Районда “Диңгеҙселәр туғанлығы” Р. Күлбаев етәкселегендә 2018 йылдан алып бик әүҙем эшләп килә. Егеттәр 2019 йылда диңгеҙселәргә арналған стела ҡуйыуға ла өлгәште.
Яңыраҡ улар райондың иң оло һәм абруйлы морягы, 1949-1953 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта - Тымыҡ океанда моряк булып торпедалы катерҙа моторсы булып хеҙмәт иткән Байназар аҡһаҡалын –оҙаҡ йылдар имам-хатиб булып, динебеҙҙе күтәрмәләп, халҡыбыҙҙың рухи һәм дини үҫешенә ҙур өлөш индергән Алтынбаев Ғызитдин Ғибат улын 92 йәше менән ҡотлап, уға бескозырка бүләк итеп, хәл-әхеүәлен белеп ҡайтты.
Ветеранды районда белмәгән кеше юҡтыр. Ғ. Алтынбаев тыуған ауылы Байназарҙа, Иҫке Собханғолда белем алғас, әрме сафтарына алына, унан һуң комбайнсы, тракторсы булып эшләй. Шәмсинур Муса ҡыҙы Исҡужинаға өйләнеп, бик матур һәм итәғәтле балалар тәрбиәләп үҫтерәләр. “Ағиҙел” колхозында 27 йыл механик булып эшләй. Яғыулыҡ-май келәте, МТМ мөдире, инженер ҙа була.
Өлгөлө ғаилә башлығы, халыҡ ихтирамын яулаған диндар аҡһаҡал бөгөн бишенсе быуын бүлә-бүләсәрҙәрен, тыуа-тыуасарҙарын күреп ултыра.