Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2020, 16:00

Именлек һағында

Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, ошо хеҙмәт кешеләре көнөнә нисә кешене үлемдән, йәрәхәт алыуҙан ҡотҡара, күпме яҙмыштарҙы ыңғай яҡҡа бороп ебәрә. Үҙҙәренең һөнәри оҫталығы, абайлығы, ныҡышмаллығы, эшенә ҡарашы менән.

Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, ошо хеҙмәт кешеләре көнөнә нисә кешене үлемдән, йәрәхәт алыуҙан ҡотҡара, күпме яҙмыштарҙы ыңғай яҡҡа бороп ебәрә. Үҙҙәренең һөнәри оҫталығы, абайлығы, ныҡышмаллығы, эшенә ҡарашы менән.
Бер генә иҫерек водитель арҡаһында тиҫтәләгәндең ғүмере ҡыйылғаны, балаларҙың етем ҡалғаны, кемдәрҙеңдер ғүмерлеккә түшәккә ятырға мәжбүр булыуы хаҡында күңелһеҙ хәбәрҙәр әленән-әле ишетелеп тора. Был – ҡабул итергә теләмәһәк тә, аяныс ысынбарлыҡ.

Ана шул юлдарыбыҙ имен һәм хәүефһеҙ булһын, тормошобоҙ ғәҙәти йырҙаһынан аҡһын, аңһыҙ бәлә-ҡаза һәр ғаиләне урап үтһен өсөн тырышлыҡ һалған ир-егеттәрҙең береһе – ЮХХДИ-ның Бөрйән районы буйынса бүлексәһе начальнигы, полицияның өлкән лейтенанты Рафаэль Харис улы Мостафин.

Әрме сафында ала ул ир-егетлеккә тәүге һәм ныҡлы сирҡанысты – Чечен Республикаһында махсус тәғәйенләнеш ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәнендә Бесланда террорсылар тарафынан аманатҡа алынғандарҙы ҡотҡарыуҙа ҡатнашып, командованиеһы тарафынан “Кавказда террорға ҡаршы операцияларҙа ҡатнашҡан өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Ил алдында ир-егетлек бурысын үтәп ҡайтҡас, Мәскәүҙә юридик белем ала.

Хеҙмәт юлын Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр идаралығы янындағы ЮХХДИ-ның ҡала полкында юл-патруль хеҙмәте инспекторы булып башлай. Артабан Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына ҡараған 55-се махсуслашҡан частә янғын мастеры булып хеҙмәт юлын дауам итә.

2016 йылда яҙмыш елдәре Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылы уҙаманын Бөрйән яҡтарына ташлай – юл-патруль инспекторы булып эш башлай ул бында. 2018 йылда уны өлкән инспектор итеп үрләтәләр.Быйылғы йылдың 20 июленән – ЮХХДИ-ның Бөрйән районы буйынса бүлексәһе етәксеһе.

Ғаиләһендә ҡатыны менән өс бала тәрбиәләйҙәр.
Рафаэль Мостафиндың тынғыһыҙ хеҙмәте Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, БР буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы Д. Ғилметдиновтың Рәхмәт хаты менән баһаланған.

“Коллектив ышаныслы, тырыш. 90 процент Бөрйән егеттәре эшләй. Һәр кем үҙ эшенә намыҫлы ҡарай. Форсаттан файҙаланып, полицияла хеҙмәт итеүсе коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ айҡанлы ҡотлап, эштәрендә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете, карьера баҫҡысы буйлап күтәрелеү теләйем. Иң мөһиме – һәр кемдең ғаилә тылы ныҡ булһын һәм дәүләтебеҙҙең, халыҡтың именлеге һағында торғандарҙы икенсе яртылары һәр саҡ аңлап, эштәренең яуаплы һәм тынғыһыҙ булыуын иҫәпкә алып ҡабул итһен!” - ти Рафаэль Харис улы.
Һүҙеңә – ҡеүәт, тиергә генә ҡала уға.
Читайте нас: