҙәр. 36 ауылды төрлө ракурстан, төрлө миҙгелдә төшөрҙөм. Тәбиғәттең хозур мәлдәрен, аҫыл ерҙәребеҙҙе мәңгеләштергем килде.

Хәҙер кеше оҙон нәмәне уҡымай – ваҡыты юҡ. Шуға альбомдағы текстар ҡыҫҡа һәм йөкмәткеле, конкрет һәм халыҡсан рухлы булырға тейеш, тип ҡарар иттем. Альбом алты йәшлек балаға ла, һикһән йәшлек олоға ла оҡшарға, уларҙың күңел зауҡын ҡәнәғәтләндерергә тейеш.
Ауылдарҙа тиккә генә йөрөмәнем – ер-һыу атамаларын, уларҙың тарихын һорашып яҙып алдым, ҡарттарға мөрәжәғәт иттем. Бынан тыш, тарихсылар, белгестәр менән кәңәш-төңәш иттем.

Шул хәтлем хозур һәм бай тарихлы төбәктә йәшәйбеҙ бит ул. Тик рәсми сығанаҡтарҙағы тарихи яҙмалар 1770 йылдар менән генә бөтә тип әйтерлек. Элеккеләре, боронғолары ауыҙ-тел ижадында, фольклорҙа нығыраҡ сағыла. Ә бит тарихыбыҙ тәүтормоштан башлана...

Шүлгәнташта ун йылға яҡын эшләнем. Унда сауҙа нөктәм бар. Ижадыма этәргес көстө лә мәшһүр эпостарыбыҙ тыуған ерҙән алам.
Ер-һыу атамалары – беҙҙең еребеҙҙең паспорты, ошо ерҙәрҙә аҫаба халыҡ йәшәүгә дәлил, башҡортлоғобоҙҙо кешеләргә аңғартып, белдертеп тороусы сара.
Мин шәхсән үҙем фотоальбомдарға, открыткалар йыйылмаһына, квартал календарҙарына аҙ ғына булһа ла рух өрөп, башҡортлоҡто “йәбештерергә” генә торам, сөнки беҙ – аҫаба халыҡ, ошо ерҙең әлмисаҡҡы хужаһы, тарихҡа бай, фольклорға бай ҡәүем.

Шуныһы эсте бошора: беҙҙең үҙебеҙҙең халыҡ теге йәки был ерҙәрҙең атамаһын русса әйтеп ҡыланған була, фәлән-фәлән квартал, тип һөйләй, ә сит-яттар телен һындырып булһа ла беҙҙеңсә әйтеп маташа. Бынау Шүлгәнде күбеһе Капова, тей. Ата-бабалар шулай тимәгән бит. Үҙемдең һатыу нөктәмдә торғанда, билдәле, күп туристар килә, Капова ҡайҙа, тип һорайҙар. Капова шул яҡта, тип йылға буйына ебәрәм, Шүлгән был яҡта, тип мәмерйә яғын күрһәтәм. Бәғзеләре Капова эҙләп йылға буйына барып, кире килә, унан тарихты аңлатҡас, ярай, үҙ ереңдең патриоты булғасһың, бик хуп, тип китәләр көйәһе урынға...

Тағы бер борсоуға һалған мәсьәлә: һуңғы осоро Ағиҙел буйлап ағып төшөүселәр һанһыҙ. Хәҙер состар-өлгөрҙәр үҙҙәренсә юл күрһәткестәре эшләп, беҙҙең ер-һыу тарихына “корректива” индереп, әкиәт сығарып алғандар – ғүмерҙә ҡолаҡ ишетмәгән тарих “бәйән итәләр”, ата-бабаларыбыҙ белмәгән ер-һыу атамаларын “беләләр”. Бөгөнгө фотоальбом ана шундай йылмаяҡтарға яуап та ул! Альбомда ер-һыу атамаһы бар, һүрәте бар, ике телдә тарихы бәйән ителгән.

Ҡырмыҫҡалыла Шәүәлей ауылын Савелий итеп үҙгәртеп ҡуйырға батырсылыҡ иткәндәр, беҙҙә ҡайһындай матур Бешәке йылғаһы Апшак булып яҙылып торҙо, Әбйәлилдәге Көрәк Куряк булып китте. Баяғы Шәүәлей Савелий булып тарихҡа инһә, кем әйтә ала был ерҙәр башҡорттоҡо булған тип? Бер картала беҙҙең данлыҡлы Мәсем тауы Максим булып киткән ине. Беҙ ауыҙ асып ятһаҡ, берәй урыҫ, был минең ата-бабамдың ере булған, тип даулашмаҫ, тимә.

- Әле ниндәй эштәр менән мәшғүлһең?
- Квартал календарҙары сығарам. Апимондияға арналғанын бик йөкмәткеле итеп эшләнем. Көньяҡ Уралға, фольклориадаға арналғандары ла, төрлө райондар заказ буйынса сығарттырғандары ла бар, Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр райондары заказ бирҙе. Бынан тыш, бик күп ҡалаларға бағышлап эшләнгәндәренә ихтыяж ҙур. Апимондияға арнап өҫтәге етәкселәр ҙур һәм йөкмәткеле альбом сығартырға йыйына. Мәҫәлән, Баҡалы районы үҙҙәренең юбилейына сағыу китап эшләүҙе һорай.

- Киләсәккә пландар?
- Тағы бер ҙур хыялым – Башҡортостандың 54 районы тураһында фотоальбом сығарыу. Минең әлеге Бөрйән тураһындағы фотоальбом 168 биттән тороп, үҙемдең шәхсән хеҙмәтте ҡушмай ғына 500 мең һумға барып етте (101 мең һумын район хакимиәте (“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы) спонсорланы – уларға рәхмәт), “Шүлгән- Таш” ҡурсаулығы директоры М. Косарев 30 меңлек китап алды, уларҙың ярҙамын һәр саҡ тоям. Өфөлә “Планета”, “Знание”, З. Биишева исемендәге китап нәшриәттәре лә һатыуға алып ҡалды, Сибайҙағы китап магазины ла фотоальбомды һатышыуҙа ярҙам ҡулы һуҙа.

Республикала үтәсәк Апимондия байрамына арнап ата-бабаларыбыҙҙың боронғо һәм үҙенсәлекле кәсеп-шөғөлө – солоҡсолоҡ буйынса шәп фотоальбом сығарғы килә.
Тағы ла бер әлегә бойомға ашмаған хыял – “Флюрография” (уйланылған-уйланылмаған тормош мажаралары) тигән китап сығарыу. Унда хикәйәләрем, юлъяҙмалар урын аласаҡ, Алла бирһә.

Эйе, йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, ти халыҡ. Аллаһ биргән талантына зирәклеген, осҡор күҙен, ныҡышмаллығын, эҙләнеүгә маһирлығын ҡушып, Флүр Ғазин һаман маҡсат тауына ынтылыу, уның кәкерсәкле юлдарын сабыр үтеп, үр артынан үр яулау өҫтөндә. Уның ижадында Бөрйәнебеҙҙең хозур тәбиғәте, алсаҡ һәм бер ҡатлы, әммә бай күңелле халҡыбыҙ вариҫтары, ер-һыу атамалары, рух һәйкәле булырҙай тәбиғәт ҡомартҡылары, ағын һыу ише тормоштоң ҡыҙыҡ һәм фәлсәфәүи эпизодтары, тарихыбыҙҙың сағыу мәлдәрен сағылдырыусы миҙгелдәре, йәйҙең зөмрәт йәшеллегендә мең төҫтәрҙә балҡыған йәйебеҙ, һары һағыштан алтын һыҡҡан көҙөбөҙ, салт аҡлығы менән арбар ҡышыбыҙ, күҙ ҡамаштырыр төҫтәрҙә балҡыған яҙҙарыбыҙ сағыла икән – шөкөр генә. Ошондай сәмле, бөгөнгө эше менән киләсәккә хеҙмәт иткән ижад әһелдәре булһын, рухыбыҙ һағында торһон, башҡортлоғобоҙҙо донъяға танытһын әле!

Ә уның яңы фотоальбомын алғандар үкенмәҫ, сөнки унда халҡыбыҙ тарихы, районыбыҙҙың 36 ауылының дәү һәм сағыу фотоһы, ауыл тарихы, уның иң матур ер-һыуы (тарихы менән), үҙебеҙҙекеләрҙә генә түгел, сит-ятта ла ҡыҙыҡһыныу уятырҙай тәбиғәт ҡомартҡылары, уларҙың тарихы, ҡайҙа урынлашыуы, йәнде имләр пейзаждар, уйға һалыр күренештәр, рух үҫтерер, “Мин - башҡорт”, ”Мин - Бөрйән!” тип ҡысҡырып торған сәнғәт әҫәрҙәре бар.

Алығыҙ, һоҡланығыҙ, таратығыҙ! Бәйләнеш өсөн телефон: 8-927-316-97-61.
Читайте нас: