Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2020, 13:00

Яратҡан эш ялҡытмай

Тарихтан белеүебеҙсә, полиция хеҙмәте Рәсәйҙә 1718 йылда уҡ император Бөйөк Петр Указы менән баш ала. Полиция тип аталған хеҙмәт йәмәғәт тәртибен һаҡларға тейеш була.Бай тарихлы, ир-атҡа ғына хас кеүек күренгән полиция хеҙмәтендә гүзәл зат вәкилдәре лә тырышып хеҙмәт итә.

Тарихтан белеүебеҙсә, полиция хеҙмәте Рәсәйҙә 1718 йылда уҡ император Бөйөк Петр Указы менән баш ала. Полиция тип аталған хеҙмәт йәмәғәт тәртибен һаҡларға тейеш була.
Бай тарихлы, ир-атҡа ғына хас кеүек күренгән полиция хеҙмәтендә гүзәл зат вәкилдәре лә тырышып хеҙмәт итә.
Шундайҙарҙың береһе – үҙебеҙҙең Бөрйән һылыуы, тәүтикшереү (дознание) төркөмө етәксеһе, полиция майоры Гүзәл Әхтәм ҡыҙы Шафиҡова.
- Уҡыусы сағымда уҡ полицияла эшләргә хыялландым. Хыялымды ысынбарлыҡ итеү маҡсатында уҡырға китергә йөрөүемде әйткәс, атайым менән әсәйем, йәлләптер инде, бәлки, был эш ҡатын-ҡыҙға ауыр, типтер, уҡырға ебәрмәне. Барыбер ныҡышып, Өфө иҡтисад-юридик колледжына уҡырға индем. Уны уңышлы тамамлағас, 2004 йылда Өфөлә конвой хеҙмәтендә эш башланым. Артабан белемемде камиллаштырыу маҡсатында Рәсәй Эске эштәр министрлығы мәктәбенә уҡырға индем.

2009 йылда Бөрйәнгә ҡайттыҡ. Ирем Ренат Миҙхәт улы ла эске эштәр бүлегендә – лицензия-рөхсәт хеҙмәтендә, полицияның өлкән лейтенанты.
Мәктәп йәшендәге өс бала тәрбиәләйбеҙ.

Эшем бик оҡшай. Яратҡан эш ялҡытмай бит ул.

Эшебеҙ, билдәле, ныҡ тынғыһыҙ. Байтаҡ йылдар тәүтикшереүсе булып эшләнем. Төркөмөбөҙҙә өлкән тәүтикшереүсе Юлиә Ҡарағолова, тәүтикшереүсе Алмаз Хоҙайғолов эшләй. Беҙҙең район халҡына хас хоҡуҡ боҙоуҙар – эскән килеш ҡабаттан руль артына ултырыу, үлтереү менән янау, законһыҙ ағас ҡырҡыу һ.б.

Хоҡуҡ, йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы үҙ бурысыбыҙ, һөнәребеҙ итеп алғанбыҙ икән, беҙ ошо юҫыҡта тайпылышһыҙ эшләргә тейеш, - ти Гүзәл.
Эйе, полиция хеҙмәте уяулыҡты, тилберлекте, үҙ һөнәреңә тоғролоҡто ярата. Намыҫлы хеҙмәте менән коллективында абруй яулаған Гүзәл Шафиҡоваға ошо сифаттар хас.
Читайте нас: