Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2020, 14:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: ямғыр яуамы, ҡармы - сүп-сарҙы үртәү йыл әйләнәһенә тыйыла!

Тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: ямғыр яуамы, ҡармы - сүп-сарҙы үртәү йыл әйләнәһенә тыйыла!
Демография
Үткән аҙнала районда 2 сабый тыуған. Бер ғаилә барлыҡҡа килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ғаилә тарҡалған, 4 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән, янғындар булмаған.
Шулай ҙа сүп-сар яғыусылар бар. Тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: ямғыр яуамы, ҡармы - сүп-сарҙы үртәү йыл әйләнәһенә тыйыла!
02 хәбәр итә
Район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 48 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә урлашыу (2), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (2), мөлкәткә зыян килтереү (2), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (6), ғәҙәттән тыш хәл йәки уның булыу ихтималлығы шарттарында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәмәү (4), ғаилә низағы (3), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (1) һәм башҡалар бар.

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 70 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 49. Бер водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.
Читайте нас: