Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2020, 16:00

Сир беҙҙә яйлап сигенә башлаған, ләкин тынысланырға иртә әле

Коронавируслы инфекция һәм райондағы ағымдағы эпидемиологик хәл мәсьәләләре буйынса 6 ноябрҙә район хакимиәтендә сираттағы брифинг үтте.

Коронавируслы инфекция һәм райондағы ағымдағы эпидемиологик хәл мәсьәләләре буйынса 6 ноябрҙә район хакимиәтендә сираттағы брифинг үтте.
Коронавируслы инфекция һәм райондағы ағымдағы эпидемиологик хәл мәсьәләләре буйынса 6 ноябрҙә район хакимиәтендә сираттағы брифинг үтте. Видеоформатта тура трансляцияланған сараны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары М. Ғүмәров алып барҙы.

Әлеге ваҡытта коронавирус менән ике яҡлы пневмониянан тыш, киҙеү, киҫкен респираторлы вируслы инфекция кеүек миҙгелле сирҙәрҙең дә көсәйгән мәле.
Марсель Вәли улы брифингты асҡандан һуң, район дауаханаһының баш табибы И. Фәтҡуллин райондағы эпидемиологик хәлгә ҡыҫҡаса анализ яһаны.
-Пандемия башланғандан алып бөгөнгө көнгә тиклем районда коронавирустың 44 раҫланған осрағы теркәлде (шул иҫәптән октябрь айында 17 осраҡ). 32 кеше һауыҡты, 2 кеше әле дауаханала, 9 кеше амбулатор дауаланыуҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1 кеше вафат булды.

Ике яҡлы пневмония менән сирләүҙең 227 осрағы теркәлде (шул иҫәптән октябрҙә 94 кеше был сир менән ауырыны). 3 кеше донъя менән бәхилләште. Әлеге ваҡытта дауаханаларҙа 26 кеше. 2 кеше – Өфөлә, 8 кеше Белоретта ята. 16 сирле үҙебеҙҙә дауалана. Уларҙың 11-е амбулатор рәүештә дауа ала. Был сирҙән дөйөм 7 кеше вафат булды.
Октябрҙә киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән 1154 кеше сирләне.
Яйлап сирләүселәр һаны кәмеү өҫтөндә. Үҙебеҙҙә ковид-госпиталь эшләй. Әлеге ваҡытта Белоретҡа компьютер томографияһына көнөнә яҡынса 4-әр кеше ебәрәбеҙ, - тине баш табип.
М. Ғүмәров сир бер ни тиклем сигенә башлаһа ла, тынысланырға иртәрәк әле, халыҡҡа иммунизация үткәреү эштәренә ҙур иғтибар бирергә кәрәк, тип билдәләне.
Районға вакциналар бүленгән, прививкалар дауам итә.

Район мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы И. Сәйфетдинов белдереүенсә, каникул ваҡытында мәктәптәрҙә дезинфекция үткәрелгән.
22 ноябргә тиклем 1-5 кластар ҡәҙимгесә мәктәптә уҡыясаҡ, 6-10 кластар дистанцион форматта белем аласаҡ. 11 кластар шулай уҡ мәктәпкә йөрөйәсәк.
Райондағы 4 интернатта (Иҫке Собханғолда, Ырғыҙлыла, Әбделмәмбәттә, Байназарҙа) йәшәүсе балалар ҙа әлегә дистанцион форматта белем аласаҡ. 65 йәште үткән йәки хроник сирле уҡытыусылар ҙа дистанцион эшкә ебәрелә.
Балалар баҡсалары ҡәҙимге эш режимында эшләй.

Район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһы мөдире И. Иманғолов коронавирус, ике яҡлы пневмония сирҙәре, уларҙан дауаланғандан һуң һаҡланыу саралары тураһында бик аныҡ һәм аңлайышлы итеп һөйләне.

-Коронавирус ҡан тамырҙарына тәьҫир итә. Ҡан ҡуйыра. Ваҡ ҡан тамырҙары булған органдар зыян күрә: баш мейеһе, үпкә, бауыр, бөйөр.
Ковид үткәргәндән һуң организмда төрлө билдәләр барлыҡҡа килергә мөмкин. Сир үпкәне генә зарарлай, үпкә генә шешә, тигән фекер дөрөҫ түгел. Иң беренсе сиратта баш мейеһендә үҙгәрештәр барлыҡҡа килә. Баш мейеһенең төрлө өлөштәре төрлө нәмәләр өсөн яуап бирә. Психик яҡтан үҙгәрештәр ҙә булыуы ихтимал. Мәҫәлән, кеше ҡурҡа башлай, илаҡҡа әйләнә, даими хәүеф аҫтында йөрөү тойғоһо, үлемдән ҡурҡыу һ.б. барлыҡҡа килә.

Сирләгәндән һуң һәйбәт ял итеү, яҡшы туҡланыу мөһим. Психологик ярҙам кәрәк булыуы ла ихтимал. Йыш ҡына мейеләге еҫ һәм тәм һиҙеү үҙәктәре зарарлана. Ҡайһы берәүҙәрҙеке тиҙ тергеҙелә, ҡайһы бер сир үткәргәндәрҙең еҫ һәм тәм һиҙеү һәләте 1 айҙан 3 айға тиклемге ваҡыт арауығында ғына ҡайтанан эшләй башларға мөмкин.
Йәнә мейеләге температура өсөн яуаплы өлөш зарарланыу арҡаһында температура төшмәй ыҙалатыуы ла бар. Ҡайһы берәүҙәрҙеке, киреһенсә, түбән төшә – 35 тирәһендә булырға мөмкин. Сирҙән һуң сәс ҡойолоуы ла ихтимал.

Айырым осраҡтарҙа ашҡаҙан-эсәк тракты зыян күреүе күҙәтелә. Кемдеңдер эсе китә, икенсе берәүҙеке, киреһенсә, ҡата.
Кеше тиҙ арып бара, тирләй. Түш ауыртып тороуы ла ихтимал.

Ятып дауаланып сыҡҡандан һуң сирлегә больничный бирелә. Ләкин ҡайһы берәүҙәр өйҙә генә ятмай, ауыр эштәр эшләп маташалар. Был ярамай! Сөнки яңынан хәлдәре насарайыуы ихтимал.

Насар нәмә тураһында уйламаҫҡа тырышырға, үҙеңде ыңғай яҡҡа ғына көйләргә тырышырға кәрәк.
Эҫе мунса инеү тыйыла. Тын алыу гимнастикаһы менән шөғөлләнергә кәңәш ителә. Сөнки үпкәлә үҙгәрештәр ҡала. Шар өрөү, һабын ҡыуығы ебәреү ҙә файҙалы. Дөрөҫ туҡланыу мөһим. Рационда ит, май, емеш-еләк булыуы шарт. Витаминдар, ҡанды шыйығайтыусы дарыуҙар тәҡдим ителә был сирҙән. Башҡа дарыуҙар, хәленә ҡарап, һәр кемгә шәхсән тәғәйенләнә.

Коронавирус менән сирләүе раҫланғандарға бушлай дарыуҙар бүленә. Әлеге ваҡытта исемлек төҙөлә.
Йәнә шуны әйткем килә – дауалау ысулдары даими үҙгәреп тора.

Күптәр, бер ауырығандарҙың яңынан сирләүе мөмкинме, тип һорайҙар. Белгестәр әйтеүенсә, кешелә ярты йәки бер йылға иммунитет барлыҡҡа килә. Ләкин был ул кеше киҙеү, ОРВИ менән сирләмәйәсәк тигән һүҙ түгел әле. Коронавирус үткәргән кешенең иммунитеты көсһөҙләнә.Шуға күрә гриптан прививкаларға бик етди ҡарарға кәрәк, - тип был сирҙең эҙемтәләре хаҡында ентекле бәйән итте Илнур Таһир улы.

Район учреждениеларында ковид инспекторҙар эшләй. Бынан тыш, махсус режим талаптарының үтәлешен тикшереүсе (битлектәр, бирсәткәләр кейәләрме, антисептиктар бармы, дистанция һаҡланамы һ.б.) мобиль төркөмдәр булдырылған. Улар кешеләр күп йөрөгән урындарҙы, ойошма-учреждениеларҙы, сауҙа нөктәләрен тикшерә. Режим шарттары тупаҫ боҙолған осраҡта административ протоколдар төҙөүҙәре ихтимал.

Район буйынса эске эштәр бүлексәһе хеҙмәткәре Х.Әминев махсус режим талаптары үтәлмәгән осраҡта ниндәй саралар ҡаралғанлығы, район хакимиәтенең йәштәр бүлеге хеҙмәткәре Л. Зарипова ирекмәндәрҙең эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итте. Әлеге ваҡытта 67 ирекмән мохтаждарға ярҙам күрһәтә. Улар йөрөй алмаған оло йәштәгеләргә, сирлеләргә аҙыҡ-түлек йыйылмалары тарата, уларҙың һорауы буйынса кибеттән аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡтар, дарыухананан дарыуҙар һатып алып бирә ала.
Бынан тыш, район ағинәйҙәре, мөслимәләр инициативаһы менән сирлеләргә ярҙам итеү маҡсатында аҡса йыйыу ойошторолдо һәм райондағы ковид госпиталгә дарыу препараттары менән ярҙам күрһәтелде. Аҡсаның бер өлөшөнә Белореттағы ковид сирлеләр ятҡан бүлеккә 35 комплект постель кәрәк-ярағы алып тапшырылған.

-Көнкүреш техникаһы, дарыу препараттары менән ярҙам иткәндәргә бик ҙур рәхмәт. Халыҡҡа йәнә шуны белдергем килә: 18-19 ноябрҙә республика клиник дауаханаһынан беҙҙә кардиолог, уролог, проктолог, эндокринолог-табиптар халыҡты ҡабул итә. Һөҙөмтәләргә ҡарап, артабан баш ҡала клиникаһында дауалау үтеү өсөн сирлеләрҙе һайлап аласаҡтар, - тине Илмир Фәнил улы.

Һүҙҙе йомғаҡлап, белгестәрҙең кәңәшен йәнә бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: кәрәк-кәрәкмәгәндә кешеләр күп йыйылған урындарға йөрөмәҫкә, битлек режимын һаҡларға, сауҙа нөктәләренә, дауаханаларға, башҡа йәмәғәт урындарына битлектән тыш бирсәткә кейеп инергә, дистанция һаҡларға. Был кәңәштәрҙе тотоу үҙебеҙҙең һаулыҡ өсөн генә түгел, яҡындарыбыҙҙың, аралашҡан кешеләрҙең сәләмәтлеге өсөн дә бик мөһим!

Читайте нас: