Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2020, 13:00

Шүлгәнгә асфальт барып етте

Шүлгән мәмерйәһе биләмәһенә тиклем асфальт һалынды. Бөрйән ДРСУ-һы эшселәре тырышып эшләп, ҡар яуғанға тиклем асфальт һалыуҙы тамамлап ҡуйҙы.

Шүлгән мәмерйәһе биләмәһенә тиклем асфальт һалынды. Бөрйән ДРСУ-һы эшселәре тырышып эшләп, ҡар яуғанға тиклем асфальт һалыуҙы тамамлап ҡуйҙы.
Хәҙер Шүлгән мәмерйәһе эргәһендә төҙөлөп ятҡан “Шүлгән-Таш” музей комплексына тиклем асфальт юлдан ғына елдереп барырға мөмкинлек тыуҙы. Район юлсылары үҙҙәренең эшен намыҫ менән башҡарып, район халҡы өсөн г

-Музей комплексына тиклем асфальт юл һалыу – Республика Башлығы Радий Хәбировтың поручениеларының береһе ине.

Морат туғайында комплексты күтәреү менән бер рәттән инфраструктураны үҫтереү ҙә ҡаралған.

Әйтәйек, киләсәктә унда яңы ҡунаҡханалар барлыҡҡа киләсәк, автомобилдәр һәм автобустар өсөн уңайлы парковка урындары, кемпинг өсөн урындар төҙөләсәк. Республика һәм район хакимиәте етәкселеге ярҙамы менән барлыҡ мәсьәләләр ҙә комплекслы хәл ителә. Морат туғайы сифатлы һыу менән дә тәьмин ителәсәк. Сөнки быға тиклем
скважиналарҙан алынған һыуҙың сифатына бәйле ҙур ғына һорауҙар булды. Яҡын йылдарҙа мәмерйә эргәһендәге туристик зонаға газ селтәре лә барып етәсәк. Бынан тыш, Әтек, Ҡотан, Ғәҙелгәрәй һәм Мәҡсүт ауылдары ла газ менән тәьмин ителәсәк.

Мәмерйәнең уникаль палеолитик һүрәттәрен һаҡлауҙы маҡсат итеп алған музей комплексы Бөрйән районында туризмды үҫтереүгә мөһим генә этәргес буласаҡ, - тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.
Читайте нас: